

Райондың юл хеҙмәте уңғандары бөгөнгө көндә юлдарҙың сифатын яҡшыртыу буйынса планлы эш алып бара. Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығының асфальт-бетон заводы – юл хужалығының иң мөһим предприятиеһы булып тора. Заводтың төп тәғәйенләнеше юлдар төҙөү һәм ремонтлау өсөн төрлө типтағы асфальт-бетон ҡатнашмалары әҙерләү. Асфальт-бетон заводы эшмәкәрлеге тураһында танышыу ниәте менән асфальт-бетон заводы мастеры Таһир Яҡуповҡа мөрәжәғәт иттек. Таһир Ҡасим улы 2014 йылдан бирле был вазифаны алып бара. Быға тиклем Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығында механик булып хеҙмәт итә.
- Бөтә заводтың эшмәкәрлеген - етештерелгән асфальт-бетон ҡатнашмаһының сифатын, уның температура режимын, әҙерләү материалдарын ҡабул итеүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Йылына 30-40 мең тонна асфальт ҡайнатабыҙ. Әлегә бөтәһе 22 мең тонна ҡайнатылған. Юлдарға асфальт түшәү, ремонт эшләү миҙгеле әлегә бөтмәгән. Шуға күрә эштәр бар әле. Апрель айынан асфальт бирә башлайбыҙ. Ә бына быйыл яҙ иртә килеү сәбәпле, март айында уҡ асфальт-бетон ҡайната башланыҡ. Ҡыш еткәс хеҙмәткәрҙәрҙе отпускыға ебәрәбеҙ. Ялдан сыҡҡас ремонт эштәре менән булышабыҙ. Асфальт ҡырсынташтан, һуйырташтан һәм битумдан тора. Асфальтты ҡайнатыр алдынан лаборант “рецепт” эшләп бирә, сөнки юлдар 2-се һәм 3-сө категориялы була. Юлдың һәр категорияһы өсөн айырым асфальт-бетон ҡанташмаһының тейешле маркаһы ҡайнатыла.
Беҙҙең ҡарамаҡта Өфө - Инйәр – Белорет трассаһы буйлап Булгактан Инйәргә тиклем юлдар инә. Шулай уҡ Олокүл - Ҡабаҡ – Һыуыҡ Шишмә юлдары. Архангел, Иглин райондары асфальт-бетон заводтары ла беҙгә ҡушылды. Шуға күрә юл аралары оҙоная. Хәҙер улар Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығының Архангел һәм Иглин участкалары тип йөрөтөлә. Асфальтты улар шулай уҡ беҙҙән алалар. Элек Мөрсәлим һәм Абҙаҡ карьерҙарынан тимер юл буйлап вагон менән ҡырсынташ килә ине. Әле ҡырсынташты Берҙәүеш карьерынан ташыйҙар, ә һуйырташ (ПГС) Мөҡсин карьерынан килтерелә,- ти Таһир Ҡасим улы.
Һәр предприятиеның уңышы, беренсе сиратта, хеҙмәткәрҙәргә бәйле. Коллектив берҙәм һәм тырыш булмаһа, бер ниндәй техника ла, технологиялар ҙа юғары һөҙөмтә бирмәҫ ине. Коллективта асфальт-бетон ҡатнашмаһын ҡайнатыусы Флүр Сәғитов, оператор Филүс Хәмитов, битум ҡайнатыусы Зөфәр Вәлиев, Ғәйсәр Ҡолбахтин, Зәбир Юнысов, Вадим Илмәков, контролер Гөлнара Арыҫланова, тейәгес тракторсы-машинисы Венер Ғөбәйҙуллин, водитель Рәсим Фәхретдинов, лаборант Ольга Йыһаншина үҙ эшенең оҫталары, тип телгә алды Таһир Ҡасим улы.
Таһир Ҡасим улы Яҡупов тыумышы менән Яңы Бәпес ауылынан. Иҫке Бәпес мәктәбен тамамлағандан һуң, армия сафына алына. Таһир ағайға Ватан алдындағы изге бурысын Афғанстанда үтәргә тура килгән. Армиянан ҡайтҡас, яңы Өфө нефть эшкәртеү заводына оператор булып эшкә урынлаша. Өфөлә кардиология үҙәгендә эшләп йөрөгән Татарстандың Аҙнаҡай ҡалаһынан килгән татар ҡыҙы Венера менән дуҫлашып алалар. Таһир Ҡасим улы менән Венера Атлас ҡыҙы матур, татыу ғаилә ҡоралар. Өфө ҡалаһында бер аҙ эшләп алғас, Ҡырмыҫҡалы ауылына ҡайтып төпләнәләр. Бер ҡыҙ һәм бер улға ғүмер, матур тәрбиә һәм белем биреп оло тормош юлына сығарғандар. Ҡыҙҙары Гөлнара район үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында эшләй, кейәүҙә, тормош иптәше Азамат менән Ралина исемле ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Улдары Эльвир линия-производство идаралығында инженер булып эшләй, әлегә өйләнмәгән.
Әле бөгөн дә идаралыҡтың асфальт-бетон заводы торбаларынан ҡара төтөн сыға. Тимәк тағы ла ҡайҙалыр асфальт түшәләсәк. Әйткәндәй, октябрҙең өсөнсө аҙнаһында Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.
Хөрмәтле юлсылар! Һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ менән райондың социаль инфраструктураһы баһалана, хеҙмәтегеҙ, тырышлығығыҙ арҡаһында районыбыҙ юлдары төҙөкләнә. Барығыҙға ла сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ!
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.