

Бик ҙурлап оҙаттылар хеҙмәттәштәре Фәүзиәне хаҡлы ялға. Мәктәп ашханаһында матур ғына табын ойошторҙолар. Директор:
- Һеҙҙең менән айырылыу бик йәл, сөнки Һеҙ уҡыусыларығыҙға
белем биреү менән генә сикләнмәнегеҙ, уларҙың һәр ҡайһыһын шәхес итеп тәрбиәләргә тырыштығыҙ, һәр йәһәттән башҡа уҡытыусыларға ла өлгө булдығыҙ, - тип ихлас телмәр тотто.
Был көндө көтөп алды Фәүзиә. Эшен бик яратһа ла, пенсияға сығыуына ҡыуанып бөтә алманы. Ҡалаға күсеп китергә хыялланды. Сөнки ауылда яңғыҙы донъя көтөүҙән – мал аҫырауҙан, баҡсала бил бөгөүҙән тамам йонсоғайны. Ҡул эшенә оҫта ул. Бәләкәй сағында бәйләм бәйләргә өләсәһе өйрәткәйне. Тик быға тиклем яратҡан шөғөлө менән булышырға ваҡыты ғына етеңкерәмәне. Мәктәптән ҡайта ла, бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт-ҡура мәшәҡәттәренә тотона торғайны. Ниһәйәт, бушаны. Артабан бөтә уңайлыҡтары булған йылы фатирҙа рәхәтләнеп бәйләнер ҙә бәйләнер.
Фәүзиә иң тәүҙә мал-тыуарын, ҡош-ҡортон бөтөрҙө. Йортон һатып алыусы ла тиҙ табылды. Арыуыраҡ кейем-һалымын сумаҙанына тултырып, булған аҡсаһын нығыраҡ итеп йәшереп, юлға әҙерләнде. Илле йыл самаһы ғүмер иткән өйөндә һуңғы тапҡыр йоҡларға ятты. Йоҡоһо йоҡо булманы – төнө буйы һаташып сыҡты. Иртәгеһен, төшкө автобусҡа ултырайым тип, туҡталышҡа йүнәлде. Ҡаршыһына почта етәксеһе булып эшләгән күршеһе Сәмирә осраны. Бығаса гел алсаҡ йылмайып һөйләшкән ҡатындың йөҙөн ҡара һөрөм ҡаплағанмы ни! Күршеһенең һаулыҡ һорашыуы ла теләр-теләмәҫ кенә төҫлө тойолдо Фәүзиәгә. “Ниңә үҙен шулай сәйер тота икән? - тип аптырап уйлап өлгөрҙө ул. - Бик татыу инек бит, әхирәттәргә, серҙәштәргә әүерелгәйнек. Шатлыҡтарыбыҙ ҙа, ҡайғы-хәсрәттәребеҙ ҙә уртаҡ булды. Әллә минең ауылдан бөтөнләйгә китеүемә үпкәләнеме икән?” Ә Сәмирә ҡапыл уны ҡосаҡлап алды ла:
- Апай, харап ҡына булдың бит! – тип үкһеп илап ебәрҙе.
- Ниңә улай тип әйтәһең әле? – тип һораны унан Фәүзиә. – Мин,
дәртләнеп-ҡанатланып, яңы тормош башлап йөрөйөм, ә Һин “туҙға яҙмаған” хәбәр һөйләп тораһың!
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “туҙға яҙмаған” хәбәр түгел шул! – тип яуап
бирҙе әхирәте. - Бөгөн “ҡара шишәмбе” иғлан ителгән бит! Халыҡтың аҡсаһы юҡҡа сыҡҡан – һумдары тиндәргә әйләнгән!
1994 йылдың 14 октябрь көнө ине...
Үҙенең ҡот осҡос ҡазаға тарыуын аңлаған ҡатындың ҡапыл ҡан баҫымы күтәрелде, башы әйләнеп, бер килке сайҡалып торҙо ла, йөҙтүбән юлға ауҙы. Ерҙе тырнай-тырнай, үкереп-үкереп иланы ул. Йортон һатып өлгөрҙө, ә ҡалала фатир һатып алып өлгөрмәне. Артабан ҡайҙа барыр, нисек көн күрер?
Сәмирә күршеһен үҙенсә йыуатып маташты:
- “Илдә сәпсек тә үлмәй” тиҙәр, шул тиклем дә бөтөрөнмә инде,
бер әмәле килеп сығыр әле, - ти тынысландырған булды.
Әхирәтен үҙенең йортона алып ҡайтты.
- Әлегә беҙҙә йәшәп торорһоң, артабан күҙ күрер, - тине.
Күршеһенең диванында аҙна буйы башын да ҡалҡыта алмайынса аунап ятты Фәүзиә. Күпме ҡайғы-хәсрәт кисерергә тура килде уға үҙ ғүмерендә! Әле шуларҙың барыһын да ҡайтанан күҙ алдынан үткәрҙе.
...Бик бәхетле ҡыҙсыҡ ине ул бәләкәйендә. Өфөлә Гоголь урамында йәшәнеләр. Атаһы ниндәйҙер министрлыҡ хеҙмәткәре ине. Әсәһе мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләне. Көндөҙ Фәүзиә балалар баҡсаһында була, кистәрен атаһы менән әсәһе уны йә бергәләп, йә алмашлап килеп алалар. Үҙен алып ҡайтырға уларҙың бергәләп килеүҙәре ифрат оҡшай ҡыҙсыҡҡа! Уны ике яҡлап етәкләйҙәр ҙә, яйлап ҡына йорттарына табан атлайҙар. Фәүзиә юл буйы сиңерткәләй һикерәнләй-һикерәнләй бара. Ял көндәрендә Ағиҙел ярына ял итергә сығалар. Атаһы балыҡ ҡармаҡлай. Әсәһе саф һауала ҡыҙсыҡҡа төрлө әкиәттәр уҡый. Өсәүләшеп һыу инеп тә алалар. Сабыйҡайҙы йөҙөргә өйрәтәләр. Төшкә табан, бәләкәй аҡланда усаҡ яғып, атаһы тотҡан балыҡтан һурпа бешерәләр, сәй ҡайнаталар. Фәүзиәгә шул тиклем рәхәт! Тормош фәҡәт ҡыуаныс-шатлыҡтарҙан ғына ҡоролған төҫлө һәм мәңге шулай булып ҡалыр кеүек тойола уға.
Ҡыҙғыналарын беренсе класҡа атаһы менән әсәһе икәүләшеп оҙаттылар. Бик тырышып, яҡшы уҡыны ул. Һәйбәт билдәләр алып, ата-әсәһен ҡыуандырып ҡына йөрөнө. Пионер ойошмаһына алынған көндә, ҡып-ҡыҙыл галстук тағып, башы күккә тейерҙәй булып шатланып ҡайтып кергәнен һис тә онота алмай.
...Ул саҡта ла ҡайғы һис көтмәгәндә ябырылғайны. Йәмле йәй кистәренең береһендә атаһы эштән ҡайтманы. Әсәһе менән икәүләшеп таңға тиклем көттөләр уны. Әммә ғаилә башлығы икенсе кис тә, өсөнсөһөндә лә килмәне. Зым-зыя юғалды ла ҡуйҙы. Дүртенсе кистә, ҡараңғы төшкәс, кемдер һаҡ ҡына ишек ҡаҡты. Атаһы менән бергә эшләгән ҡатын булып сыҡты. Әсәһе менән икәүе аш бүлмәһенә кереп бикләнделәр. Ут ҡабыҙып торманылар, ҡараңғыла ғына шыбырлашып һөйләштеләр. Фәүзиәнең ҡолағына: “халыҡ дошманы”, “ҡулға алдылар”, “аттылар” тигән һүҙҙәр генә салынып ҡалды. Бала ғына булһа ла, хәлде аңланы Фәүзиә. Тимәк, уның атаһы юҡ хәҙер!.. Бик тә ҡыйын булғайны уға. Ошо тетрәнгес ваҡиғанан һуң әсәһенең оҙаҡ ҡына ауырып ятҡанын да яҡшы хәтерләй ул.
Көҙ яҡынлашты, тағы мәктәпкә барырға ваҡыт етте. Бына ул, дүртенсе класс уҡыусыһы, аҡ-аҡ алъяпҡыс кейеп, толомдарын ап-аҡ таҫмалар менән үреп, уҡыу йылы башланыуға арналған тантаналы “линейка”ла баҫып тора. Әммә был юлы нишләптер мәктәп ихатаһында бала-саға шау-гөр килешмәй, үҙҙәрен шым ғына тоталар. Тынлыҡты элек бик тә яғымлы тойолған директорҙың ниндәйҙер йәмһеҙ, тупаҫ тауыш менән:
- Йәнгилдина, биш аҙымға алға сыҡ! – тигән бойороғо боҙҙо.
Фәүзиә тертләп китте. Шулай ҙа ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына атлап, директор алдына барып баҫты. Уныһы:
- Һин – халыҡ дошманы ҡыҙыһың, пионер ойошмаһында
ҡалырға хоҡуғың юҡ! – тине лә, ҡыҙсыҡтың шып-шыма итеп үтекләнгән галстугын сисеп алды.
Меҫкен баланың башына ауыр суҡмар менән тондорҙолармы ни! Артабан нимә булғанлығын урыҡ-һурыҡ ҡына иҫләй ул. Аяғында саҡ баҫып торған ҡыҙҙы өлкәндәрҙең кемелер өйөнә тиклем оҙатып ҡуйған.
- Мин бүтән мәктәпкә бармайым! – тине ул шул көндә әсәһенә.
- Бармаҫһың, - тип тынысландырҙы уны хәлде шундуҡ аңлап
алған әсәһе. – Беҙ һинең менән икәүләшеп минең тыуған ауылыма ҡайтырбыҙ. Өләсәйең менән бергә йәшәрбеҙ. Һин уҡыуыңды шундағы мәктәптә дауам итерһең. Ә атайыңдың халыҡ дошманы булыуына мин һис ышанмайым. Һин дә ышанма!
Иртәгеһенә мәктәпкә Фәүзиәнең документтарын алырға барҙылар.
- Иң яҡшы уҡыусыбыҙҙы юғалтабыҙ, - тип уфтанған булды класс
етәксеһе. – Йәмәғәт эштәрендә лә унан да әүҙемерәк бала юҡ ине...
Оҙон юл ҡыҙсыҡ өсөн үҙенә күрә бер мажараға әүерелде. Тәүҙә ул поезд тәҙрәһенән күҙен алманы - туҡтауһыҙ алмашынып торған тәбиғәт күренештәренә һоҡланып ҡарап барҙы. Поездан төшкәс, ауыл яғына йәйәүләп атланылар. Уның атаһын юҡһынып кисергән һағыш ҡатыш әрнеүле уйҙары бер ни тиклем таралғандай булды.
Өләсәһе уларҙы шатланып ҡаршы алды.
- Бында килеп бик һәйбәт иттегеҙ әле, - тине ул, алсаҡ
йылмайып. – Юғиһә минең яңғыҙыма еңел түгел, күңелһеҙерәк тә.
Әсәһе ауыл мәктәбенә эшкә урынлашты. Фәүзиә шул уҡ мәктәптә уҡый башланы. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ул етенсе класты тамамлағайны. Бик ауыр булды ул йылдар. Әйләнә-тирәлә аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөрҙө. Барса халыҡ нимә кисерә – шуны кисерҙеләр. Өләсәһе яугирҙәргә нәскейҙәр, бейәләйҙәр бәйләне. Әсәһе бүтән ҡатын-ҡыҙҙар менән бер рәттән иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем баш ҡалҡытмайынса баҫыуҙа эшләне. Ҡулынан килгән тиклем Фәүзиә лә уларҙың икеһенә лә ярҙамлашты. Тап шул йылдарҙа бәйләм эшенә өйрәнеп алғайны ла инде.
Һуғыш тамамланған йылда ул район үҙәгендәге педагогия училищеһына уҡырға керҙе. Уҡып бөткәс тура ауылға ҡайтты. Ҡасандыр үҙе уҡыған мәктәптә ҡырҡ йылдан ашыу башланғыс класс уҡыусыларына белем бирҙе. Ғәбиҙулла исемле тракторист егеткә тормошҡа сыҡты. Матур ғына йәшәнеләр. Әммә бәхеттәре ҡыҫҡа ғүмерле булды - ире, бик ҡаты һыуыҡ тейҙереп, түшәккә йығылды. Шул ятыуынан ҡабат тора алманы. Бер нисә көн генә яфаланып ятты ла, вафат булды ла ҡуйҙы. Берҙән-бер улдары Илһамға ике йәш тә тулмай ҡалды...
“Ниңә яҙмыш беҙгә ҡарата шулай үтә лә аяуһыҙ икән?” тип әрнегәйне Фәүзиә, һөйгәнен ерләп ҡайтҡас. ...Олатаһы граждандар һуғышында һәләк булғас, өләсәһе әсәһен яңғыҙы үҫтергән. Атаһы репрессияға дусар ителгәс, әсәһе уның үҙен дә яңғыҙы тәрбиәләне. Әлдә өләсәһе булды, юғиһә әсәһенә бигерәк тә ауыр булыр ине. Ә хәҙер инде Фәүзиә лә сабыйын бер үҙе ҡарарға дусар! Хәйер, бөтөнләй үк яңғыҙ түгел бит әле ул – һикһәнде “ҡыуған” өләсәһе, әле һаман эшләп йөрөүен дауам иткән әсәһе бар! Әммә тол ҡатындың күрәһеләре алда булған икән әле: Илһамына биш йәш тулғанда - өләсәһе, ун йәш тулғанда әсәһе донъя ҡуйҙылар. Донъяла улынан башҡа бер кеме лә ҡалманы...
Ауыр булды уға ир бала үҫтереү, әммә ул бирешмәне. Аҡыллы, эшсән булып буй еткерҙе уның улғынаһы. Һалдат хеҙмәтен Ленинград ҡалаһында үтте. Шул ҡалала бер урыҫ ҡыҙы менән танышҡан. Өйләнешкәндәр. Армиянан һуң шунда торҙо ла ҡалды. Ауылға ҡайтып, янында йәшәһә бик шәп булыр ине лә бит! Әммә ул йылдарҙа йәштәрҙең күбеһе ҡалаларға китеп урынлашырға ынтыла ине шул. Улы әсәһенә кәләшен алып килеп күрһәтеп китте шулай ҙа. Бик һөйкөмлө, бик итәғәтле булып сыҡты Фәүзиәнең килене! Бәхетле булһындар! Әсә кешегә бүтән бер нәмә лә кәрәкмәй! “Оҙаҡламай сабыйыбыҙ донъяға киләсәк”, тип яҙғайны улы һуңғы хатында...
Ҡапыл Фәүзиә ятҡан урынынан һикереп торҙо. Йыуынып, кейенеп алды ла, район үҙәгенә юлланды. Күршеһе эштә ине, уға записка ғына ҡалдырҙы. “Мине һыйындырғаның, минең турала хәстәрлек күргәнең өсөн рәхмәтем әйтеп бөткөһөҙ, - тип яҙҙы ул әхирәтенә. Мин улым янына барырға булдым”. Эйе, ул бөгөн үк киске поезд менән Өфөгә, ә унан тура Ленинградҡа китәсәк! Хәйер, ул ҡала хәҙер Санкт-Петербург тип атала бит әле. Нисек тип кенә аталмағайны шунда! Иң мөһиме – уның улы менән килене шул ҡалала көн итә! Уларға барып баш төртөр! Күптәнән саҡыралар ине бит! Кире бороп сығармаҫтар әле! Сабыйҙары тыуғас, ҡулынан килгәнсә ярҙамлашыр ҙа үҙҙәренә!
“Ҡара шишәмбе”нән һуң бөтөнләй осһоҙланып ҡалған аҡсаһы билет алырға етте, хатта бер аҙ артып та ҡалды. Кәйефе күтәрелеп, Фәүзиә вагонға кереп урынлашты. Поездың тыҡылдауы аҫтында иҙерәп кенә йоҡлап та китте. Санкт-Петербургҡа барып етер алдынан ғына саҡ уянды. Һуңғы көндәрҙә тәүге тапҡыр рәхәтләнеп ял итеп алды ул юлда. Улы менән килене: “Тимер юл вокзалынан өс урам аша ғына йәшәйбеҙ”, тигәйнеләр. Юлды һораша-һораша, йәйәүләп китте. Тиҙ генә барып тапты балалары көн иткән дөйөм ятаҡты. Уныһы йәш ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән ыҡсым фатирҙарҙан тора икән. Кемлеген, кемгә килгәнлеген, паспортын тикшереп, вахтер Фәүзиәне эскә керетте. Улы менән килененекөн иткән өсөнсө ҡатҡа лифт менән күтәрелергә мөмкинлеген дә аңлатты. Тик унда ишек бикле булып сыҡты. Ял көнө булһа ла, өйҙә юҡтар. Ҡайҙалар икән? Ишек алдында тапанып торҙо-торҙо ла, урамға сыҡты. Бер эскәмйә күреп ҡалып, шунда барып ҡунаҡланы. Оҙаҡ ҡына ултырҙы ул. “Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, иҫән-һау ғына булһындар инде !” тип, башына килгән шөбһәле уйҙарҙы ситкә ҡыуаланы Фәүзиә. Ниһәйәт, туҡталыш яғынан йөрәгенә бик яҡын, бик ҡәҙерле мыҡты кәүҙәле ир-егет һыны күренде. Улы бит! Улы! Тик ниңә бер үҙе һуң? Улы Илһам да уны абайлап ҡалды буғай – аҙымдарын ҡыҙыулатты. Янына килеп еткәс, әсәһен ҡосаҡлап, күтәреп үк алды ла:
- Ейәнсәрең тыуҙы бит, әсәкәйем! – тип һөрән һалды. - Буйы 52
сантиметр, ауырлығы ике килограмм да өс йөҙ грамм! Киленең тәҙрәнән күрһәтте миңә сабыйҙы. Шул тиклем сибәр! Нәҡ әсәһенә оҡшаған! Әле улар янынан - бала табыу йортонан ҡайтып киләм.
