Күптәр социаль селтәрҙәрҙә танылған блогер Миләүшә Шәйхелисламованың "Башҡорт хужабикәһе"н яратып ҡарап бара. Кемгәлер ул оҡшай, икенселәр уның үтә ныҡ ҡыланыуына ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Был хаҡта танылған журналист Рита Өмөтбаева ла үҙенең шәхси фекерен "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә яҙған.
"Социаль селтәрҙәрҙе ҡарап ултырам... кемдер ҡунаҡҡа барған, кемдер яңы блюдо бешергән. Бөтәһе лә һалып, ҡуйып бара. "Башкирская домохозяйка" килеп сыҡты. Түштәрен кәсә эсенә тыға,күршеһе менән ярыша. Йәнәһе лә, кемдеке ҙурыраҡ? Һуштан яҙам. Аптырауҙан... Улар ҡуйған видеороликтан түгел! Киреһенсә, шул "Башкирская домохозяйка"ға маҡтап, ҡыуанып, ҡеүәтләп ҡуйған 7 меңдән ашыу лайк ҡуйыусы кешеләргә ғәжәпләнәм. Был нимә ул, дуҫтар? Зинһар, аңлатығыҙ әле. Һәр берегеҙҙе имеҙеп үҫтергән әсәйҙәрегеҙҙең күкрәгенән көлөүме? Ҡатын- ҡыҙҙын кәүҙә төҙөлөшөнән мыҫҡыл итеүме? Шул һеҙгә оҡшаймы??? Мине юмор аңламайһығыҙ тиерһегеҙ, бәлки. Юмор бит кинәйәле, мәғәнәле булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙур йәки бәләкәй түште үҙҙәре һайламай бит! Кешенең күңелендә ниндәйҙер тәртип булырға тейеш тә инде, тыйылғанды тыя торған сикләүҙәр ҡайҙа юғалып бөттө? Әгәр йәмғиәттә, күп кешегә шундай ирекле темалар оҡшай икән, ни өсөн беҙ бөгөн мәктпәрҙә балаларҙа тырышып- тырышып матурлыҡ, әҙәп тәрбиәләргә тырышабыҙ? Аҙым һайын сәс буяп, заманса кейенгән йәштәрҙе тәнҡитләйбеҙ? Был осраҡта мин "Башкирская домохозяйка"ға бер һүҙ әйтә алмайым! Маладис ҡатын! Тәбиғәте менән актриса, кешеләрҙе йәлеп итерлек ролик эшләй! Һәр хәлдә ул үҙенең кимәленә, зауығына ҡарап ҡылана .... ә шул "зауыҡ"ҡа 7 мең кеше булып һеҙ эйәрәһегеҙ.. Эх, ҡасандыр, йәмғиәттә булған юғары мәҙәнилек, намыҫ йәшәгән замандар һағындыра. Ул дәүер бик ҡыҫҡа булды шул., ә бөгөнгө мәғәнәһеҙлек һағайта мине. Хатта, ҡурҡыта", - тип яҙа Рита Рәшит ҡыҙы.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Үҙ фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото: Видеонан скриншот