Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
6 Ноябрь 2023, 14:17

Өс үҫмерҙең мәйете табылған

Балалар ҡалай оҙаҡ йоҡлай, тип уйлаған өләсәй менән апай бүлмә ишеген асып ебәрһә... 

Өс үҫмерҙең мәйете табылғанӨс үҫмерҙең мәйете табылған
Өс үҫмерҙең мәйете табылған

Краснодар ҡалаһында булған хәл. Өс дуҫ осрашҡан. Торараҡ береһе, ҡапыл үҙен насар тойоуға зарланып, ҡайтып киткән. Ҡалған икәүһе бүлмәгә бикләнгән. Өйҙә уларҙың өләсәһе менән апаһы булған. Өлкәндәр, малайҙар компьютерҙа уйын уйнай тип уйлаған, уларҙы борсомағандар. Тик иртәгәһен, улар һаман бүлмәнән сыҡмағас, ниңә улай оҙаҡ йоҡлайҙар икән, тип ишекте асып ебәрһәләр, ике үҫмерҙең дә ауыҙынан күперек сығып, килбәтһеҙ ятыуҙарын күргәндәр. Ә теге ауырып ҡайтып киткән дуҫтары ла үҙ йортонда үле килеш табылған.

Тәфтиш комитеты белгестәренең яҡынса тикшереү һөҙөмтәһе шундай: 16, 17 йәшлек өс үҫмер билдәһеҙ "тәмәке" тартҡан, был матдәнең (йә матдәләрҙең) ағыуынан үлгән. Фатирҙа наркотик ҡуллана торған әйберҙәр ҙә табылған. Әле суд-медицина, химик экспертиза башҡарыла. Бер нисә статья буйынса енәйәт эше асылған. Әйткәндәй, үҫмерҙәрҙең береһе профилактик иҫәптә торған.

Хөрмәтле өлкәндәр, балаларығыҙҙы хәүеф тураһында гел иҫкәртеп кенә тороғоҙ! Ябай тәмәкенең дә яман ағыу булыуы ихтимал.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Фото: Ф.Рәхмәтуллина
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас