Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
22 Ноябрь 2023, 17:05

Өләсәһен кредитҡа батырған бит!

Сайтта яҙылған өләсәй хәленә ҡалмаҫ өсөн ни эшләргә кәрәк? Дөрөҫ! Алдан сараһын күрергә! 

Өләсәһен кредитҡа батырған бит!Өләсәһен кредитҡа батырған бит!
Өләсәһен кредитҡа батырған бит!

Сайтта яҙылған өләсәй хәленә ҡалмаҫ өсөн ни эшләргә кәрәк? Дөрөҫ! Алдан сараһын күрергә! 

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлегенең дежур часына бер өләсәй килеп, уның исеменә билдәһеҙ кешеләрҙең интернет-магазиндан тауар һатып алыуы тураһында хәбәр итә. Был ғариза буйынса эш барышында полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатындың ейәненең ғәйебен, муттарҙың мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы интернетта еңел табыш менән ҡыҙыҡтырыуын асыҡлай. 

Билдәле булыуынса, 16 йәшлек үҫмергә телеграм-каналда яңы танышы (ғәмәлдә иһә билдәһеҙ әҙәм) яҙып, 10 мең һум аҡса эшләргә һәм үҙ-ара бүлешергә тәҡдим итә. Бының өсөн, йәнәһе, билдәле интернет-магазин платформаһында телефон номеры аша теркәлеп, 10 мең бонус алырға кәрәк, һуңынан, имеш, ул тере аҡсаға әйләнәсәк. Был тәҡдим үҫмерҙе бик ныҡ ҡыҙыҡһындыра, һәм ул танышына үҙенең өләсәһенең телефон номерын яҙып ебәрә. Оло кешенең телефонына бонустарҙы әүҙемләштереү өсөн кодтар яҙылған смс-хәбәрҙәр килә башлай, студент һандарҙы танышына яҙып ебәреп тора. Тиҙҙән байырмын, тип хыяллана, аҡсаны нимәгә тотонорон алдан планлаштыра. Тик кодтарҙы әйткәндән һуң яңы танышы юғала (үҫмерҙе блокка ҡуйып).

Аҙаҡ асыҡланыуынса, оло кешенең телефон номерын һәм кодтарҙы ҡулланып, енәйәтселәр кредитҡа 50 мең һумлыҡ тауар алған. Күберәк тә алырҙар ине, ярай ҙа интернет-магазиндың лимит тигән нәмәһе булған.

Кредитты, проценттары менән бергә, хәҙер өләсәйгә түләргә тура киләсәк.  

Әлеге ваҡытта был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәрҙе асыҡлау буйынса оператив-эҙләү сараларын үткәрә, тип яҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлегенән Сөмбөл Вәлиева.

Хөрмәтле граждандар! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, телефонға килгән кодтарҙы бер кемгә лә әйтергә ярамай. Һаҡ булығыҙ. Был мәғлүмәтте таныштарығыҙға ла еткерегеҙ! Бигерәк тә балаларҙы тыйып ҡуйығыҙ - һеҙҙе кредит һаҙлығына батырып ҡуймаһындар.

Фото: Ф.Рәхмәтуллина.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас