Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
9 Октябрь 2023, 16:43

Тәбиғәт "антибиотигы" ул...

Бер уйлаһаң, антибиотик ғәйәт ҙур көскә эйә: пациент уны эсеү менән сир юҡҡа сыға, тиһәң дә була, тик...

Тәбиғәт "антибиотигы" ул...Тәбиғәт "антибиотигы" ул...
Тәбиғәт "антибиотигы" ул...

Бактериялар барлыҡ һуғыштарға ҡарағанда ла  күберәк кеше ғүмерҙәрен өҙгән, тигән фекер йәшәй йәмғиәттә. Шуға күрә бактерияларға ҡаршы яҡшы көрәшкән антибиотиктарҙы уйлап табыу медицинаның алға китешенә булышлыҡ иткән.

Микробиолог Александр Флеминг, химиктар Эрнст Чейн һәм Говард Флори уйлап сығарған иң тәүге антибиотик – пенициллин – Икенсе донъя һуғышы ваҡытында пневмонияға, менингитҡа, гангренаға һәм башҡа үлемесле сирҙәргә ҡаршы уңышлы ҡулланыла башлаған. Бының өсөн Флеминг үҙе һәм уның хеҙмәттәштәре 1945 йылда физиология һәм медицина өлкәһендә Нобель премияһына лайыҡ булған.

Бер уйлаһаң, антибиотик ғәйәт ҙур көскә эйә: пациент уны эсеү менән сир юҡҡа сыға, тиһәң дә була. Тик уларҙы күпләп ҡуллана башлағас, проблемалар ҙа баш ҡалҡыта: халыҡтың дөрөҫ ҡулланмауы асыҡлана. Әле лә күптәр киҙеү йә грипп менән сирләгән ваҡытта антибиотик эсә, әммә был ауырыу ваҡытында уның бер файҙаһы юҡ. Шуны хәтерҙән сығармағыҙ: антибиотиктар бактерияларға ҡаршы яҡшы көрәшә, әммә вирустарға тәьҫир итмәй! Өҫтәүенә, антибиотикты табип күрһәтмәһе буйынса ғына эсергә кәрәк. Бынан тыш, тәбиғәт “антибиотиктары” бар икәнлеге хаҡында онотмағыҙ. Мәҫәлән, күптәр баҡсаһында үҫтергән һарымһаҡ.

Һарымһаҡ составында углеводтар, полисахаридтар, инулин һәм башҡа матдәләр бик күп. Улар араһынан аллицин тигәне йөрәккә, ҡан тамырҙарына, эсәктәргә яҡшы тәьҫир итә. Һуңғы тикшеренеүҙәр был йәшелсәнең Campylobacter бактерияларына (улар ашҡаҙан менән бәйле проблемалар бар саҡта йыш осрай) ҡаршы көрәштә, ике синтетик антибиотикка ҡарағанда ла, ҙур файҙаға эйә булыуын асыҡлаған.

Шулай итеп, һарымһаҡтың иң файҙалы үҙенсәлектәренең береһе – бактерияларға ҡаршы тороуы. Ғөмүмән, йәшелсәләрҙең файҙаһы баһалап бөткөһөҙ.

Фото: health.bashkortostan.ru

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас