Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
13 Октябрь 2023, 05:15

Әсәһе телефонын алғас...

Бала донъяны ҡыйратҡан, хатта әсәһенә ултырғыс алып, һуғырға ынтыла... Ә һеҙ ошондай хәлдәрҙе күргәнегеҙ бармы? Был осраҡта нимә эшләргә? 

Әсәһе телефонын алғас...Әсәһе телефонын алғас...
Әсәһе телефонын алғас...

Телефон беҙҙең тормошто еңеләйтте, һис бәхәс юҡ. Шул уҡ ваҡытта бөгөн бөтә кешелек уның ҡолона әйләнде - йүргәктә ятҡан сабыйҙан алып таяҡҡа таянып йөрөгән әбей-бабайға тиклем. 

Телефон айырыуса балаларға кире йоғонто яһай. Улар уны һөйләшеү, мәғлүмәт сараһы итеп кенә файҙаланыу менән сикләнмәй, күңел асыу, төрлө уйындар уйнау өсөн дә ҡуллана. Был, берҙән, үҫеп килгән быуындың һаулығына зыян килтерә, икенсенән, психикаһына кире йоғонто яһай.

Яңыраҡ социаль селтәрҙә бер ғаиләлә булған фажиғәле күренеште сағылдырған видеояҙма таралды. Был яҙмала әсәһе телефонды алғас, ун йәштәр тирәһендәге бала өйҙәге бөтә йыһаздарҙы, һауыт-һабаны ҡыйрата, хатта әсәһенә ултырғыс алып, һуғырға ынтыла.

Ысынлап та, ҡот осҡос күренеш. Бындай күренештәрҙең бер ғаиләлә генә булмауы, ә йышайыуы айырыуса борсоуға һала. Һәр ата-әсә, йәмғиәтебеҙ өсөн ныҡлы уйланыуға нигеҙ булған сигнал - иҫкәртеү булып тора.

Әлбиттә, был яҙма өлкән быуынды битараф ҡалдырманы. Уны ҡарағандар: "Бала саҡтан шундай тәкәбберлек...", "Мәғәнәһеҙ һәм тәрбиәһеҙ...", "Был бит беҙҙең бәлә, ҡот осҡос...", "Ай Аллам", "Елкәһенән алып быраҡтырмай", "Ололарҙың әйткән һүҙе бар - "Ҡатынды - баштан, баланы йәштән тәрбиәләйҙәр" тигән", "Әҙерәк өлкән булһа, әсәһенә лә ҡул күтәрер", "Күтәрә бит", "Баланы бәләкәйҙән "юҡ", "ярамай" тип тыймай тәрбиәләү ошо хәлгә килтерә" тигән фекерҙәре менән уртаҡлаша. Бер ханым: "Атаһы юҡтыр, күрәһең, был Кавказ яғы, унда ул йәштәге малайҙарҙы атай кеше тәрбиәләй бит. Тағы ла ул яҡта ҡатын-ҡыҙҙың ирҙәргә ҡарата ҡарашы икенсерәк, беҙҙәге кеүек түгел. Беҙҙә булһа, арҡаһына ҡаты ғына селек эләктерер ине", - тип яҙа. 

Ә һеҙ ошондай хәлдәрҙе күргәнегеҙ бармы? Был осраҡта нимә эшләргә?

Иҫкәртеү: видеоямала һүгенеү һүҙҙәре лә бар.

Фото: скриншот.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас