Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
22 Октябрь 2023, 17:28

НИМӘ УЛ ХӘЛӘЛ?

— Йыш ҡына «Йомортҡаның хәләл булмағаны бармы ни?» — тип һорайҙар.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл индустрияһын үҫтереү үҙәге» етәксеһе Илнур хәҙрәт Мөхәмәтйәнов менән Республикала ойошмаларҙы «хәләл» исеме аҫтында сертификациялау мәсьәләләре менән бәйле әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
— Илнур хәҙрәт, иң тәүҙә әйҙәгеҙ «нимә ул хәләл?» тигән һорауға яуап бирәйек әле. Сөнки кемдер өсөн хәләл
тигән төшөнсә тик иткә генә, икенселәргә тик аҙыҡ-түлеккә генә ҡайтып ҡалһа, әлеге көндә беҙ шулай уҡ косметиканың да хәләл булғанын күрәбеҙ.

— Ысынлап та хәләл — ул тик аҙыҡ-түлек кенә түгел, ә кешенең тотош йәшәү рәүеше. «Хәләл» тип кешегә Ислам дине тарафынан рөхсәт ителгән барлыҡ әйберҙәр һәм эштәр атала. Мәҫәлән, аҙыҡ-түлек, медицина хеҙмәттәре, финанс һәм туризм өлкәһендәге эштәр. Дөйөмләштереп әйткәндә, хәләл — Исламда рөхсәт ителгән барлыҡ әйберҙәр һәм эштәр.


— Үҙегеҙ етәкләгән үҙәк тураһында тулыраҡ һөйләп китегеҙ әле.


— Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл
индустрияһын үҫтереү үҙәге». Был ойошманы беҙ 2019 йылда булдырҙыҡ. Үҙәктең төп маҡсаты —
хәләл стандарты буйынса тауарҙарҙы һәм хеҙмәтләндереү төрҙәрен сертификациялау,
уларҙың хәләллеген һәм сифатын контролдә тотоу. Шулай уҡ үҙәк республикабыҙҙа хәләл
индустрияһын үҫтереүҙә төп роль уйнай. «Хәләл индустрияһын үҫтереү үҙәге» Башҡортостан
Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау
буйынса дәүләт комитеты, «Һынау үҙәге» дәүләт ҡаҙна учрежденияһы кеүек ойошмалар менән
махсус килешеүҙәр төҙөнө.

— Был үҙәкте етәкләр, уның эшен алып барыр өсөн махсус белемгә һәм алымдарға эйә булырға кәрәклегенә шик юҡ. Һеҙ үҙегеҙ бындай белемде ҡайҙа һәм кемдән алдығыҙ?


— Мин үҙем бындай махсус белемде Ҡаҙағстанда алдым. Миңә был өлкәлә ҙур ғалим
булып һаналған остаздарҙа уҡыу бәхете тейҙе. Шулар араһынан БДБ илдәрендә хәләлде

НИМӘ УЛ ХӘЛӘЛ?

стандартлаштырыуға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған, әлеге көндә Ҡаҙағстандың
«Халал индустрия» ассоциацияһы рәйесе Сарсенбаев Марат һәм Малайзияның Куала-Лумпур
университеты профессоры Мөхәммәт Азими бар. Уҡыуымды тамамлағас, мин халыҡ-ара хәләл
стандарты буйынса эксперт-аудитор квалификацияһына эйә булдым. Әйткәндәй, ошондай
халыҡ-ара кимәлдәге эксперт-аудитор дәрәжәһе Рәсәйҙә тик миндә генә бар, йәғни был
беҙҙең үҙәккә киләсәктә сит илдәргә экспорт өсөн халыҡ-ара кимәлдә хәләл сертификациялау
мөмкинлеген бирә.


— Ниндәйҙер ойошма йәки эшҡыуар хәләл серификатын алырға теләһә, уға ниндәй
талаптарҙы үтәргә кәрәк.


— Әгәр ҙә инде продуктта хәләл булмаған матдәләр булһа, етештереүсе быны хәләлгә
алмаштырырға тейеш. Шунан һуң тағы уның продукцияһы «Һынау үҙәге» дәүләт ҡаҙна
учреждениеһында, йәғни лаборатор шарттарҙа тикшерелә. Был лаборатория аҙыҡ-түлектең
сифатын һәм сәләмәтлек өсөн хәүефһеҙ булыуын тикшерә. Ошо процедураларҙан һуң
беҙ ойошмаға килеп аудит үткәрәбеҙ, йәғни ойошмалағы шарттар санитар һәм гигиена
талаптарына тура килергә тейеш. Эшселәргә махсус курстар үткәрәбеҙ, ә уҡыуҙарҙың аҙағында
улар яҙма рәүештә аттестация үтә һәм тейешле сертификатҡа эйә була. Шунан һуң ойошмаға
хәләл сертификаты тапшырыла. Ошо уҡ ойошма эсендә хәләл стандарты буйынса комитет
төҙөйбөҙ; улар араһында эксперт билдәләнә.


— Коронавирус сәбәпле һеҙҙең эшегеҙҙә үҙгәрештәр булдымы?
Ниндәйҙер тотҡарлыҡтар булды, тип әйтеп булмай, сөнки бындай ауыр шарттарҙа хәләл
күп етештереүселәр өсөн яңы мөмкинлек булып тора.


— Тимәк, хәләл ул тик дин тарафынан рөхсәт ителгән булыуҙан тыш тағы ла сифатлы
тауар тигәнде лә аңлата?


— Эйе, тап шулай, хәләл — ул сифатлы тигәнде лә аңлата. Шулай уҡ хәләл — ул һаулыҡ өсөн
зарарһыҙ булған аҙыҡ-түлек. Шуға күрә динебеҙҙә тыйылған аҙыҡтарҙы алып ҡараһаҡ, уларҙың
һаулыҡ өсөн зыянлы икәнен беләбеҙ. Мәҫәлән, иҫерткес эсемлектәр хәрәм категорияһына
ҡарай. Уларҙың кеше һаулығы һәм аҡылы өсөн зарарлы булыуы барыбыҙға ла мәғлүм. Бер
ғалим: «Беҙ нимә ашайбыҙ, үҙебеҙ ҙә шул булабыҙ», — тип әйткән. Тағы ла ит тураһында
әйткәндә уның хәләл булыуы өсөн талаптар ҙа бар. Улар үтәлгәндә был ит тә сифатлы була.
Хәләл шулай уҡ ниндәйҙер кимәлдә бренд булып тора. Статистик мәғлүмәттәргә ярашлы,
80% хәләл аҙыҡ-түлекте ҡулланыусылар булып башҡа дин вәкилдәре тора (йәғни мосолман
булмағандар). Уларҙың хәләл продукцияны һатып алыуы тап был төр аҙыҡ-түлектең сифатлы
булыуы менән бәйле.


— Йыш ҡына «Йомортҡаның хәләл булмағаны бармы ни?» — тип һорайҙар.


— Асылда, әлбиттә, бөтә йомортҡа ла хәләл. Әгәр ҙә ниндәйҙер йомортҡа етештереүсе
ойошма хәләл буйынса сертификациялау үткән икән, тимәк, был йомортҡа һалған тауыҡтарға
тик таҙа аҙыҡ бирелә тигәнде аңлата. Шуға күрә лә, иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, магазинда хәләл
тамғаһы аҫтында һатылған йомортҡаның хаҡы ҡиммәтерәк. Шулай уҡ яһалма йомортҡаларҙың барлығы ла йәшерен хәбәр түгел. Уларҙың составында төрлө ағыулы һәм тыйылған матдәләр
бар. Мин белеүемсә, Ҡаҙағстанда, тап ошондай яһалма йомортҡа ашап, ағыуланыу осраҡтары
ла булған.
Әлеге көндә 1500-ҙән ашыу ингредиент бар. Шулар араһында хайуан сығышлы
ингредиенттар ҙа бар. Беҙҙең үҙәк аша сертификация үткән ойошмаларҙың продукцияһында
ниндәй ингредиенттар булыуын лаборатор шарттарҙа тикшерәбеҙ. Әгәр тыйылған
ингредиенттар табылған осраҡта беҙ уларҙы хәләл булған ингредиенттарға алмаштырабыҙ.
— Республикала хәләл сертификаты булған нисә ойошма бар?
— Әлеге ваҡытта Республикала яҡынса 30-ҙан ашыу ойошма хәләл сертификатына эйә.
Шуларҙың береһе булған Мәләүез ит комбинаты шулай уҡ халыҡ-ара хәләл сертификатына ла
эйә. Был ойошма етештергән продукцияһын шулай уҡ мосолман сит илдәренә лә экспортлай
ала.
— Һеҙҙең үҙәк менән нисек бәйләнешкә сығырға була?
— Беҙҙең үҙәк Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 103 адресы буйынса урынлашҡан.

https://dumrb.ru/diyanat-magazine/

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас