Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
21 Октябрь 2023, 17:31

Баймаҡта... егеттәр ҙә сәскә үҫтерә

Айсыуаҡ Байраҡаевтың баҡсаһында һәм өйөндә ниндәй генә сәскәләр һәм гөлдәр үҫмәй?!

Баймаҡта... егеттәр ҙә сәскә үҫтерәБаймаҡта... егеттәр ҙә сәскә үҫтерә
Баймаҡта... егеттәр ҙә сәскә үҫтерә

 

Күптән түгел Баймаҡ районының Әхмәр ауылынан сәскәсе Зөлфәт ағай Йәнтүрин тураһында хәбәр иткәйнек инде, бөгөн иһә һүҙебеҙ йәнә бер Баймаҡ районынан матурлыҡҡа ғашиҡ, сәскәләр һәм гөлдәр үҫтерергә маһир Айсыуаҡ Байраҡаев хаҡында булыр. Фуксия һәм гибискустар үҫтереү оҫтаһы Айсыуаҡ Байраҡаевтың өйөнөң эсе генә түгел, баҡсаһы ла йәй башынан уҡ шау сәскәгә күмелә.

Йүнсел егет был эш менән күптән шөғөлләнә һәм гөл, сәскә үҫентеләре менән һатыу итә. Әйткәндәй, Айсыуаҡ Байраҡаев "Бәхетнамә" тапшырыуы үткәргән «Ихатаһы тулы сәскә, тирә-яҡҡа нур сәсә» фотоконкурсында ҡатнаша. Сәскә һәм гөлдәр үҫтерергә яратҡан егет менән гәзитебеҙҙең алдағы һандарында таныштырырбыҙ.

Фото: "Бәхетнамә" төркөмөнән

Автор:Карима Усманова

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-10-21/bayma-ta-egett-r-s-sk-ter-3487669

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас