Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
3 Декабрь 2023, 07:09

Йәш уҡытыусыларҙы яңылыҡтар көтә

Был хаҡта  Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажин белдерҙе.

Йәш уҡытыусыларҙы яңылыҡтар көтәЙәш уҡытыусыларҙы яңылыҡтар көтә
Йәш уҡытыусыларҙы яңылыҡтар көтә

Был хаҡта  Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажин белдерҙе.

Ошо көндәрҙә Өфөлә Милли педагогия форумы үтте, унда балалар баҡсаларында йәш уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр етешмәүе мәсьәләһе тикшерелде. Профилле министрлыҡ мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге мәлдә башланғыс класс һәм сит телдәр уҡытыусылары етешмәүе айырыуса һиҙелә.

Башҡортостан Ҡоролтайы депутаты һәм республиканың элекке мәғариф министры Айбулат Хажин Башҡортостан юлдаш телеканалына интервьюһында 2024 йылдың 1 ғинуарынан йәш уҡытыусылар өсөн хеҙмәт хаҡының ярайһы уҡ артыуы көтөлә тип белдерҙе. Яңы эш башлаған уҡытыусы 16-18 мең һум аҡса эшләй, тип билдәләне ул. Һүҙ бер ставка хаҡында бара.

- Беҙҙә 1 ғинуарҙа ҡайтанан иҫәпләү буласаҡ, һәм яңы эш башлаған уҡытыусының уртаса хеҙмәт хаҡы 35 мең һумдан ашыу тәшкил итәсәк, - тип белдерҙе Айбулат Хажин Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрселәренә.

Автор:Айнур Акилов
Фото: Ф.Рәхмәтуллина
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас