

Ашнаҡсының нимә менән шөғөлләнеүе һәр кемгә таныш, ә ул түҙемлекте, бөхтәлекте һәм теүәллекте талап иткән ысын мәғәнәһендә бик тә мөһим, ауыр эш.
Иҫке Шәрәй ауылының “Ағиҙел” кафеһы ашнаҡсыһы Венера Буранова егерме йылдан ашыу ғүмерен был һөнәргә бағышлаған. Уның был өлкәлә дөйөм эш стажы – 33 йылдан ашыу. Тырыш хеҙмәте күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған.
Венера Әнүәр ҡыҙы Иҫке Аҡташ ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте уңышлы тамамлағас, яратҡан һөнәре буйынса Архангел һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. 4-се разрядлы ашнаҡсы квалификацияһы бирелә. Ул бәләкәйҙән аш-һыу бешереү серенә төшөнөп үҫә. Тырыш, уңған ҡыҙ печенье, торт бешереп яҡындарын һыйлай. Уҡыуын тамамлағас, Силәбе өлкәһе егете Флүр Буранов менән ғаилә ҡоралар. Йәш ғаилә иренең тыуған яғында ҡалырға ҡарар итә. Бында килгәс тә һөнәре буйынса тәүҙә эш булмай. Шуға күрә ире менән бергәләшеп колхоздың һарыҡ фермаһында эшләйҙәр. Артабан Венера апай урындағы мәктәп ашханаһына эшкә урынлашып, тәжрибә туплай. Әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса 2003 йылда тыуған ауылы Иҫке Аҡташҡа ҡайталар. Унда йорт һатып алып матур, тыныс донъя мәшәҡәттәре менән йәшәй башлайҙар. Шул уҡ йылда район ҡулланыусылар йәмғиәтенә эшкә килә. Уны Иҫке Шәрәй ауылындағы “Ағиҙел” кафеһына ашнаҡсы итеп эшкә ебәрәләр. Бөгөнгө көндә был кафе “Ефремкин” йәмғиәтенә ҡарай. Унда ярымфабрикаттар етештереү цехы ла бар. Бында билмән, картуф һәм еләкле эремсек менән варениктар, манты, фаршланған борос, киҫелгән туҡмас етештерәләр. Айына ике тонна ярымфабрикаттар етештерелә. Әҙер продукцияны Өфө ҡалаһы, бөтә республика һәм районыбыҙ ауылдарында урынлашҡан магазиндарҙа һатып алырға була.
- Бәләкәйҙән бешеренергә яратҡанлыҡтан эшемде яратып башҡарам. Үҙ эшеңде яратып эшләгәндә генә аҙыҡ өйҙәге кеүек тәмле килеп сыға, ҡамыр аштары уңып бешә. Беҙҙең эшебеҙгә иң ҙур баһа – халыҡтың “Тәмле булды!”, “Рәхмәт” тигән һүҙҙәре,- ти Венера Әнүәр ҡыҙы.
Мөләйем, уңған, ипле, алтын ҡуллы Венера Буранованы яуаплы, талапсан, иғтибарлы булғаны өсөн хеҙмәттәштәре лә ихтирам итә. Ашһыу әҙерләү һәләте уға Хоҙайҙан бирелгән. Һәр ризыҡты тәмле, күңел йылыһын һалып бешерә, ти уның хаҡында хеҙмәттәштәре. Ҙур булмаған татыу коллективта үҙ эшен яҡшы белгән, ойошҡан, хеҙмәт яратҡан биш кеше эшләй. Ашнаҡсылар Илзара Булатова һәм Гөлназ Ҡормашева - шулай уҡ үҙ эшенең оҫталары. Эш ҙур сыҙамлылыҡ талап итә. Ун сәғәт буйына баҫып торорға кәрәк. Әммә улар был ритмға өйрәнеп бөткән. Эш иң тәүҙә кәрәкле аҙыҡ-түлекте әҙерләүҙән башлана: ит иретеү, ҡамыр ҡуйыу, бешереү. Цехта заманса ҡорамалдар урынлаштырылған, өҫтәлдәр уңайлы, һыуытҡыстар бар. Шулай ҙа билмәндәрҙе өйҙәгесә ҡул менән яһайбыҙ, ти улар.
Кафеның магазинында һатып алыусыларҙы һатыусылар Эльвира Фәйрушина менән Гөлфиә Тажетдинова хеҙмәтләндерә. Әйткәндәй, дөйөм туҡланыу ойошмаһына инеп тамаҡ ялғап сыҡмаған кеше юҡтыр. Ашнаҡсылар юлдағыларға тәмле ризыҡтар ҙа хәстәрләйҙәр. Уларҙың менюһындағы төрлө-төрлө салаттар, аш, төрлө эслек менән ҡоймаҡ, бәлеш, итле һәм башҡа тәмле-татлы ризыҡтарҙы ауыҙ итергә була. Бында шулай уҡ төрлө банкеттар үтә. Әлбиттә, кафе хеҙмәткәрҙәре байрам өҫтәлен төрлөләндереп мул һыйлы табын әҙерләйҙәр. Байрамға килеүселәр мул табындағы ризыҡтарҙан һыйланып, уны ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп таралыша. Кафе хеҙмәткәрҙәре районда үткәрелгән төрлө байрам сараларында, һабантуйҙарҙа ла ҡатнаша.
- Көнө буйы эштә бешеренгәс, өйҙә бешерге килмәйҙер ул тип һораусылар күп. Юҡ, өйҙә лә мин яҡындарыма рәхәтләнеп, кинәнес менән төрлө тәмле-татлы ризыҡтар бешерергә яратам, - ти Венера апай. Бынан тыш, уға Ҡөрьән аштарына, байрамдарға бауырһаҡ, ҡоймаҡ, бәлештәргә заказдар ҙа булып тора.
Венера Әнүәр ҡыҙы - бар булмышын ашнаҡсы хеҙмәтенә бағышлаған бәхетле өс бала әсәһе, яғымлы өләсәй, һөйөклө ҡатын. Бурановтарҙың ҡыҙҙары Әлмира менән Лиана кейәүҙә, үҙ тормоштары менән ҡайнап йәшәйҙәр, улдары әлегә өйләнмәгән. Ире Флүр Сөләймән улы Өфө ҡалаһы торлаҡ-эксплуатация идаралығында сантехник булып эшләй, Ул да бер урында оҙаҡ йылдар эшләй, хеҙмәткәрҙәре тарафынан тик хөрмәт һәм ихтирам ҡаҙанған кеше. Уның тырыш хеҙмәтен Маҡтау ҡағыҙҙары дәлилләй.
Ашнаҡсы – иң хөрмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Егәрлелек һәм ныҡышмалылыҡ талап иткән был һөнәр бер ҡасан да үҙ баһаһын юғалтмай. Ошо уңайҙан Венера Әнүәр ҡыҙын һәм барлыҡ ашнаҡсыларҙы байрамдары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.