Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Ноябрь 2023, 16:00

Гражданлыҡ никахы заман заңымы әллә гонаһмы?

Бөгөн тормошобоҙға “гражданлыҡ никахы” тигән төшөнсә ныҡлы килеп инде. Айырыуса ҙур ҡалаларҙа күптәр мөнәсәбәттәрен рәсмиләштермәйенсә йәшәүҙе хуп күрә.

Гражданлыҡ никахы заман заңымы әллә гонаһмы?Гражданлыҡ никахы заман заңымы әллә гонаһмы?
Гражданлыҡ никахы заман заңымы әллә гонаһмы?

Бөгөн тормошобоҙға “гражданлыҡ никахы” тигән төшөнсә ныҡлы килеп инде. Айырыуса ҙур ҡалаларҙа күптәр мөнәсәбәттәрен рәсмиләштермәйенсә йәшәүҙе хуп күрә. Йәштәр быны бер-береһен яҡшыраҡ белеү, ғаилә тормошона өйрәнеү теләге менән аңлата. Шул уҡ ваҡытта үҙаллы тормош юлына яңы баҫҡан егеттәр һәм ҡыҙҙар ғына түгел, ярайһы уҡ йәштәге – 35-тән олораҡтар араһында ла гражданлыҡ никахы менән йәшәгәндәр бик күп.

Белгестәр билдәләүенсә, элегерәк гражданлыҡ никахы ир-егеттәр өсөн “уңайлы вариант” һаналды, ә һуңғы йылдарҙа тормош тәжрибәһенә эйә, ныҡлы аяҡҡа баҫҡан, үҙенә ышанған ҡатын-ҡыҙҙар, кейәүгә сыҡҡан хәлдә лә, тап ошондай төр мөнәсәбәткә өҫтөнлөк бирә икән. Быны улар һәр төрлө “альфонстарҙан” һаҡланыу, бойондороҡһоҙлоғон юғалтмау теләге менән аңалата.

Ә динебеҙ нимә ти? Иң башта бер хәҙис.

Пәйғәмбәребеҙ (С.Ғ.С) ваҡытында була был хәл. Пәйғәмбәр (С.Ғ.С) янына бер йәш егет килә лә: “Эй Аллаһ илсеһе, миңә зина ҡылырға рөхсәт ит әле”, - ти. Уның янындағы кешеләр: “Тутҡта! Туҡта!” – тип асыулана башлай. Пәйғәмбәребеҙ (С.Ғ.С) уға: “Яҡыныраҡ кил”, - тип янына ултырта һәм: “Һин ошоно үҙеңдең әсәйеңә теләр инеңме?” – тип һорай. “Юҡ, Аллаһы Тәғәлә менән ант итәм! Теләмәйем”, - тип яуаплай егет. Пәйғәмбәребеҙ (С.Ғ.С): “Кешеләр ҙә быны үҙ әсәйҙәренә теләмәй”, - ти. Шунан Пәйғәмбәребеҙ (С.Ғ.С) тағы ла һорай: “Һин шуны үҙ ҡыҙыңа теләр инеңме?”. Егет тағы “юҡ” тип яуап ҡайтара. Пәйғәмбәребеҙ (С.Ғ.С): “Кешеләр ҙә быны үҙ ҡыҙҙарына теләмәй”, - ти. Шулай итеп, Пәйғәмбәребеҙ (С.Ғ.С) егеттән һеңлеләре, апайҙары тураһында һорай ҙа, ҡулын егеттең иңенә ҡуйып: “Йә, Аллаһ, уның гонаһтарын ғәфү ит, йөрәген таҙарт, ағзаһын ғиффәтле ҡыл”, - тип доға ҡыла. Бынан һуң был егет гонаһлы булған ғәмәлдәрҙән бер нимәгә лә ҡарамаҫ була (Имам Әхмәт риүәйәте, сәхих хәдис).

Ҡөрьәндә был хаҡта бына нисек әйтелә: Раббыбыҙ зина ҡылма тимәй, ә тағы ла нығыраҡ итеп киҫәтә: “Зинаға яҡын да бармағыҙ (уның сәбәптәренән дә йыраҡ булығыҙ), сөнки ул – бысраҡ эш һәм бик яман ҡәбәхәт юлдыр”.

Заман башҡа – заң башҡа тиһәк тә, иң яҡшыһы – йәштәрҙең матур итеп дуҫлашып, ата-әсә фатихаһын алып, Аллаһы Тәғәлә алдында мөхәббәттәренең саф, таҙа, ныҡлы булыуын раҫлап, бер-береһенә мәңге тоғро булырға һүҙ биреп никахлашыуы, ЗАГС органында мөнәсәбәттәрен матур итеп рәсмиләштереүе.

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Гражданлыҡ никахына мөнәсәбәтегеҙ нисек?

Тулырак: https://shahrikazan.ru/news/din/ir-keshe-beln-khatyn-kyzny-nikakhsyz-khld-ensi-mnsbtk-kere-turynda

Фото: Ф.Рәхмәтуллина

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас