Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
27 Октябрь 2023, 18:10

Теге йәки был ерегеҙ ауыртҡанда...

Түбәндәге кәңәштәр ауыртыуҙы баҫып, хәлегеҙҙе бер аҙ еңеләйтергә ярҙам итер. 

Теге йәки был ерегеҙ ауыртҡанда...Теге йәки был ерегеҙ ауыртҡанда...
Теге йәки был ерегеҙ ауыртҡанда...

*Ҡулығыҙ ойоғанда башығыҙҙы уң һәм һул яҡҡа борғолап эшләгән күнегеү ярҙам итер. Сөнки ҡулдың ойоуы муйын мускулдары тарафынан нервы ҡыҫылыуҙан килеп сыға. 

*Төндә үҙәк көйөү йонсотһа, һул яғығыҙға ятып йоҡлап ҡарағыҙ.  Ошолай иткәндә ашҡаҙандан тоҙло кислотаның аш юлына эләгеүе тоҡарлана. Сөнки һул яҡҡа ятҡанда ашҡаҙан менән аш юлы араһы ҡыҫыла һәм кислотаға аш юлына төшөүе ауырлаша. 

*Теш һыҙлағанда устың эс яғынан баш бармаҡ менән һуҡбармаҡ араһын боҙ шаҡмағы менән ыуыу ярҙам итер.  Бының менән һеҙ  һыҙлаған тештән мейегә ебәрелгән  сигналдарҙы тотҡарларһығыҙ.

* Йүгереүҙән һуң  уң яҡта ауыртыу тойһағыҙ, тынды сығарған саҡта һул аяғығыҙға баҫығыҙ. Был бауырҙың диафрагмаға көсөргәнешен кәметеп, ауыртыуҙы  бөтөрәсәк. Йыш ҡына кешеләр тынды сағарғанда уң яҡҡа баҫа, был иһә бауырға көсөргәнеште арттыра ғына.

*Ниндәйҙер тексты ятларға кәрәк булһа, йоҡларға ятыр алдынан уны бер нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ. Йоҡлаған ваҡытта мейе уны тәртипкә килтереп, оҙайлы хәтергә күсерер. Иртән торғас иһә һеҙ тексты тулыһынса яттан белеүегеҙҙе аңларһығыҙ.

*Уколдан ныҡ ҡурҡһағыҙ, энәне ҡаҙаған ваҡытта бер аҙ йүткереп алығыҙ. Был күкрәктәге көсөргәнеш артыу иҫәбенә ауыртыуҙы  күпкә кәметер.

*Тымау яфалаһа,  телегеҙ менән аңҡауығыҙға баҫып, ҡаштарығыҙ араһына бармаҡтар менән массаж эшләгеҙ.  20 секундҡа  танауығыҙ асылып ҡалыр.

Фото: Ф.Рәхмәтуллина

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас