Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Ноябрь 2023, 20:31

Һеҙгә нимә етмәгәнен нисек белергә?

Йыш эс китһә, тиҙ тән күгәрһә, йоҡоһоҙлоҡ йонсотһа, хәтер насарайһа, тимәк...

Һеҙгә нимә етмәгәнен нисек белергә?
Һеҙгә нимә етмәгәнен нисек белергә?

Йыш эс китһә, тиҙ тән күгәрһә, йоҡоһоҙлоҡ йонсотһа, хәтер насарайһа, тимәк...

Һеҙҙең организмығыҙға ниндәй витаминдар етмәгәнен нисек белергә? Үҙеңдең һаулыҡ торошон күҙәтеп белергә була. Түбәндәге билдәләр шул хаҡта сигнал бирә:

- Ауыҙ ҡыуышлығы тиреһе, теш төптәре ҡанаһа һәм танауҙан ҡан килһә, К витамины етмәй;

- Дерматит булһа, ҡартлыҡ ғәләмәте тойолһа, эс китһә - PP витамины;

- Тиктомалдан ҡуҙғыу-ярһыу, күңел төшөнкөлөгө, йоҡоһоҙлоҡ, баш әйләнеүе, хәтер насарайыуы, тәндең ағарыуы, тәнгә сабыртма сығыуы, мускулдар хәлһеҙләнеүе, ирен ситтәре ярылыуы, ҡул-аяҡ ойоуы күҙәтелә икән - B витаминдары төркөмө;

- Тән тиҙ генә күгәрһә, теш ҡаҙнаһы ҡанаһа, ауыҙҙа эренле яралар барлыҡҡа килһә, тире торошо насарайһа - С витамины;

- Тире ҡороһа, һытҡылар сыҡһа, күреү һәләте насарайһа - А, Е витаминдары;

- Хәлһеҙлек, баш ауыртыуы, ҡул-аяҡ тартышыуы, аппетит һәм кәйеф булмауы, йоҡо боҙолоуы, тырнаҡ һәм теш торошо насарайыуы борсоһа, тимәк, D витамины етмәй.

Фото Ф.Рәхмәтуллина.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: