

Сочиҙа көслө ғәрәсәт булған. Көслө дауыл һөҙөмтәһендә диңгеҙ бөтә яр буйын ҙур тулҡындар менән ҡаплаған, курорттың тау кластерында ҡар яуыуы туҡтамай.
Емергес тулҡындар Сочи ҡалаһының Лоо яр буйын юҡ иткән, Лазаревский ҡасабаһындағы Багратион пляжының ҡоролмаларын, беренсе яр һыҙығындағы йорттарҙы емергән. Ғәрәсәттең бөтә эҙемтәләре тураһында күп һөйләрҙәр әле.
Был ғәрәсәтте күргәндәр: "Бөгөн Имеретинский курорт һыуҙа йөҙә. 50-нән ашыу поезд Сочиға барып етә алмай тора. Яр буйҙары ябылған, сөнки тулҡындарҙың бейеклеге алты метрға етә. Әммә "йәшәүҙән ялҡҡан" кешеләр барыбер шунда бара, етмәһә, балалары менән", - тип яҙа.
27 ноябрҙә төндә поездар хәрәкәтен туҡтатҡандары билдәле. Әлеге ваҡытта курорттың Лазаревск районында тимер юл участкаһы нығытыла. Сочиға юлланған пассажир поездары тотҡарлыҡ менән йөрөй. Электричкалар ваҡытлыса Адлер яғына йөрөмәй. Рәсәй тимер юлдары хәбәр итеүенсә, юлда 50-гә яҡын пассажир поезы тотҡарланған. Шул уҡ ваҡытта пассажирҙар аҙыҡ-түлек һәм һыу менән тәьмин ителгән, ә вагондарҙа уңайлы температура режимы һаҡлана.
Сочи аэропорты штат режимында эшләй. Бындағы һауа шарттары һауа судноларын расписание буйынса ҡабул итергә һәм ебәрергә мөмкинлек бирә.
Фото: скриншот.
Видеояҙма ватсаптан алынды.