Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
7 Ноябрь 2023, 15:50

Һырғанаҡ – шифалы емеш!

Шифалы емештең сәйе бик тәмле, шулай уҡ уны... 

Һырғанаҡ – шифалы емеш!Һырғанаҡ – шифалы емеш!
Һырғанаҡ – шифалы емеш!

Был ялдарҙы һырғанаҡ эшкәртеүгә арнаным. Шифалы емештең сәйе бик тәмле, шулай уҡ уны... 

Һырғанаҡ беҙҙең яҡтарҙа киң таралған, үҙе бик әрһеҙ. Уны баҡсала барлыҡ эштәр тамамланғас, октябрь-ноябрҙә лә йыйырға мөмкин.

Мин һырғанаҡты сәй өсөн әҙерләнем. Таҙа итеп йыуылған емеште полиэтилен ҡапсыҡтарҙа туңдырғысҡа һалдым. Сәйен төрлө кеше төрлөсә әҙерләй. 3-4 аш ҡалағы емеште ҡалаҡ йәки сәнске менән иҙергә һәм өҫтөнә һыу ҡойоп, 10-15 минут самаһы төнәтергә. Иң мөһим кәңәш: ныҡ ҡайнар һыу ҡоймағыҙ! Әгәр һырғанаҡ сәйенең үҙен генә эсергә яратмаһағыҙ, 1:1 иҫәбендә йәшел, ҡара йәки ҡарағат япрағы сәйе менән ҡушып яһағыҙ.

Шулай уҡ һырғанаҡты бал менән бутап ашаһаң, ныҡ тәмле, сөнки ҡайнатмаһында файҙалы матдәләре кәмей. Шулай уҡ был емеште сейә, бөрлөгән кеүек аҡ май менән майларға ла мөмкин.

Һырғанаҡ иммунитетты, һөйәктәрҙе, сәс һәм тырнаҡтарҙы нығыта, тәндәге яраларҙың, сәбертмә кеүек тире ауырыуҙарының тиҙерәк уңалыуына булышлыҡ итә, кәйефте күтәрә. Уны ҡулланыу ҡан баҫымы түбән булған кешеләргә, ашҡаҙан-эсәк сирҙәре һәм аллергия осраҡтарында тыйыла.

Фото: novyefoto.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас