Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
15 Ноябрь 2023, 17:00

Ғафуриҙа малайҙы етем ҡалдырған янғын тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында 45 йәшлек ир янып үлгән янғын тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирҙе.

Ғафуриҙа малайҙы етем ҡалдырған янғын тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булдыҒафуриҙа малайҙы етем ҡалдырған янғын тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды
Ғафуриҙа малайҙы етем ҡалдырған янғын тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды

Ҡотҡарыусылар һөйләүенсә, 15 йәшлек үҫмер атайһыҙ ҡалған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 ноябрь кисендә Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында ағас йортта ут сыҡҡан. Янғынды төн уртаһында ғына һүндереп бөткәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һүндергән ваҡытта 1978 йылғы ирҙең йәнһеҙ кәүҙәһе табылған.

Әле янғын сәбәбе асыҡлана, урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй. Ирҙең тәмәке тартҡанда һаҡһыҙ ҡыланыуы янғынға сәбәпсе булыуы ихтимал, тигән фараз бар.

«Хәҙер малай күршеләрендә. Район хакимиәтендә уның артабанғы йәшәү урыны тураһында мәсьәләне хәл итеү өсөн сираттан тыш ултырыш үткәреү планлаштырыла», — тип өҫтәнеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығында. 

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-11-15/stali-izvestny-podrobnosti-pozhara-v-bashkirii-v-kotorom-malchik-poteryal-ottsa-3521255

Автор:Галина Бахшиева
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас