Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
26 Октябрь 2023, 10:39

Мутлашыусылар ҡорбаны булмағыҙ

Район Мәҙәниәт һарайының ҙур залында “Нисек мутлашыусылар ҡорбаны булмаҫҡа?” темаһына арналған семинар-кәңәшмә үтте. Заман алға барған һайын мутлашыу төрҙәре лә арта ғына бара. Нисек итеп мутлашыуҙы айырырға һәм уның ҡорбаны булмаҫҡа?

Мутлашыусылар ҡорбаны булмағыҙМутлашыусылар ҡорбаны булмағыҙ
Мутлашыусылар ҡорбаны булмағыҙ

Кәңәшмә эшендә район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Рәсил Исламов, Ҡырмыҫҡалы ауылындағы “Россельхозбанк” йәмғиәтенең өҫтәмә офисы идарасыһы Наталья Шеина, “Сбербанк” йәмғиәтенең эш хаҡы проекттары бүлеге менеджеры Ринат Исмәғилев, эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары, эске хеҙмәт подполковнигы Динар Сәйфуллин, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Виктория Мөхәмәҙиева һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Рәсил Исламов кәңәшмәне асып, телефон аша мутлашыусылар тоҙағына нисек эләкмәҫкә һәм улар менән һөйләшкәндә үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген әйтте.

- Осрашыуҙың төп мәсьәләһе – һеҙҙе һәм туғандарығыҙҙы телефон мутлашыусыларынан һаҡлау. Таныш булмаған кешенән шылтыратыу булһа, уның нимә һәм нисек әйтергә теләүенә иғтибар итегеҙ. Мутлашыусылар теге йәки был ысул менән ҡорбандарының психологияһын белеп, бик нескә эш итә. Бындай осраҡта тыныс булырға кәрәк. Хатта аҡсағыҙҙы юғалтыу хәүефе янаһа ла, шылтыратыусының талаптарын үтәргә ашыҡмағыҙ. Бер ниндәй банктың да, полиция һәм башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдарының да һеҙҙең банк карточкаһының пин-кодын, башҡа мәғлүмәттәрен һорамаясағы хаҡында онотмағыҙ. Әгәр шылтыратыусы шундай юҫыҡта һүҙ алып барһа, һөйләшеүҙе шунда уҡ өҙөгөҙ. Ҡыҙғаныс хәлдәр килеп сыҡмаһын өсөн ошо проблема хаҡында урындарҙа халыҡҡа еткереүегеҙҙе һорайбыҙ. Әлеге ваҡытта мутлашыусыларға бик күп аҡса күсерелә. Мәҫәлән, республика буйынса туғыҙ ай эсендә генә уларға райондың бөтә бюджеты күләмендә тиерлек аҡса күсерелгән. Уйлап ҡараһаҡ, был бик ҙур сумма килеп сыға, - тине Рәсил Ғаяз улы.

- Мутлашыусыларҙың күбеһе банк хеҙмәткәре йәиһә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре булып таныша. Шылтыратыусы банк картаһын сисергә йәки блокировкаларға маташыуҙары, интернет-банкта шикле ғәмәлдәр ҡылыныу, кредит буйынса үткәрелгән түләү йәиһә алдан уйланылған ғәйепләү буйынса штраф янауы тураһында хәбәр итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, банк хеҙмәткәрҙәре клиенттарға бер ҡасан да үҙҙәре шылтыратмай, шәхси мәғлүмәттәр һорамай һәм иҫәп менән ниндәй ҙә булһа операция эшләргә тәҡдим итмәй. Ниндәй генә һорау булһа ла, банкҡа үҙеңә шылтыратыу яҡшыраҡ. Ә инде проблемалар тураһында банк хеҙмәткәрҙәре башҡа ысулдар менән хәбәр итә, - тип аңлатты “Россельхозбанк” йәмғиәтенең өҫтәмә офисы идарасыһы Наталья Шеина.

“Сбербанк” йәмғиәтенең эш хаҡы проекттары бүлеге менеджеры Ринат Исмәғилев халыҡты телефондан алдауҙың көндән-көн яңы төрҙәрен уйлап табыуҙары һәм схемалары тураһында бәйән итеп китте, уларҙың талаптарын үтәргә ашыҡмаҫҡа, уяу булырға саҡырҙы. Хатта банк хеҙмәткәрҙәре лә хәүеф аҫтында, тине ул һәм бер миҫал килтерҙе. “Бер нисә аҙна элек кенә минең хеҙмәттәшем дә шундай хәлгә тарыны. Уның әсәһе мутлашыусылар һөжүменә дусар булды. Уның ҡыҙы банкта эшләүен белгәндәр һәм уның картаһынан Украинаға аҡса күсерелә, шуның өсөн ҡыҙығыҙ Ватанға хыянат итеүҙә ғәйепләнәсәк, тигән хәбәр килә. Әсәһе ҡыҙына шылтыратып белешергә уйлай, ләкин телефондың теге осонан быны эшләмәҫкә ҡушалар. Әгәр ҙә һеҙҙең номерҙан ниндәйҙер шылтыратыуҙар яһалһа, был һеҙҙең ғәйебегеҙҙе дәлилләү буласаҡ, шуға күрә беҙҙең күрһәтмәләребеҙ буйынса тиҙ генә эш итегеҙ, ул саҡта язанан ҡотола алаһығыҙ, тип иҫкәртәләр. Шул уҡ ваҡытта улар әсәне бер нисә банкоматтан аҡса алырға мәжбүр итә, хатта уның өсөн курьер ҙа саҡырталар”,- тип һөйләне Ринат Радик улы.

Эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары, эске хеҙмәт подполковнигы Динар Сәйфуллин бөгөнгө көнгә республика буйынса хәлдең нисек тороуы тураһында дөйөм мәғлүмәт биреп үтте.

- Республикала йәшәүсе һәр кем тиерлек мутлашыу тураһында күп тапҡырҙар ишеткәне бар. Ай һайын граждандар мутлашыусыларға 220 миллион һум аҡса күсерә. Шулай уҡ беҙҙең район халҡы бөгөнгө көнгә 7 миллион һум күсергән. Был енәйәттәрҙән зыян күреүселәр иҫәбендә күберәге түбән килемле бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, пенсионерҙар. Көн һайын яңы ысулдар барлыҡҡа килә. Һуңғы ваҡытта юғары вазифалы кешеләр булып шылтыратыу осраҡтары йышайҙы, - ти Динар Ғизәр улы һәм бер нисә миҫал килтерҙе. – Граждандарҙың шәхси мәғлүмәттәренең күп өлөшө интернет селтәрендә булыуы айырым проблема булып тора. Ә социаль селтәрҙәргә инеү енәйәтселәр өсөн бер ни тормай. Аҡса урлауҙың тағы бер киң таралған ысулы – инвестиция өлкәһендә мутлашыу. Мутлашыусылар кешеләрҙе тиҙ аҡса эшләү вәғәҙәләре менән ҡоторта, улар шикле инвестиция фондтарына үҙ аҡсаларын һала һәм ахыр сиктә бер нимәһеҙ ҡала. Бынан тыш, илдә килеп тыуған сәйәси хәл менән аҡса урлауҙан тыш, мутлашыусылар граждандарҙы енәйәт язаһына тарттырылырға мөмкин булған билдәле бер ғәмәлдәрҙе башҡарырға мәжбүр итәләр. Әлеге ваҡытта электрон түләүҙәр баҙарының үҫеше менән бәйле мутлашыуҙың заманса формаһы – фишинг барлыҡҡа килде. Урлашыуҙың был төрөн «ҡармаҡҡа тотоу» тип тәржемәләргә була. Был ысулды ҡулланған мутлашыусылар электрон почтаға йәиһә телефонға кредит картаһы мәғлүмәттәрен һорап хәбәр ебәрә. Мәҫәлән, түләү системаһы йәки банк үткәргән акция тип яҙалар. Бындай хәбәр алған һәр кем уның алдаҡ булыуын белергә тейеш. Бындай енәйәттәрҙе асыҡлауы бик ауыр, сөнки граждандар күсергән аҡсалар бөтәһе лә сит илгә күсә. Хатта беҙ унда һорау ебәрһәк тә беҙгә бер кем дә яуап бирмәй. Хөрмәтле граждандар, мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫ өсөн ашығыс, уйланылмаған ҡарарҙар ҡабул итергә ашыҡмағыҙ, күрһәтелгән номер буйынса шылтыратмағыҙ йәки һылтанма буйынса күсмәгеҙ. Әгәр һеҙгә мутлашыусылар шылтыратһа һәм һеҙ шикләнәһегеҙ икән, түбәндәге 8-999- 741-11-75 телефон һандары аша дежур бүлегенә шылтыратыуығыҙ һорала.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, мутлашыусылар йоҡламай. Белгестәрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ һәм уяу булығыҙ!

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор фотоһы.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас