

Бынан байтаҡ йылдар булды ул ваҡиға. Ул ваҡытта әлеге һымаҡ интернет, мобиль телефондар ҙа тормошобоҙға килеп инмәгәйне. Кеше бер-береһенә хат яҙып аралашты, хәл белеште.
Мәктәпте тамамлағас, Ләйсән юғары уҡыу йортона инергә имтихандар тапшырырға Өфөгә китте. Йәйге бесән ваҡыты, артынан эйәреп йөрөргә ата-әсәһенең ваҡыты юҡ. Ҡала мөхитенә өйрәнеү бер һынау булһа, имтихандар тапшырыу тағы ла ауырыраҡ ине. Дөйөм ятаҡтағы бүлмәләш ҡыҙҙары кемдер түбән билдә алып, кемдер ауылын һағынып бер-бер артлы ҡайтып киттеләр. Ләйсән бүлмәлә бер үҙе ҡалды. Шуға ул күрше бүлмәләге Зәлиә исемле ҡыҙ менән аралаша башланы.Төнгөлөккә яңғыҙына ҡурҡыныс булғас, уның бүлмәһенә инеп тә ҡунды.
Ихлас, асыҡ күңелле Зәлиә бер көндө Ләйсәнгә илап килеп керҙе. Аҡсаһын юғалтҡан икән, автобустамы , башҡа ерҙә төшөрөп ҡалдырғанмы, үҙе лә иҫләмәй. Нишләп бөтә булған аҡсаһын янсығына һалып йөрөгәндер?
Ләйсәндең дә аҡсаһы артыҡ күп түгел. Шулай ҙа әхирәтенең хәленә инде.
-Ярай, Зәлиә, илама, миндә бар бит. Шуға йәшәп торорбоҙ. Имтихандарҙы беҙгә аҙаҡҡаса тапшырырға кәрәк. Бирешмәйек, -тине.
Артыҡ тәмле-татлы алмай, Ләйсән аҡсаһын аҙаҡҡаса икеһенә лә еткерҙе. Шуныһы үкенесле, әхирәтенең генә уҡырға инергә балы етмәне. Алда торған айырылышыуҙан икеһе лә һағышланды. Сөнки бер нисә аҙна дауамында ят ҡалала улар туғандар һымаҡ яҡынайғайны. Ләйсән әхирәтенә юлға автобусҡа билет алып бирҙе һәм икеһе ике яҡҡа ҡайтып китте.
Ауылына ҡайтып ике аҙна самаһы ваҡыт үткәндер, Ләйсәнгә почта аша посылка килеп төштө. Адресына ҡарап , Зәлиәнән икәнлеген аңланы. Асып ебәрһә, күптән хыялланып йөрөгән көмөш алҡалар һәм сәс бөҙрәләтеү ҡулайламаһын күрҙе.
Өфөлә бер шулай магазиндарҙа йөрөгәндәрендә Ләйсән үҙенә ыҡсым ғына көмөш алҡалар һәм заманына күрә модала булған сәс бөҙрәләтеү ҡулайламаһын алырға хыялланыуы тураһында һөйләгәйне. Аҡса яғы наҡыҫ булғас, әхирәтенә лә ярҙам кәрәккәс, уларҙы ала алманы.
Рәхмәтле әхирәте шуны хәтеренә һеңдергән һәм Ләйсәндең ярҙамына ошо рәүешле изгелек итергә булған...
Ул ваҡиғаға 30 йыллап ваҡыт үткән. Ләкин йыш ҡына күңелде йылытып хәтергә төшә.
Автор фотоһы.