+21 °С
Болотло


Оператив кәңәшмәлә килтергән мәғлүмәттәр буйынса, барлығы 1012 яңы йыл ҡаласығы эшләнәсәк. Байрам майҙансыҡтарына 2 меңдән ашыу боҙ һындары һәм яҡтылыҡ элементтары урынлаштырыу күҙаллана. Ә баш ҡала халҡы һәм килгән ҡунаҡтар өсөн 149 ҡупшыҡай ҡуйыласаҡ. Ике төп Яңы йыл ҡаласығы Ҡала советы һәм "Торатау" конгресс-холл биләмәһендә буласаҡ. Унан тыш, Өфө ҡалаһы райондарының 17 урынында ошондай ҡаласыҡтар барлыҡҡа киләсәк. Күп муниципалитеттар ҙа әҙерлек эше башланған инде. Шыршылар, Яңы йыл ҡаласыҡтары 20 декабргә тиклем әҙер буласаҡ.