Улы менән күрешеп, ҡыуаныслы хәбәр ҙә ишеткәс, Фәүзиә үҙенең ҡайғыһын бөтөнләй онотто. Әлегә улына ла, килененә лә өйөн һатып аҡсаһыҙ ҡалғанын белдермәҫкә ҡарар итте. Һағынып, үҙҙәрен күрергә генә килгән, йәнәһе...
Балаларының торлағы бәләкәйерәк, әлбиттә, әммә йәшәр өсөн бөтә шарттар ҙа бар: зал, йоҡо һәм аш бүлмәләре, туалет менән ванна. Килене бик уңған ахырыһы: фатир бөхтә итеп йыйыштырылған, тәҙрәләргә йәмле генә пәрҙәләр эленгән, иҙәнгә матур ғына балаҫтар түшәлгән. Һәр урында тәртип, таҙалыҡ. Улы әсәһен йоҡо бүлмәһенә урынлаштырҙы.
- Шулай яйлыраҡ булыр, - тип аңлатты . – Беҙ хәҙер өсәүбеҙ бит
инде, ә залда урын күберәк. Иртәгә ҡыҙыбыҙға бәләкәй карауат алып килмәксемен.
Улына эйәреп магазинға Фәүзиә лә барҙы. Илһамының ай-вай итеүенә ҡарамайынса, ҡалған аҡсаһына ейәнсәренә бәләкәй генә матрас, ҡабарып торған мендәр, йомшаҡ юрған һатып алды. Бер нисә көндән икәүләшеп килене менән ейәнсәрен ҡаршыланылар. Йылмая биреп татлы йоҡоға талған сабыйҡай Фәүзиәгә фәрештәнең үҙе кеүек тойолдо. Бар ҡайғы-хәсрәте юҡҡа сыҡты. Өлтөрәп йөрөп, килененә бала бағырға ярҙамлашты. Уныһы ла:
- Килеүең бик яҡшы булды бит әле, әсәй, һинһеҙ мин нимә
эшләргә лә белмәй аптырар инем әле, - тип өтәләнде.
Балалар йортонда тәрбиәләнгән килененең үҙенә “әсәй” тип өндәшеүе бигерәк тә оҡшай Фәүзиәгә. Үҙе лә уға “ҡыҙым” тип кенә тора.
Ҡыҙсыҡҡа исемде лә күмәкләшеп уйлап таптылар. Әсәһе “Алина” булғас, уға оҡшатып “Алиса” тип ҡушырға булдылар. “Үҙебеҙсә лә ифрат килешле – Әлисә”, тип ҡыуанды Фәүзиә.
Сабыйҡайға албырғап, ваҡыттың уҙғанын һиҙмәне лә Фәүзиә. Ул үҙен ҡайтанан бик бәхетле итеп тоя башланы. Бер минут та буш ултырманы. Әлисәкәй йоҡлағанда бәйләменә тотонор булды. Өсәүһенә лә башлыҡ- шарф, нәскей-бейәләй кеүек ваҡ-төйәк әйберҙәр генә түгел, ейәнсәренә - килешле күлдәктәр, килененә - кофталар, улына свитерҙар бәйләне.
- Ҡайһылай оҫта икәнһең, әсәй! – тип һоҡланды килене.
Улы ниндәйҙер ҙур заводта эшләй. Йортта күберәге өс гүзәл зат ҡына. Килене менән, бер-береһен аңлашып, ифрат татыу ғүмер кисерәләр. Фәүзиәнең килеүенә тотош йыл үтеп бара. Әлисәкәй-фәрештәкәй тәүге аҙымдарын да атланы. Күгәрсендәй гөрләп, өлкәндәрҙең һәммәһен дә үҙенең ауыҙына ҡаратып йөрөй.
Был юлы ла ҡаза һис көтмәгәндә килде . Бер кис улы эштән ҡайтманы. Килене менән икәүләшеп төнө буйы күҙ ҙә йоммай көттөләр уны. Иртәнсәк килене иң тәүҙә Илһам эшләгән заводҡа шылтыратты.
- Кисә, һәр ваҡыттағыса, сәғәт алты тулғас та ҡайтып киткәйне, -
тип яуап бирҙеләр уға. - Бөгөн эшкә килмәгән әле.
Бер-ике сәғәттән һуң Алиса тағы телефонға тотондо. Был юлы уға:
- Юҡ, килмәне ирегеҙ эшкә, үҙебеҙ ҙә аптырайбыҙ, - тинеләр. –
Бәлки авария-фәләнгә осрағандыр, дауаханаларға шылтыратып ҡарағыҙ.
Йөрәге күкрәгенән сығырҙай булып талпынһа ла, Фәүзиә хәлен белдермәҫкә тырышты. Уның ҡарауы ғәҙәттә сабыр холоҡло килене ярһып иларға тотондо. Шул саҡта ишек ҡыңғырауы шылтыраны. “Илһамым ғына булһа ярар ине” тип уйлап өлгөрҙө Фәүзиә. Алина ишек асырға йүгерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы унда улы түгел, ә йәш кенә ике егет баҫып тора ине. Милиция кейемендәләр. Ниңәлер бик уңайһыҙланған төҫлө, баштарын аҫҡа эйгәндәр. Фуражкалары ла баштарында түгел, ҡулдарына.
- Илһам Ғәбиҙулла улы Хәйруллин кемегеҙ була? – тип һораны
егеттәрҙең береһе.
Йөҙө ҡапыл ағарып киткән килененең ныҡ ҡаушауын күреп, милиционерҙарға яуапты Фәүзиә үҙе бирҙе:
- Ул - ошо фатирҙың хужаһы, минең улым, киленемдең ире,
ейәнсәремдең атаһы, - тип теҙҙе лә теҙҙе.
Аяғында саҡ баҫып тора ине ул. Егеттәрҙең йүнле яңылыҡ алып килмәгәнен яҡшы аңлай. Тик һис кенә лә насар хәбәр ишеткеһе килмәй...
- Ғәфү итегеҙ инде, беҙ һеҙгә ҡайғылы хәбәр алып килдек, тип
һөйләй башланы икенсе милиционер. - Йортоғоҙ ҡаршыһындағы паркта Илһам Хәйруллиндың мәйете табылды. Кисә кис унда бандит төркөмдәре “мөнәсәбәт асыҡлаған”: атыша башлағандар. “Пуля иҫәр була” тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер инде - береһе Илһам Ғәбиҙулла улына тейгән. Кемдер “ашығыс ярҙам” саҡырған-саҡырыуын, әммә ул килеп етеп өлгөрмәгән. Кәүҙәһе моргта...
Милиционерҙар, тағы бер тапҡыр ғәфү үтенделәр ҙә, боролоп сығып та киттеләр. Ике ҡатын, ҡосаҡлашып, бер-береһен йыуатып маташтылар.
Илһамды ҡала зыяратында ерләнеләр. Мәрхүмде һуңғы юлға оҙатырға хеҙмәттәштәре ярҙамлаштылар. Улын юғалтҡандан һуң Фәүзиә Питерҙа тағы йыл самаһы йәшәне. Алиса балалар баҡсаһына йөрөй башлағас ҡына алыҫ сәфәргә йыйынды. Килене:
- Ҡайтма, зинһар, беҙҙең менән йәшә! – тип өгөтләп ҡарағайны-
ҡарауын.
Фәүзиә ризалашманы. Сөнки ул киләсәккә тәғәйен план ҡороп өлгөргәйне. Эш былай булды: ейәнсәре менән урамға сыҡҡанында ул матбуғат баҫмалары һатылған киоскынан “Комсомольская правда” гәзитен алып кергәйне. Ғәйепһеҙгә репрессияланғандарҙы аҡлау хаҡында һүҙ барған мәҡәлә күңеленә һеңеп ҡалғайны. Тап шул көндә ул атаһының намыҫы өсөн көрәшергә хәл иткәйне. Бәләкәй Алиса ҡасан да булһа үҙенең олатаһы өсөн ғорурланасаҡ әле! Әммә уй-фекерҙәренең осона барып сыҡмайынса, үҙ ниәттәрен килененә һөйләмәй торорға булды.
- Ғүмер буйы йәшәлгән төбәк, дуҫ-иштәр һағындырҙы, - тип кенә
аңлатты ул ҡапыл ғына ҡабаланып юлға йыйыныуын.- Донъя хәлен белеп булмай, бәлки, унда бик оҙаҡ та тормам, кире килермен дә етермен...
Поездан Өфөлә төшөп ҡалды. Тура Эске эштәр министрлығына йүнәлде. Сәфәре уңды Фәүзиәнең – ҙур йондоҙло погондар таҡҡан бер изге күңелле әҙәм уға атаһының нахаҡҡа репрессияланыуы хаҡында белешмә алып биреште, шул документ менән район хакимиәтенә барырға кәңәш бирҙе, “Унда Һеҙгә мотлаҡ ярҙам итерҙәр”, тип өмөтләндерҙе.
Ҡасандыр үҙен уҡырға-яҙырға өйрәткән Фәүзиәгә район хакимиәте башлығы ҡалала бер бүлмәле арыу ғына фатир алырға ярҙамлашты. Рәхмәт инде үҙенә! “Тик унда ятыр-ултырыр йыһаз да кәрәк бит әле! Уларын нисек хәстәрләргә? Шулай тип аптырап уйланып торғанында кемдер ишек шаҡыны. Әлеге хакимиәт башлығының класташы булып сыҡты.
- Ауыл хужалығы институтын тамамлағайным, әле колхоз рәйесе
булып эшләйем, - тип үҙ хәлен бәйән итте ул. – Һуңғы осорҙа дөйөм хужалыҡтар бик ауыр көн итә. Тотош илдә шулай. Әлдә үҙебеҙҙең президентыбыҙ колхоз-совхоздарҙы тарҡатмаҫҡа тырыша. Йортоғоҙҙо һатып, аҡсаһыҙ тороп ҡалғанығыҙҙы ишеткәс, ҡулдан килгәнсә ярҙамлашырға тип, Һеҙҙе эҙләгәйнем, тик таба алманым. Бында икәнлегегеҙҙе ишеткәс тә, килеп еттем.
Уҡыусыһы Фәүзиәгә карауат, өҫтәл, ултырғыс һатып алып биреп, әҙме-күпме аҡса ла ҡалдырып китте. Шул аҡсаға Фәүзиә үҙенә кәрәкле һауыт-һаба һатып алды. Иртәгеһенә тағы кемдер ишек шаҡыны. Бер йәш кенә егет ҙур ғына киндер тоҡ тотоп тора:
- Быйыл көнбағыш уңышы мул булды, бер тоғон рәйес Һеҙгә
алып килергә ҡушты, - тине ул. - “Һис юғында, ҡыҙҙырып, стаканлап һатыр”, тине.
- Бик тә шәп булды бит әле, наҡыҫ ҡына пенсияма әҙме-күпме
ҡушым булыр исмаһам, минең рәхмәтемде еткер үҙенә, - тип оҙатты Фәүзиә егетте.
Шундуҡ табала көнбағыш ҡурырға тотондо. Шул уҡ көндә яҡындағы бәләкәй баҙарға көнбағыш һатырға сыҡты. Уңышлы ғына һатынды. Ике көн ултырғандан һуң аҡсаһы бер йомарлам иләнгән һарыҡ йөнө һатып алырға етте. Фәүзиә, көнбағыш һатып алыусылар булмағанда нәскей-бейәләйҙәр бәйләп, шуларҙы ла һата башланы. Аҡсаһын йыйып барҙы.Телевизор һатып алды-алыуын. Көнбағыш тоғоноң төбөнә еткәс, Ырымбур баҙарына юлланды. Унан аҡ, һоро, ҡара төҫтәрҙәге дебет алып ҡайтты. Телевизорының алдына ултырып, сериалдар ҡарай-ҡарай, мамыҡ шәлдәр, шарфтар бәйләне. Бәйләгән әйберҙәрен һатып алыусылар табылып торҙо. Уға хатта махсус заказдар ҙа бирә башланылар. Ниһәйәт, тормошо рәтләнде күпте күргән, күпте кисергән Фәүзиәнең. Күптәнге хыялы ла тормошҡа ашты. Ә килене һәм ейәнсәре менән хат алышып торҙолар.
Бер көн ул телевизорҙан илдә приватизациялау,йәғни предприятиеларҙы һәм ойошмаларҙы, хатта йорттарҙы һәм фатирҙарҙы ла шәхси милеккә әйләндереү хәрәкәте башланғанын ишетте. Тәрән уйға ҡалды. Күрше-тирәләрен таң ҡалдырып, йәше етмешкә яҡынлашҡан Фәүзиә беренсе булып фатирын хосусилаштырып ҡуйҙы. Ҡулына тейешле документтарын алғас та, уны һатырға ҡарар итте. Һатты ла. “Бәлки бүтән осраша алмаҫбыҙ” тип уйлап, ауылына китте. Күрше-әхирәтен күреүгә Сәмирә ныҡ ҡыуанды. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Бер нисә көндән һуң Фәүзиә тағы сәфәргә йыйынды. Ырымбур баҙарына. Заман алыпһатарҙары тейәнеп йөрөгән ҙур шаҡмаҡлы клеенка сумка, шул сумка туп-тулы дебет һатып алды ла, ҡәҙерле килене һәм ейәнсәренә юл тотто. Эй шатландылар улары Фәүзиәнең килеүенә!
- Ҡаршы килмәһәгеҙ, мин бында бөтөнләйгә ҡалмаҡсымын, - тип
белдерҙе көтөлмәгән ҡунаҡ.
Ҡәҙерлеләре был хәбәргә тағы һөйөндө. Фәүзиә киленен дә дөйөм ятаҡтағы фатирҙарын хосусилаштырырға һәм һатып ебәрергә күндерҙе. Үҙенең фатирын һатҡан аҡсаны ҡуштылар ҙа, яңы төҙөлгән күп ҡатлы йорттоң икенсе ҡатынан өс бүлмәле иркен фатир һатып алдылар. Бик матур, бик татыу йәшәп киттеләр. Фәүзиә Ырымбур дебетен тетте, иләне лә, береһенән-береһе матур әйберҙәр бәйләне. Килене уларҙы бер магазинға һатыуға тапшыра торҙо.
...Тағы яҙ етте. Тәҙрә төбөндәге алмағас ап-аҡ сәскәгә күмелде. Һикһәненсе йәше менән барған Фәүзиә тәҙрәнән күҙҙәрен алмай. Яҡындағы дауаханала эшләгән килене менән университеттың һуңғы курсында уҡып йөрөгән Әлисәкәйен көтә ул. Ейәнсәре бөгөн дуҫлашып йөрөгән егетен дә алып ҡайтасаҡ. Оҙаҡламай өйләнешмәкселәр. Фәүзиә уларҙы һыйларға төрлө башҡорт ризыҡтары әҙерләп ҡуйған. “Хоҙай яратҡан кешеһенә һынауҙарын да, уларҙы еңеп сығырлыҡ көс тә бирә” ти торғайны Фәүзиәнең өләсәһе. Иңенә тауҙай ҡайғылар ишелгәндә: “Хоҙайым, ниңә мине шулай ныҡ яратаһың?” тип нисәмә тапҡыр зар иланы Фәүзиә! Өләсәһе әйткән һүҙҙәрҙең хаҡлығына тамам инанды. Эйе, бик күп ҡайғы-хәсрәт кисерҙе ул. Ҡыуаныслы мәлдәре лә әҙ булманы. Атаһының - “халыҡ дошманы”, ә үҙенең – “дошман ҡыҙы” түгеллеген иҫбатланы. Ҡартайған көнөндә иң яҡын кешеләре менән бик бәхетле тормош кисереү бәхетенә иреште
Сығанаҡ: Шоңҡар журналы