

* Дегәнәк тамырын таҙартып йыуығыҙ ҙа шаҡмаҡлап турап, өҫтөнә ике стакан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ һәм утҡа ҡуйып 15 минут ҡайнатып алығыҙ. Килеп сыҡҡан төнәтмәне һыуытып, һөҙөгөҙ ҙә, сәсегеҙҙе йыуғандан һуң шуның менән сайҡатығыҙ.
* Шулай уҡ календула сәскәһе менән аҡсәскәне онтап, өҫтөнә өс стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер аҙ һыуынғас 1 йомортҡа һарыһы һәм 2 аш ҡалағы кефир ҡушып болғатығыҙ. Килеп сыҡҡан массаны таҙа сәстәргә һөртөргә һәм башлыҡ кейеп, өҫтөнән таҫтамал менән уратып ҡуйырғыҙ. Яҡынса бер сәғәттән һуң ғына сәстәрҙе йыуырға мөмкин. Аҙнаһына бер тапҡыр ошолайтып сәстәрегеҙҙе нығытып торһағыҙ, бер айҙан улар ҡойолоуҙан туҡтар һәм ялтырай башлар.
Фото:Т.Аманов.