Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
23 Ноябрь 2023, 10:29

"Газ менән һаҡ булығыҙ!" конкурсы

Ҡырмыҫҡалы ауылының Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда “Газ менән һаҡ булығыҙ!” конкурсы йомғаҡтары буйынса бүләкләү тантанаһы үтте.

"Газ менән һаҡ булығыҙ!" конкурсы"Газ менән һаҡ булығыҙ!" конкурсы
"Газ менән һаҡ булығыҙ!" конкурсы

Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда Башҡортостан Республикаһында газды хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалау айлығы сиктәрендә “Газ менән һаҡ булығыҙ!” темаһына балаларҙың ҡул эштәре конкурсы йомғаҡтары буйынса бүләкләү тантанаһы үтте.

Балалар өсөн “Красная шапочка” әкиәтенән өҙөк күрһәтелде. Төп герой - Ҡыҙыл эшләпә ролен - Ульяна Калитаева, өләсәй – Анастасия Щерба, бүре ролен Артем Жилин башҡарҙы. Улар үҙ ролдәрен оҫта итеп уйнаны. Сарала ҡатнашыусылар бүрегә тест һорауҙарына яуап биреп, газ ҡулланыу ҡағиҙәләрен асыҡларға ярҙам итте. Иң әүҙем ҡатнашыусылар бүләктәр алып ҡыуанды.

Сарала мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гүзәл Сыңғыҙова һәм “Газ-Сервис” йәмғиәте инженеры Айҙар Бикташев ҡатнашты. Ҡунаҡтар конкурсанттарға иң изге теләктәрен еткерҙе, ҡыҙыҡлы ижади эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Конкурста әүҙем ҡатнашыусылар юғары баһаларға лайыҡ булдылар. Шулай итеп, Иҫке Шәрәй мәктәбе уҡыусыһы Алиса Ғәлиуллина 1-се урынға лайыҡ булып, Диплом менән бүләкләнде. Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто тәрбиәләнеүсеһе Илнара Бикҡужина һәм Иҫке Шәрәй мәктәбе уҡыусыһы Данис Ғәлиуллин өсөнсө урынға сыҡтылар һәм Диплом менән билдәләнделәр. Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто тәрбиәләнеүселәре, Иҫке Бәпес, Николаевка, Прибельский, Ефремкин, Яңы Ҡыйышҡы, Һәүәләй мәктәптәре һәм Ҡырмыҫҡалы гимназияһы уҡыусыларына конкурста әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Диплом тапшырылды. Бөтә балалар ҙа конкурсты ойоштороусы “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәтенән иҫтәлекле бүләктәр алды. Дуҫтар, газ менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!

Эльвира БАЯЗИТОВА,

Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас