Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
17 Октябрь 2023, 19:07

Йоҡоһоҙлоҡтан ҡотолоу ысулдары

Йоҡларға ятыр алдынан...

Йоҡоһоҙлоҡтан ҡотолоу ысулдарыЙоҡоһоҙлоҡтан ҡотолоу ысулдары
Йоҡоһоҙлоҡтан ҡотолоу ысулдары

🍀Бүлмә һалҡынса булһа, яҡшыраҡ. Әммә һеҙ өшөп ятырға ла тейеш түгелһегеҙ, шуға күрә йылыраҡ юрған ябынһағыҙ, һәйбәтерәк булыр.
🍀Көн һайын бер үк ваҡытта йоҡларға ятырға күнегегеҙ.
🍀Йоҡларға ятыр алдынан саф һауала йөрөргә һәм йылы душ ҡойонорға кәңәш ителә.
🍀Йоҡларға ятыр алдынан төрлө мәшәҡәттәр тураһында уйламаҫҡа тырышығыҙ.Берәй ниндәй китап уҡырға, гәзит-журналдар ҡарарға мөмкин.
🍀Урын-ер уңайлы булырға тейеш.
🍀Төндә йоҡлай алмаған осраҡта ҡайһы ваҡыт көндөҙ бик ныҡ йоҡо килә башлай. Баҫҡан йәки ултырған килеш тә ойоп китә яҙған осраҡтар күптәргә таныштыр.
🍀Көндөҙ бик йоҡо килгәндә табиптар 10-15 минут булһа ла ятып алырға кәңәш итә. Төш ваҡытындағы 10 минутлыҡ йоҡо төнө буйы йоҡлағанға ҡарағанда файҙалыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк булырға мөмкин.
🌙Тыныс йоҡо, дуҫтарым!

https://vk.com/bashkortvk?w=wall-33711741_53848

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас