Шәхси һәм мөлкәт именлеген тәьмин итеү өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәгеҙ:
- көн һыуыҡта урамға сығырға тырышмағыҙ. Был айырыуса бәләкәй балаларға һәм оло кешеләргә ҡағыла. Тораҡ пункттан йыраҡ булған ергә саңғыла шыуырға барыуҙы кисектереп тороғоҙ;
- автомобилдә йыраҡ юлға сығырға тырышмағыҙ;
- урамға сығыр алдынан кейемегеҙгә ныҡлы иғтибар итегеҙ. Ҡыҫып торған өҫ һәм аяҡ кейеме ҡан әйләнешенә кире тәьҫир итә, шуға күрә иркенерәген һайлағыҙ. Аяҡ кейемегеҙ үксәһеҙ, уңайлы булһын;
-туңыуҙың тәүге билдәләрен һиҙеү менән (ҡалтыратыу, һиҙгерлек юғалыу, ойоу) яҡындағы йылы бинаға инегеҙ. Өшөгән урындарҙы йылы ҡул, йөн туҡыма менән еңелсә һыпырығыҙ. Һуңынан вата-марля (ҡул аҫтындағы йомшаҡ туҡыма) менән бәйләп ҡуйығыҙ;
- мөмкинлек булыу менән медицина ярҙамына мөрәжәғәт итегеҙ.
Һалҡын көндә шулай уҡ янғын хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар бирегеҙ:
- бинаны йылытыу маҡсатында төҙөк электр йылытыу приборҙарын ғына тотоноғоҙ;
- электр селтәрҙәренең ҡыҙыуынан һаҡланығыҙ, бер розеткаға бер нисә энергия тотоноусыны тоташтырмағыҙ;
- төнгөлөккә ҡабыҙылған электр приборҙарын ҡалдырмағыҙ, уларҙы кейем киптереү өсөн файҙаланмағыҙ;
- электр йылытыу әйберҙәре менән балалар уйнауын тыйығыҙ;
- уларҙы ҡорма йәки мебелгә яҡын урынлаштырмағыҙ;
- һыуыҡ ваҡытта мейес ҡыҙмаһын өсөн көнөнә 2-3 тапҡыр 1-1,5-әр сәғәт яндырығыҙ.
Ғәҙәттән тыш хәл булған осраҡта “01” йәки “101” һанына шылтыратығыҙ!