

Илде һаҡлау элек-электән егет кеше өсөн тыуған төйәге, халҡы алдында изге бурыс һаналған. Ниндәй генә замандарҙа ла беҙҙең армия үҙенең яугирҙәре менән дан тота. Быуаттар, йылдар үтә, яугирҙәрҙең формаһы, ҡоралдары камиллаша, әммә бер нәмә үҙгәрешһеҙ ҡала – ҡыйыулыҡ, батырлыҡ һәм Тыуған илгә һөйөү.
- Илебеҙ тыныслығын, балаларыбыҙҙың киләсәген һаҡлау һәр ир-егеттең изге бурысы,- ти махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашыусы “Ярмух” ҡушаматлы яҡташыбыҙ.
Был мәҡәләнең геройы Ҡырмыҫҡалы ауылынан. Махсус хәрби операция зонаһына китер алдынан Ҡырмыҫҡалы ауылының 81-се янғын һүндереү часында эшләй. Өйләнгән, ҡатыны менән ике малай үҫтерәләр. Малайҙарҙың күңелдәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир аталарына ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо ята. Улар ҙа аталары кеүек илебеҙҙең батыр улдары булып үҫерҙәр, тип ышанабыҙ.
“Ярмух” ҡушаматлы яҡташыбыҙ ағымдағы йылдың июнь айында илебеҙҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Яугир арҙаҡлы Таһир Күсимов исемендәге мотоуҡсылар батальонына эләгә. Унда дүрт ай була хәрби әҙерлек үтә. Артабан ул Даян Мурзин исемендәге батальонға күсерелә.
- Минең махсус хәрби операция зонаһында тыныслыҡ, нацизмға ҡаршы көрәштә булған яҡташтарыбыҙ араһында булыу теләгем ҡаты һәм аныҡ булды. Еребеҙҙе нацизмдан яҡлар өсөн йөрәк ҡушыуы буйынса киттем. Был аҙымым башҡалар өсөн өлгө булыр, тип уйлайым,- ти “Ярмух”.- Күрше Арханел районы егеттәре менән бергә хеҙмәт итәбеҙ. Яугирҙар араһында хәрби дуҫлыҡ көслө, алғы һыҙыҡта бер-беребеҙгә ышаныслы ҡалҡанбыҙ.
- Ул ошондай еңел булмаған ҡарар ҡабул итте һәм контрактҡа ҡул ҡуйып, доброволец булып китте. Белеп ҡалғас, кире уйлатырға тырышып ҡараныҡ, тик булманы, үҙ һүҙендә ныҡ торҙо һәм беҙ риза булып, уның ҡарарын хупланыҡ,- ти ҡатыны.
Әлбиттә, яҡындарының йөрәге уның өсөн борсола. Барған еренең ни тиклем хәүефле икәнлеген улар аңлай.
Махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе “Ярмух” ҡушаматлы яҡташыбыҙ хәрби бурысын үтәгәндә намыҫлы эшләгәне өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан исемле бысаҡ алды. Бынан тыш, МХО-ла ҡатнашҡаны өсөн миҙал менән бүләкләнә.
- Яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт, Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа беҙҙе онотмағаны һәм беҙгә ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн айырым рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ,- ти хәрби хеҙмәткәр.
Халыҡ ҙур теләк менән яҡташтарына ярҙам ҡулы һуҙа.
- Бик күп посылкалар алып торабыҙ. Күптән түгел С.М.Чугункин исемендәге мәктәптең 2-се “а” класс уҡыусыларынан посылка алдыҡ. Унда уҡыусылар яҙған хаттар ҙа бар ине. Уларға ҙур рәхмәт, тырышып уҡыһындар тип әйткем килә,- ти ул. Республикала иғлан ителгән “Һалдатҡа хат” акцияһына мәктәп уҡыусылары әүҙем ҡушыла. Улар махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүселәрҙең хәлдәре менән ҡыҙыҡһына, йылы һүҙ менән һалдаттарҙы дәртләндерә, рухландыра. Илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, барыһының да имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләй. Ҡош телендәй генә хәбәр ҙә яугирҙәргә йөрәк йылыһы, тыуған яҡ сәләме булып барып етә.
Әле яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Оҙайлы ваҡыт төрлө борсолоуҙар аша уны көтөп алған яҡындарының шатлығы сикһеҙ. Әйткәндәй, “Ярмух”тың бер туған ҡустыһы махсус хәрби операция башланыу менән мобилизациялана. Уны ла яҡындары түҙемһеҙләнеп көтә.
Ауыр юлды һайлаған, илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән яҡташтарыбыҙға имен-һау хеҙмәт итеп, Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.
Контракт хеҙмәтенә бәйле һорауҙар менән телефон аша 117 һандарына шылтыратырға була. Беҙҙең районда йәшәүселәр 8(34765) 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтырата йәки Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса хәрби комиссариатҡа килә ала. Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты башбат.рф. сайтында табырға мөмкин.
Мәғлүмәт Президенттың Мәҙәни инициативалар Фонды тарафынан хупланған “Еңеүгә йөҙ менән” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында хәтер залын булдырыу проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә алынды.