Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
21 Октябрь 2023, 05:51

Ә һеҙҙең яҡтарҙа «Бәпес күреү» йолаһы бармы?

Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылында ошондай йола үткәрелгән.

Ә һеҙҙең яҡтарҙа «Бәпес күреү» йолаһы бармы?Ә һеҙҙең яҡтарҙа «Бәпес күреү» йолаһы бармы?
Ә һеҙҙең яҡтарҙа «Бәпес күреү» йолаһы бармы?

Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылында ошондай йола үткәрелгән.

Был хаҡта Дыуан-Мәсетле китапханаһының төркөмө хәбәр итә.


- Халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын онотмау, өйрәнеү,һаҡлау, көнүҙәк мәсъәләренең береһе булып тора. Ошоно күҙ уңында тотоп, бөгөн ауылыбыҙҙың уңған, өлгөлө, эшһөйәр ғаиләләренең береһе Әмир һәм Ләйсән тәүге улдарының тыуыу хөрмәтенә бәпес күреү йолаһына мәжлес йыйҙы. Йәштәр тәүге бәпестәре тыуыуға ҡыуанһа, Хәмзә ағай һәм Ләйлә апай тәүге ейәндәренең донъяға килеүенә сикһеҙ шат. Йола буйынса бәпескә изге теләктәр теләп, бүләктәр бирҙек, аят уҡылды,боронғо йолалар иҫкә төшөрөлдө, бәхетле ғаилә һәр беребеҙгә бәпес бүләге тапшырҙы. Донъялар имен булып, бәпестәр тыуып, табындар тулып торһон, ғаиләләр ишәйһен, – ти яҙа улар.

Бәпес тәүфиҡлы, аҡыллы, ата-әсәһенә иш булып үҫһен, барлыҡ әйтелгән изге теләктәр тормошҡа ашһын!

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-10-21/e-e-ya-tar-a-b-pes-k-re-yola-y-barmy-3487550

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас