Даирә
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Ноябрь , 22:56

Кәфенлекте алдан әҙерләп ҡуйырға яраймы?

Был һорау күптәрҙе ҡыҙыҡһындыралыр, моғайын. 

Кәфенлекте алдан әҙерләп ҡуйырға яраймы?
Кәфенлекте алдан әҙерләп ҡуйырға яраймы?

Әлбиттә, ярай. Ир-егеттәр, мәҫәлән, сәллә кейә. Сәллә матурлыҡ өсөн дә, бүтәндәрҙән айырылып торор өсөн дә түгел, ә бөтөнләй икенсе маҡсатта кейелә. Ир-ат йыш ҡына сәфәрҙә була. Өйҙән ситтә вафат була ҡалһа, башындағы сәлләһе кәфенлек итеп файҙаланыла. Сәлләнең мәғәнәһе шунда: "Әлхәмдү лилләһи, йәшәүемде дауам итәм, Ахирәтте иҫкә тотам", — тигән уй менән кейә мосолмандарҙың ир заты. Тимәк, ир-ат кэфенлеген хатта һәр саҡ янында йөрөтә. Шул миҫалдан ғына ла кәфенлекте алдан әҙерләп ҡуйыуҙың һис ғәйебе юҡ икәне аңлашыла. Кәфенлек өсөн аҡ туҡыма файҙаланыла. Иң арзанлы туҡыма булыуы яҡшы. Сөнки артыҡ сығым тотоноуҙың исрафҡа юлыҡтырыуы мөмкин.

Ирҙәргә - 8 метр, ҡатын-ҡыҙҙарға 10 метр туҡыма әҙерләү тейешле. Әгәр ҙә кеше оҙон икән, был самаға тап килмәй. Шуға күрә лә туҡыманы күберәк әҙерләү кәрәк була. Ғөмүмән, кәфенлекте мулыраҡ әҙерләүҙең зыяны юҡ.

 

2003 йылғы дини календарҙан әҙерләнде. Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в