Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
6 Ноябрь 2023, 17:25

"Дайте нам, волосатый фрукт..."

Баймаҡ районында була был ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәр. 

"Дайте нам, волосатый фрукт...""Дайте нам, волосатый фрукт..."
"Дайте нам, волосатый фрукт..."

Баймаҡ районында була был ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәр. 

Элгәре бер ауылдың совхозына йәш егеттәр шофер булып эшкә килә. Ауыл ҡыҙҙарына, әлбиттә, ситтән килгән урыҫ егеттәр оҡшап ҡала. Бер ваҡыт, төнгө уйында, ауыл ҡыҙы үҙенә оҡшаған егет менән икәү генә ҡалғас, һүҙҙәре берегеп китә алмай ти. Ней, ҡыҙ русса һөйләшә белмәй, ней егет кеше тартынып ҡына тик тора, ти. Ахыры, үҙен ҡосаҡлатҡыһы килгән ҡыҙ: "Возьми меня зыр кругом", - тигән ти....

***

Бер ауылда бер ҡатындың урлаша тигән даны сыҡҡан. Шунан был үҙе кешеләргә: "Мин берәйһенә инһәм, артымдан оҙата сығып ҡарап ҡалалар – шул берәй нәмәләрен урлап китмәһен, тип уйлайҙарҙыр инде, ә мин бит урлар нәмәмде ингәндә үк ҡуйынға тығып инәм", – тигән ти.

***

Бер ваҡыт бер ғаилә аят уҡытырға булып, күрше совхозға магазинға бара. Емеш-еләк алып торған ҡатындың “киви” тигән һүҙ иҫенә төшмәй ҙә ҡуя икән. Иренән һорап ҡарай, уныһы ла ҡапыл онотҡан да ҡуйған ти. Хәҙер кивиһыҙ ҡайтҡылары килмәгән был ҡатын, мәрйә һатыусының һорауына: "Дайте нам, вон там волосатый фрукт", – тигән ти.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Фото: Ф.Рәхмәтуллина
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас