Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
22 Ноябрь 2023, 09:02

Өфөлә... ҡыҙыл күләүектәр аға

Урында 15 кеше һәм өс берәмек техника эшләй.     

Өфөлә... ҡыҙыл күләүектәр ағаӨфөлә... ҡыҙыл күләүектәр аға
Өфөлә... ҡыҙыл күләүектәр аға

Бөгөн иртә менән социаль селтәрҙәр ғәжәйеп фотоһүрәттәр менән тулды: баш ҡала урамдарында ҡыҙыл һәм алһыу төҫтәге күләүектәр ағып ята. Был хәл Дмитрий Донской урамында күҙәтелгән. Кешеләр төрлө күҙаллауҙарын яҙған арала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хәлгә аңлатма индерҙе.

Баҡһаң, юлдарға буяуыс аҡҡан. Яҡынса – родамин С, уны дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, косметика һәм туҡымаларҙы буяу өсөн файҙаланалар. Матдә зыянһыҙ, еҫе лә юҡ.

“Был урамда урынлашҡан предприятие директоры әйтеүенсә, 21 ноябрҙә объект хеҙмәткәрҙәре буяғысты бушатҡан саҡта уны яңылыш асыҡ майҙансыҡҡа түккән. Урынға шунда уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы һәм Орджоникидзе районының граждандарҙы һаҡлау идаралығынан оператив төркөмдәр ебәрелде. Эҙемтәне бөтөрөү менән предприятие шөғөлләнә, 15 кеше һәм өс берәмек техника ҡатнаша”, – тинеләр ведомствола.

Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Альберт Маликов та был ваҡиға буйынса комментарий бирҙе. Уның белдереүенсә, яңылышлыҡ “ОЗНХ-Сервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте келәтендә булған. Әле хәл контролгә алынған, барлыҡ эштәр башҡарыла.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.  

 

Автор:Альфия Мингалиева

 

https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-11-22/f-l-y-yl-k-l-ekt-r-a-a-3532017

 

Автор:
Читайте нас