Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
6 Ноябрь 2023, 14:07

Ноябрҙә магнит дауылынан һаҡланығыҙ: көндәре билдәле

Кисә илебеҙҙең күп төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, ғәжәйеп күренеш - төньяҡ балҡышын күҙәттек. Беҙҙең яҡ өсөн хатта сәйер һәм шомло ла тойолдо.

Ноябрҙә магнит дауылынан һаҡланығыҙ: көндәре билдәлеНоябрҙә магнит дауылынан һаҡланығыҙ: көндәре билдәле
Ноябрҙә магнит дауылынан һаҡланығыҙ: көндәре билдәле

Кисә илебеҙҙең күп төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, ғәжәйеп күренеш - төньяҡ балҡышын күҙәттек. Беҙҙең яҡ өсөн хатта сәйер һәм шомло ла тойолдо. Ә ул Ҡояштан "ырғыған" ут көлтәһенә бәйле ине, ти ғалимдар. Был айҙа шул сәбәпле Ерҙә магнит дауылы бер нисә тапҡыр буласаҡ. 

Рәсәй Фәндәр академияһының Йыһан тикшеренеүҙәре һәм Себер бүлексәһенең Ҡояш-Ер физикаһы институттары ғалимдары мәғлүмәттәре буйынса, ошо көндәрҙә Ергә ныҡ көслө магнит дауылы йоғонто яһай. Әйткәндәй, ул дауыл инде 10 сәғәттән ашыу дауам итә.

Тағы ла төньяҡ балҡышы булыуы ихтимал. Был Ҡояштан ут плазмаһы һибелеүгә бәйле. Ғалимдар фаразлауынса, Ер әле һаман баяғы плазма болото араһында. Тикшеренеү лабораторияларындағы мәғлүмәткә таянып, шуны әйтергә була: магнит дауылы 8 һәм 9 ноябрҙә, йәнә лә 22, 24, 25 ноябрҙә һәм 3 декбарҙә ныҡ ҡына йоғонто яһаясаҡ.

Иҫәпләүҙәренсә, биш балл ҡеүәтендә (G5 — экстремаль көслө дауыл).

Һаҡ булығыҙ! Кемдең сәләмәтлеге көн торошона ҡарап үҙгәрә, кәрәкле дарыуҙарығыҙҙы ҡул осонда тотоғоҙ, тыныс булығыҙ.

Фото: РИА-Новости

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас