Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
9 Октябрь 2023, 18:32

Ололарҙың күҙенә файҙалы емеш

Ғалимдар тикшергән һәм шуны асыҡлаған: ябай, магазинда һәр ваҡыт тиерлек булған емеш өлкәндәрҙең күреү һәләтен һаҡлай икән.

Ололарҙың күҙенә файҙалы емешОлоларҙың күҙенә файҙалы емеш
Ололарҙың күҙенә файҙалы емеш

Виноград тураһында һүҙ.

Ололарҙың күҙе тиҙ бирешә, ауыртып, ҡысып бара, күреү һәләте боҙола, аҡ һала, арпа сыға һ.б. Баҡһаң, виноград файҙалы икән.

Ғалимдар 16 аҙна дауамында 34 оло кешегә виноград ашатып (теүәлерәге – виноградтан яһалған порошок биргәндәр), тәжрибә үткәргән. Ҡатнашыусыларҙы даими тикшергәндәр.

Асыш һөҙөмтәле: был емеш күҙ сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһай! Көнөнә бер сынаяҡ ашау ҙа етә, тигән табиптар. Унан күберәк тә ашарға ярай, тик әсе сортлыһы ашҡаҙанға ауыр булыуы ихтимал. Самалап даими ашап торһағыҙ, виноград һәр йәштә лә файҙалы.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас