Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Ноябрь 2023, 20:41

Балаһын ит турағыстан сығарған...

Сабыйҙың әсәһе - буласаҡ педиатр, атаһы - менеджер.

Балаһын ит турағыстан сығарған...
Балаһын ит турағыстан сығарған...

Ҡот осҡос хәл Дондағы Ростов ҡалаһындағы бер фатирҙа теркәлгән. Был хаҡта "Комсомольская правда" баҫмаһы хәбәр итә.

"Йәш ғаилә һигеҙ айлыҡ ҡыҙҙарын имгәтә, һуңыраҡ сабый вафат була. Ир менән ҡатын мәйетте йәшерергә тырыша һәм ҡыҙҙарының кәүҙәһен иттурағыс аша үткәргән", тиҙәр ведомствола.

Сабыйҙың атаһы- 33 йәшлек менеджер, әсәһе 23 йәшлек Ростов дәүләт медицина университетынында белем алған студент ҡыҙ. Ул табип-педиатр булырға йыйынған.

Тикшереүселәр фатирҙы тентегәндә һыуытҡыста бала ҡалдыҡтары һалынған һауыттар таба. Фатирҙа ҡан эҙҙәре, балта, бысаҡтар, электр иттурағыс була, уларҙа баланың туҡымаларының эҙе табыла. Баланың ҡалдыҡтарын 13 пакетҡа һалып алып сыҡҡандар.

Әсә һәм ата (хатта уларҙы улай тип атауы ла мөмкин түгел) ҡыҙҙарының мәйетен тураҡлап, ҡалдыҡтарын ташлап, дәлилдәрҙе йәшереп, яуаплылыҡтан ҡасырға маташа. Әммә уларҙың был планы килеп сыҡмай, әле ата-әсәгә ҡарата енәйәт эше асылған.

Һуңғы ваҡытта бындай хәлдәр йышыраҡ осрай башланы. Ейәне өләсәһен үлтереп, туңдырғысҡа йәшереп ҡуямы, ата-әсә балаһын иттурағыстан үткәрәме... Башҡа һыймаҫлыҡ хәлдәр...

Фото: "Башинформ".

 

 

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: