Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
23 Октябрь 2023, 04:58

Көҙ көс биреүсе өс аҙыҡ

Уларҙы көндәлек туҡланыу рационына күберәк индереп ҡалығыҙ. 

Көҙ көс биреүсе өс аҙыҡКөҙ көс биреүсе өс аҙыҡ
Көҙ көс биреүсе өс аҙыҡ

Көҙгө йонсоу көндәрҙә туҡланыу рационында төрлө файҙалы аҙыҡ-түлек булырға тейеш. Ҡайһы берҙәре аш эшкәртеү-һеңдереүгә генә түгел, кәйефте күтрергә, көс тупларға ла ярҙам итә.

Ҡабаҡ. Унда күп файҙалы матдәләр тупланған: цинк, тимер, төрлө витаминдар һәм пектин. Бешерелгәне файҙалыраҡ, ти табиптар. Уға кориандр, дәрсен һәм борос тәмләткестәрен яраштырып ҡулланырға була.

Татлы борос. Көҙ уны күберәк ҡулланып ҡалырға тырышығыҙ. Унда Е, С, А витаминдары күп, антиоксиданттар бар. 100 грамм ҡулланғанда ла, организмға көндәлек С витамины нормаһын тулалындыра. Боросто сей килеш тә, бешереп тә ашарға мөмкин.

Емеш-еләктән тәүге рәттә слива тора. Уның составында кальций, фосфор, магний, С витамины бар. Аш һеңдереү өсөн дә һөҙөмтәле. Һау кешегә көнөнә өс-дүрт слива ашау ҙа етә. Икенсе емеш – һырғанаҡ. Унда тимер, магний, калий, төрлө витаминдар һәм аминокислоталар бар. Ашҡаҙан эшмәкәрлеге өсөн дә яҡшы.

Сәләмәт булайыҡ!

Фото: recepty.7dach.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас