Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
18 Октябрь 2023, 18:52

Балаға хайуандарҙы йоҡлата торған укол яһағандар

Медицина белгесе хатаһы арҡаһында 10 айлыҡ сабыйҙың ғүмере өҙөлгән.

Балаға хайуандарҙы йоҡлата торған укол яһағандарБалаға хайуандарҙы йоҡлата торған укол яһағандар
Балаға хайуандарҙы йоҡлата торған укол яһағандар

Медицина белгесе хатаһы арҡаһында 10 айлыҡ сабыйҙың ғүмере өҙөлгән.

Краснодар крайында булған хәл. Бер район дауаханаһында тәне бешеп, 10 айлыҡ ҡыҙ бала реанимацияла ятҡан. Уның хәлен еңеләйтеү өсөн "капельница" ҡуйғандар. Ә бер төн 25 йәшлек медсестра сменаға килеп, катетерҙы йыуған да, препаратты алмаштырған. Ҡапыл баланың хәле насарайған. Секундтар эсендә генә ныҡ хәлһеҙләнеп, торараҡ әсәһе ҡулында йән биргән. Баҡһаң, шәфҡәт туташы яңылыш икенсе препаратты ҡуйған. Уныһы көслө  наркоз («Тиопентал натрия») булып сыҡҡан. Ғәҙәттә, хайуандарҙы йоҡлатыу өсөн ҡулланылған. Пациенттарға ла һирәкләп ҡуйғандар (белгестәр әйтеүенсә, мәҫәлән, ИВЛ-ға тоташтырыу өсөн).

Тик медэксперт белдереүенсә, препараттарҙы бутау мөмкин түгел - береһе шыйыҡса, икенсеһе онтаҡ һымаҡ. Бәлки, наркозға иретмә ҡушылған булғандыр, тигән фараз бар.

Үкенескә күрә, баланы ҡотҡарып булмай инде. Хәйер, ҡотҡарып та булыр ине, әгәр ҙә медиктар хатаны шундуҡ аңлап ҡалһа һәм сабыйҙы яһалма кислородҡа тоташтырһа...

Әле эште суд тикшерә. 

Фото: vk.com

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас