Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
18 Октябрь 2023, 11:35

Мәктәп уҡыусыһы ололарса ҡарар ҡабул иткән

Әсәһе әйтеүенсә, Артем аҡсаны уйын ҡушылмаһын алырға йыйған. Әммә ул был уйынан баш тартып...

Мәктәп уҡыусыһы ололарса ҡарар ҡабул иткәнМәктәп уҡыусыһы ололарса ҡарар ҡабул иткән
Мәктәп уҡыусыһы ололарса ҡарар ҡабул иткән

Илеш районының Үрге Йәркәй ауылындағы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең II класс уҡыусыһы Артем Нәбиев махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итергә ҡарар иткән. Ул район үҙәгендә урынлашҡан ярҙам йыйыу пунктына биш мең һум күләмендә аҡса алып килгән.

Әсәһе әйтеүенсә, Артем аҡсаны уйын ҡушылмаһын (приставкаһын) алырға йыйған. Әммә ул был уйынан баш тартып, аҡсаһын яугирҙәргә тапшыра. Артем бындай ҡарарҙы үҙе ҡабул иткән.

“Артемға ярҙамсыллығы һәм изгелеге өсөн ҙур рәхмәт. Уның бындай изге эште үҫеп килгән быуынға өлгө итеп ҡуйырға була, был уның ата-әсәһенең ҙур ҡаҙанышы!” – тип уртаҡлашты Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин.

Фото: vk.com/ildar_mustafin_ilish

Автор:Рәмилә Мусина

https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2023-10-18/m-kt-p-u-yusy-y-ololarsa-arar-abul-itk-n-3482763

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас