Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Ноябрь 2023, 23:43

Балаларҙы, зинһар, ташлама...

Телефондан ишеткәнемә ышанмай торҙом, нимә тип әйтергә лә белмәнем...

Балаларҙы, зинһар, ташлама...
Балаларҙы, зинһар, ташлама...

Телефондан ишеткәнемә ышанмай торҙом, нимә тип әйтергә лә белмәнем. Бер аҙ һүҙһеҙ торғас, ул, ярай, үҙең килеп ҡайт, тип трубкаһын һалып ҡуйҙы. Нисек инде улай килеп сыҡҡан һуң ул?..

Бер көн әхирәтем шылтыратты. Тауышы бик тоноҡ, көсһөҙ генә сыға, тимәк, нимәлер булған тип уйлап та өлгөрмәнем, илап ебәрҙе. "Беләһеңме, миндә яман шеш таптылар", – тине ул...

Ишеткәнемә ышанмай торҙом, нимә тип йыуатырға ла белмәнем. Бер аҙ һүҙһеҙ торғас, ул, ярай, үҙең килеп ҡайт, тип трубкаһын һалып ҡуйҙы. Нисек инде ул ауырыған? Дөрөҫ тормош рәүеше алып бара, һаулығына зарланып йөрөгәне лә юҡ, ире бынамын тигән, бөтә буш ваҡытын ғаиләһенә генә арнай. Өйө һәр ваҡыт ялт итеп тора, балаларының өҫ-башы ла таҙа, ғөмүмән, һәр нәмәлә ҡаты тәртип булдырылған. Бер һүҙ менән әйткәндә, уңған, егәрле, өҫтәүенә изге күңелле, ярҙамсыл ул минең әхирәтем. Бына шундай яҡшы, булдыҡлы кешенең ҡаты сиргә дусар булыуына күңел ышанмай. Ярай, барып һөйләшермен, тик нимә тип уны йыуатырмын инде, шундай ваҡытта әйтелә торған иң дөрөҫ һүҙҙәрҙе күңелдән эҙләп ҡарайым, бер ни килмәй башҡа.

Байтаҡ ваҡыт барыуымды кисектерергә тура килде, ул да шылтыратманы. Бер аҙ ваҡыт үткәс, барыбер өйҙә була ул тип уйлап, әхирәтемде иҫкәртмәй генә барырға булдым. Эстән генә мине ҡаршы аласаҡ ауыр картинаны күҙ алдына баҫтырҙым, эс бошорлоҡ тынлыҡтыр инде уларҙа, нимә әйтһәң дә килешмәҫ, ныҡ йәлләмәҫкә, үҙенә ышаныс тыуҙырырға кәрәк тип уйланым. Әммә ишек төбөндә үк мин уйлағандың тап киреһе күҙгә бәрелде: матур йыйыштырылған яҡты өйҙә күңелле генә йыр ағыла, һәр ваҡыттағыса, бөхтәлек күҙгә ташлана,тәмле аш-һыу еҫе таралған. Хужабикә матур өй кейемендә килеп ҡосаҡлап алғас, бөтөнләй телһеҙ ҡалдым. Уның күҙҙәрендә бығаса балҡымаған нур сағыла, йөҙө лә айҙай нурлы. Урынһыҙ һорау бирмәҫ өсөн шым ғына уға ҡарап йылмайырға тырышам. “Әйҙә, бөгөн концертҡа барабыҙ” тигәне тағы бер яңылыҡ кеүек булды – ул бит уның кеүек ергә йөрөгәне юҡ, ҡасан барғандыр һуңғы тапҡыр.

”Аптырайһыңмы? – тип, уйҙарымды һиҙеп, ҡапыл һорау бирҙе әхирәтем. – Бигерәк бер төрлө, һоро йәшәгәнбеҙ икән беҙ. Нимә артынан шул тиклем саптыҡ икән? Тынысланып, уйҙарымды тәртипкә һалып, тирә-яҡҡа күҙ һалғас, үҙемә һүҙ бирҙем: һәр көнөмдөң ҡәҙерен беләсәкмен. Хәҙер балаларым да, ирем дә миңә ҡарап үҙгәрҙе, күңелдәре күтәрелде. Тәүҙә улар ҙа һинең кеүек аптырап ҡарай ине. Буш ваҡытыбыҙҙы телевизор йә компьютер артында түгел, ә тәбиғәттә саф һауала үткәрергә һөйләштек. Хәҙер өйҙә берәү ҙә асыуланмай, юҡҡа ғына тауыш күтәрмәй, бөтә нәмәне аңлашып хәл итәбеҙ...”

Күрешеүҙән һуң тынысланып, ыңғай хис-тойғо менән ҡайттым. Бәлки, һауығып та китер, әҙме ни шундай хәлдәр.

Шулай байтаҡ ваҡыт дуҫым тормошҡа ҡыуанып матур итеп йәшәй бирҙе, араһында дауаланыу курстарын да үтә йөрөнө, бер ҙә зарланманы, бер нәмәгә лә үкенмәне. Тәүге һөйләшеүҙән күпмелер ваҡыт үткәс, ул мине тағы саҡырҙы. Был юлы тауышынан уның ниндәйҙер сер әйтере билдәле ине. Өйҙә лә бер үҙе бушҡа ҡалмаған бит инде, ире балалары менән йөрөргә сығып киткән.

“Табиптар өмөтләнерлек хәбәр һөйләмәй, – тип башланы һүҙен әхирәтем. – Әлегә был сиргә ҡаршы һөҙөмтәле көрәшеү ысулы юҡ, тип улар үҙҙәре лә ҡулдарын ғына йәйә. Минең һиңә бер ҙур үтенесем бар, зинһар, баш тартма. Беҙҙең ғаиләне күптән беләһең, ирем дә яҡшы кеше, һин дә кейәүгә сыҡмай ғүмереңде заяға үткәрәһең, балалар ҙа үҙеңде ярата. Мин үлеп китһәм, бергә йәшәгеҙ, үтенеп һорайым. Иремә лә әйткәнмен. Ул риза”.

Бер ни тип тә яуап бирә алманым. Нисек итеп баш тартырға, йә булмаһа ризалыҡ биреп ултырырға мөмкин ундай ваҡытта. Бына шундай сетерекле хәлдә ҡалдым, шул ҡәҙәр ҡыйын... Әхирәтемдең өйөнә лә барғаным юҡ, иренә күренгем килмәй, телефондан ғына аралашабыҙ. Ваҡытында кейәүгә сыҡманым, ә ғаиләле тормошто ситтән генә күҙәтергә өйрәнгәнмен бит мин. Нимә эшләргә һуң? Хәҙер Хоҙайҙан көнө-төнө дуҫымдың ғүмерен оҙайтыуҙы һорайым”.

(Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Фото: Ф.Рәхмәтуллина
Сығанаҡ. Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: