Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
16 Октябрь 2023, 10:19

Һыҙлаған быуындарға әсе борос ярҙам итә

Әсе боростан әҙерләнгән май ҡайһы бер сирҙәрҙән ярҙам итә.

Һыҙлаған быуындарға әсе борос ярҙам итәҺыҙлаған быуындарға әсе борос ярҙам итә
Һыҙлаған быуындарға әсе борос ярҙам итә

Әсе боростан әҙерләнгән май радикулиттан, миозиттан, невралгиянан һәм ревматизмдан ярҙам итә.

 Уны әҙерләү өсөн яңы ғына өҙөлгән әсе ҡыҙыл борос алырға кәрәк. Уларҙы йыуып, остарын ҡырҡырға һәм ит үткәргес аша үткәрергә.  Бер стакан тирәһе ваҡланған масса килеп сығырға тейеш. Уны бер литрлыҡ банкаға һалып, өҫтөнә ике стакан көнбағыш майы ҡойорға һәм ҡараңғы урынға төнәтергә ҡуйырға. Бер аҙнанан һуң уны һөҙөп алырға. Файҙаланылаған боросто һыуытҡысҡа ҡуйып, аш-һыу әҙерләгәндә файҙаланырға мөмкин. Ә ҡыҙғылтыраҡ төҫтәге майы менән көнөнә бер нисә тапҡыр  һыҙлаған быуындарҙы ыуырға мөмкин. Ыуынғандан һуң йылы ойоҡ йәки ойоҡбаш кейергә ономағыҙ. Әлбиттә, боросло май аяҡ-ҡулдарҙың тиреһен бер аҙ әсетер, әммә зыяны юҡ.  Киреһенсә борос төпкө үтеп инеп, тирене йылытыр, әммә яндырмаҫ.

 Ике-өс ай шулай ыуынғандан һуң, һуңынан аҙнаһына бер тапҡыр ғына, ауыртҡан быуындар үҙҙәрен иҫкә төшөргәндә генә, ҡулланырға мөмкин.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мөһим

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас