Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
9 Октябрь 2023, 17:06

Кишер генә тимәгеҙ...

Әле уның иң һутлы сағы. Аҙ ҡанлы кешеләргә уны күберәк ашарға кәрәк. Унан тыш та күп кенә...

Кишер генә тимәгеҙ...Кишер генә тимәгеҙ...
Кишер генә тимәгеҙ...

Артроз сиренә ҡаршы кишерҙең һутын эсергә кәңәш ителә. 150-200 миллилитр яңы һутты өскә бүлеп, ашарҙан алда эсергә.

Бәүелдә аҡһым булһа, туҡланыуға үҫемлек майы ҡушылған ҡырылған кишер индереү файҙалы.

Ҡурылдай астмаһы  менән ыҙалағандарға орлоғонан эшләнгән төнәтмәһе ярҙам итә. Бер балғалаҡ орлоҡто бер стакан ҡайнар һыуға болғатып, 12 сәғәт йылы урында ултыртып торорға кәрәк. Көнөнә биш-алты тапҡыр яртышар стаканлап ҡына эсергә.

Бронхит. Тигеҙ күләмдә алынған кишер һуты һәм балды берәр ҡалаҡлап ҡына көнөнә дүрт-биш тапҡыр ҡабул итергә.

Сәләмәт булайыҡ! Табип менән кәңәшләшергә лә онотмайыҡ.

Г. Дауытова фотолары.

Автор:Аклима Гизатуллина

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2023-10-08/kisher-gen-tim-ge-3470342

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас