Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
21 Октябрь 2023, 06:01

Исемең нисек, кем ҡушҡан?

Дуҫтар, исемегеҙ үҙегеҙгә оҡшаймы? Уны кем ҡушҡан? Әйҙәгеҙ әле, ошонда исемебеҙҙе яҙып, маҡтанып алайыҡ. Юғиһә, һуңғы ваҡытта бигерәк ҡолаҡҡа ятмаған исемдәр яңғырай башланы. Рәсәй буйынса алып ҡараһаҡ та, ата-әсәйҙәр күберәк ғәҙәти булмаған исемдәр ҡуша башлаған.

Исемең нисек, кем ҡушҡан?Исемең нисек, кем ҡушҡан?
Исемең нисек, кем ҡушҡан?

Улай ғына түгел, сабыйҙарға бер юлы ике, өс исем ҡушҡандар ҙа бар. Мәҫәлән, Анна-Мария, Алиса-Оливия, Мия Надежда Нэнси...Рус исемдәре араһында исемен ҡыҫҡартып, Саша, Миша, Алекс тип яҙғандар ҙа осрай.

Йыһанға бәйле исемдәр ҙә күп ҡушалар. Мәҫәлән, быйыл Мәскәүҙә 7 малайға Космом, алтауһына Марс, берәүгә Альберт Меркурий һәм берәүгә Галактион тигән исемдәр бирелгән.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас