Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
17 Ноябрь 2023, 15:33

Айыу ҡыуып етеп, тәпәйе менән башына һуға...

Зыян күргән вахтасыларҙың береһе Башҡортостандан, тигәйнек.    

Айыу ҡыуып етеп, тәпәйе менән башына һуға...Айыу ҡыуып етеп, тәпәйе менән башына һуға...
Айыу ҡыуып етеп, тәпәйе менән башына һуға...

Яҡутстанда вахтасыларға айыу һөжүм иткәнен яҙғайныҡ инде. Уларҙың береһе - Башҡортостандан, тигәйнек...

37 йәшлек инженер-механик Эльдар Гәрәев (фотола уңда) Өфө ҡалаһынан. Ул һөйләүенсә, айыу килеп сыҡҡанда вахтасылар йәшәгән биләмәләге ир-егеттәр тәмәке тартҡан була. Йыртҡыс аҙыҡ эҙләп сүп-сар һауытына йүнәлә. Вагондар яғында булған яҡташыбыҙ айыу тураһында белмәй, иптәштәре был турала ҡысҡырғанда инде һуң була. Айыу уны ҡыуып етеп, тәпәйе менән башына һуға һәм тырнап өлгөрә. Башҡа вахтасылар, ут һүндергес менән ҡурҡытып, яраланған иптәшен айыуҙан аралап ала, әммә хайуан шунда уҡ Иван Б. исемле мастерға ташлана...

Һунарсы килеп, айыуҙы атып йыға. Йәрәхәтләнгән кешеләргә тәүге медицина ярҙамы күрһәтеп, яҡындағы ҡасабаға дауаханаға оҙаталар. Вахтасылар Витим ҡасабаһынан 180 саҡрым алыҫлыҡта эшләгән була.

Айыу һөжүм иткән ике эшсенең дә баштары, ҡул-аяҡтары зыян күргән. Һуңынан уларҙы Мәскәүҙәге Склифосовский исемендәге медицина институтының травматология бүлексәһенә күсерәләр.

Хәҙер улар реабилитация үтә, йүнәлеүгә табан баралар. Икеһе лә иптәштәренә, табиптарға һәм илдең изге теләктәге бөтә кешеләренә рәхмәт белдерә.

Эльдар дауахананан һуң өйөнә, ғаиләһенә ҡайтасағын белдергән. Ҡабаттан вахтаға барырмы-юҡмы - әле әйтә алмай. Тәүҙә тулыһынса йүнәлеп алайым әле, ти.

Фото һәм сығанаҡ: https://vk.com/wtf_rb

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас