Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
5 Ноябрь 2023, 18:31

Дәүләттән бүленгән аҡсаны бурыс ҡаплауға йүнәлтеү дөрөҫ түгел

 Дәүләттән аҙ тәьмин ителгән граждандарға бүленгән аҡсалар бурыс ҡаплауға тотонолмаясаҡ.  

Дәүләттән бүленгән аҡсаны бурыс ҡаплауға йүнәлтеү дөрөҫ түгелДәүләттән бүленгән аҡсаны бурыс ҡаплауға йүнәлтеү дөрөҫ түгел
Дәүләттән бүленгән аҡсаны бурыс ҡаплауға йүнәлтеү дөрөҫ түгел

Һеҙ социаль контракт буйынса аҡса алғайнығыҙмы? Дәүләттән аҙ тәьмин ителгән граждандарға бүленгән аҡсалар бурыс ҡаплауға тотонолмаясаҡ.

Был хаҡта РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров бына нимәләр яҙа.

“Түләнмәгән бурыстары өсөн аҙ тәьмин ителгән граждандарҙың социаль контракт буйынса алынған аҡсаһына һәм мөлкәтенә арест һалыуҙан  һаҡлау өсөн РФ Гражданлыҡ процессуаль кодексының 446-сы статьяһына үҙгәрештәр индерелә.

   178-се Федераль закон аҙ тәьмин ителгән граждандарға социаль контракт нигеҙендә ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Аҡса алғандан һуң, кешеләр шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу йәки эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн мал, мөлкәт һатып ала.

Йыш ҡына ауыр тормош хәлендә булған был кешеләр суд ҡарарҙары нигеҙендә кредит буйынса бурысҡа батып бөткән була. Улар буйынса суд приставтары хеҙмәте был аҡсаға һәм һатып алынған мөлкәткә арест һала.

Йәғни аҙ тәьмин ителгәндәргә ауыр тормош хәленән сығыу һәм үҙ аллы аҡса эшләү өсөн дәүләттән  бүленгән аҡса маҡсатҡа ярашлы ҡулланылмай, тик банктар һәм микрофинанс ойошмаларының бурыстарын ҡаплауға китә.

Артабан бындай осраҡтарҙы булдырмау өсөн беҙ социаль контракт буйынса бүленгән  аҡсаға һәм һатып алынған  мөлкәткә арест һалыуҙы тыйҙыҡ.

Был закон кешеләргә алынған аҡсаны йорт хайуандары, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн ҡорамалдар һатып алыу өсөн файҙаланырға мөмкинлек бирә. Кешеләр үҙҙәре аҡса эшләп, тормош сифатын яҡшырта ала”, – тип белдергән  ул социаль селтәрҙәге битләүендә.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас