+24 °С
Ямғыр
Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Шәһиҙә Барлыбаева аш-һыуға, ҡул эштәренә бик уңған. Йәй көнө урмандан емеш - еләген йыйып та һата, төрлө ҡайнатмалар эшләргә лә өлгөрә. Бигерәк тә ағинәйҙең емеш-еләктән әҙерләнгән муйыллы, ҡарағатлы, сейәле майҙары тәмле һәм файҙалы булыуы менән айырылып тора.
Уны нисек эшләү серҙәре менән Йомаш ағинәйе түбәндәге видеояҙмала бүлешә.
Ә һеҙ муйыллы май эшләйһегеҙме?
Автор фотоһы һәм видеоһы.