Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
4 Ноябрь 2023, 15:51

Мигрень өйәнәген туҡтатып буламы?

Мигрень өйәнәген туҡтатып буламы? Ауырыуҙы ваҡытында иҫкәртеп буламы? Булмаһа, ауыртыуҙы нисек баҫырға мөмкин?

Мигрень өйәнәген туҡтатып буламы?Мигрень өйәнәген туҡтатып буламы?
Мигрень өйәнәген туҡтатып буламы?

Бының өсөн үҙеңдең организмыңа ҡарата бик иғтибарлы булырға кәрәк. Ауырыу башланырҙан 10 – 12 сәғәт алда көндөҙ йоҡо баҫып, юҡтан ғына арып, ҡолаҡ тоноуын һиҙергә мөмкин. Торараҡ күреү һәләте насарая, ҡолаҡ бөтөнләй ишетмәй башлай. Ауырыуҙың ошо билдәләре беленеү менән урамға саф һауаға ( иң яҡшыһы паркка йәки йылға-күл буйына) сығырға, һәм башҡа ҡан барышын яҡшыртыу өсөн, ул - был яҡҡа борғолап, атлап йөрөргә. 2000 – 3000 аҙым үтеүгә баш ауыртыуы баҫыла. Өйгә ҡайтҡас иһә лимонлы сәй эсеп, бер-ике киҫәк банан, шоколад ашарға ярай. Әгәр ҙә саф һауала ла баш ауыртыуы бөтмәһә, өйгә ҡайтҡас, креслоға арҡаны һөйәп ултырып, елкәгә VII умыртҡа һөйәге тәңгәленә горчичник (ҙур түгел) ҡуйырға мөмкин. Өҫтөнә таҫтамал ябып, утты һүндереп, ҡараңғыла күҙҙәрҙе йомоп, ял итеп алырға кәрәк. Ошонан һуң бер сәғәт ваҡыт үтеүгә лә ауыртыу баҫылмаһа, дарыу эсергә була. Ярты төймә «Пенталгин», «Седалгин» йәки «Коделак» менән лимонлы сәй эсергә. Бынан һуң баш ауыртыуы баҫылһа, йоҡларға ятырға мөмкин. Иртәнсәк йылы ванна инеү файҙалы һәм мигрень өйәнәге башланған ваҡыттан алып күберәк шыйыҡлыҡ эсергә кәрәк: гөлйемеш, мүк еләге, ҡыҙыл көртмәле төнәтмәһе, лимонлы сәй һ.б. Ә мигрень өйәнәген иҫкәртеү өсөн тынсыу бүлмәлә ҡалыуҙан һаҡланығыҙ, дөгө, картуф иҙмәһе, ыҫланған ит, балыҡ кеүек ризыҡтарҙан баш тартығыҙ, ҡыҙыл шарап та ярамай. Шулай уҡ эхинация менән дауаланыу курстары үткәреп алыу ауырыуҙы иҫкәртергә ярҙам итә. Ошо һаҡланыу ысулдарын ҡулланғанда, мигрень өйәнәге йыш борсомаҫ, ул булған ваҡытта ла еңелерәк үтер.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Фото: Ф.Рәхмәтуллина
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас