

Әңгәмәләшеү барышында ҡыйыу, патриотик рухлы ир бирелгән һорауҙарға ентекле итеп яуап бирҙе.
- Тыуған илде һаҡлау – һәр ир-егеттең бурысы. Был ваҡиғаларҙан ситтә ҡалырға теләмәнем. Мин – патриот. Йәшем илленән уҙһа ла, Тыуған ил һағына баҫтым. Уҙған йылдың көҙөндә Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонда хеҙмәт иттем. Контракт тамамланғас, өс ай өйҙә булғандан һуң, тағы китергә ҡарар иттем. Бына 2023 йылдың апреленән Даян Мурзин исемендәге батальон составында махсус хәрби операцияла ҡатнашам. Беҙҙең батальон “Башҡортостан” ирекле мотоуҡсылар полкы составына инә. Мин - пехотаның хәрби машиналар командиры. Кәрәк булғанда, водитель дә, механик та, оператор-наводчиктамын. Беҙҙең төп бурыс – оборона тотоу. Хәрби иптәштәр менән бер-беребеҙгә ярҙамлашып, берҙәмлектәбеҙ. Беҙҙең полк ҡорал, техника, экипировка, аҙыҡ-түлек, медикаменттар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа, район халҡына һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ, - тип һөйләне ул.
“Физрук” Константиновка ауылында тыуып, урта мәктәпте тамамлағас, армия хеҙмәтендә була. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәгәндән һуң физик яҡтан көслө, сынығып үҫкән егет физкультура уҡытыусыһы булып урындағы мәктәпкә урынлаша. Ситтән тороп, юғары белем ала. Артабан район үҙәгендә Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә өҫтәл теннисы буйынса тренер булып эшләй. Тырыш ир эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнә. Өйләнгән, ҡатыны менән ике ул үҫтергәндәр. Хәрби хеҙмәткәр ҡыҫҡа ялдарҙан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа китә. Илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән яугирҙәргә еңеү менән ҡайтырға, шул иҫәптә ҡыйыу, патриотик рухлы “Физрук”ка иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға булһын.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Автор фотоһы.
Контракт хеҙмәтенә бәйле һорауҙар менән телефон аша 117 һандарына шылтыратырға була. Шулай уҡ Ситуацион үҙәккә - 122 йәки (347) 218-19- 19 һандары буйынса мөрәжәғәт итергә ярай. Беҙҙең районда йәшәүселәр 8(34765) 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтырата йәки Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса хәрби комиссариатҡа килә ала. Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты башбат.рф. сайтында табырға мөмкин. Мәғлүмәт Президенттың Мәҙәни инициативалар Фонды тарафынан хупланған “Еңеүгә йөҙ менән” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында хәтер залын булдырыу проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә алынды.