Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
25 Ноябрь 2023, 05:22

Иң файҙалы йәшелсәләр һәм еләк-емештәр

Әлбиттә, беҙ уларҙы беләбеҙ. Тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрөп алайыҡ.

Иң файҙалы йәшелсәләр һәм еләк-емештәрИң файҙалы йәшелсәләр һәм еләк-емештәр
Иң файҙалы йәшелсәләр һәм еләк-емештәр

Әлбиттә, беҙ уларҙы беләбеҙ. Тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрөп алайыҡ.

Алма. Холестерин күләмен кәметә. Ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта.

Лимон. Туҡыма һәм һөйәктәрҙе нығыта. Йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡлай.

Банан. Аш һеңдереүгә ыңғай тәьҫире бар. Ашҡаҙан тышсаһын әсе ризыҡ йоғонтоһонан һаҡлай.

Борсаҡ. Холестерин күләмен кәметә. Ҡандағы шәкәр күләмен яҡшырта. Күкрәк һәм ҡалҡан биҙе яман шеше барлыҡҡа килеүгә ҡаршы тора.

Грейпфрут. Ҡан баҫымын төшөрә. Холестерин күләмен кәметә.

Имбир. Баш әйләнгәндә ярҙам итә. Аш һеңдереү эшмәкәрлеген яйлай. Һауа сығыуға булышлыҡ итә. Уны тәндең бешкән урынына ла ҡуйырға була.

Картуф. Ялҡынһыныуҙарҙы булдырмай. Эсәклеккә тынысландырыусы булараҡ йоғонто яһай.

Кишер. Күҙҙәр өсөн файҙалы. Йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта.

Сәскәле кәбеҫтә. Яҡшы ябыҡтыра. Насар холестеринға ҡаршы тора. Тәндәге шлактарҙы сығара.

Спаржа. Бәүел ҡыуыусы булараҡ яҡшы. Бөйөрҙәргә дауа.

Татлы борос. Һалҡын тейеүҙән, быума йүтәлдән һаҡлай.

Һарымһаҡ. Тәбиғи антибиотик. Ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалай. Холестеринды кәметә.

Әфлисун. Иммунитет өсөн файҙалы. Йүтәлдән һаҡлай. Мускулдарға ыңғай йоғонтоһо бар. Урттар ауыртҡанда яҡшы дауа.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас