

Хәлиҙә Хәлитова 1938 йылда Яңы Бәпес ауылында дүртенсе бала булып донъяға килгән. Бала сағы ауыр заманаларға тура килә. Ул михнәтле йылдар, аслыҡяланғаслыҡ, етемлек, ауыр эш кешеләрҙең үҙәгенә үтеп, күңелендә ауыр яра булып ҡалды. Хәлиҙә апай һигеҙ йәшкә тиклем атаһын күрмәй үҫә.
- Һуғыш башланғас, ауылда ниндәй ир заты бар, барыһы ла фронтҡа китә. Һуғышҡа тиклем нахаҡҡа бәлә яғып, әсәйем тыуған йылда атаһын ҡулға алалар. Һуғыш башланғас та атаһы Хәбибулла Байдәүләтовты штрафбатҡа ебәрәләр. Ул бик сос, ныҡлы рухлы булған, һуңынан разведкала ла хеҙмәт иткән. Һуғыш тамамланғас, тыуған ауылына ҡайтырға насип була уға. Тормош ҡаҙанында ҡайнап йәшәй башлай. Әсәйем атаһын күрмәй үҫкәс, был ағай ҡасан ҡайтып китә, тип әсәһенән һораған, - тип һөйләй Хәлиҙә апайҙың ҡыҙы Зәйтүнә. Әйткәндәй, Зәйтүнә апай Мәскәү ҡалаһынан әсәһе янына ялға ҡайтҡан.
Хәлиҙә инәйҙең әсәһе шундай ауыр замандарҙа ҡулында дүрт бала менән тороп ҡала. Көслө рухлы әсә бирешмәй, бөтә ғүмерен балаларына бағышлай, сабыйҙарын аяҡҡа баҫтырыр өсөн бар көсөн һала. Башҡалар һымаҡ улар ҙа һуғыш йылдарының барлыҡ ауырлығын, әсеһен-сөсөһөн татый, үлән аштары, серегән картуф ҡоймаҡтарын ашай, көндө-төнгә ялғап эшләй. Бәхеткә, Хәлиҙә инәйҙең атаһы еңеү яулап, ҡәһәрле һуғыштан имен-һау әйләнеп ҡайта алған. Донъялар тынысланып, ғаиләһенең, яҡындарының киләсәген хәстәрләп, матур тормош менән тырышып йәшәй башлайҙар. Бөгөнгө көндә Хәлиҙә инәй төпсөк улы Закир өйөндә ҙур бер ғаилә булып йәшәйҙәр. Балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә яғымлы, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй ҙә ул. Иҫке Бәпес ауылы егете Вәкил Хәлитов Өфө ҡалаһынан ауылға әсәһе янына ҡайтҡан ваҡытта һомғол буйлы, ут сәсрәтеп торған ҡара күҙле, ҡара сәсле сибәр, уңған ҡыҙҙы осратып, ауылда ҡалырға ҡарар итә. Хәлиҙә инәй менән тормоштарын бәйләп, матур итеп донъя көтәләр. Йәштәр К.Маркс исемендәге колхозда ең һыҙғанып эшләй башлай. Вәкил Сәйфетдин улы мәҙәни ағартыу училищеһын тамамлап ҡайтып, гөрләтеп эшләп торған ауыл клубына киномеханик булып эшкә урынлаша, белеме буйынса мәҙәни ойоштороусы булараҡ төрлө мәҙәни саралар ойоштора. Һуңынан электрик та булып эшләп ала. Хәлиҙә инәй колхоз баҫыуында сөгөлдөр үҫтерә. Ҡура тултырып эре малын да, ҡош-ҡортон да аҫрайҙар. Уңғандарҙың, тырыштарҙың баҡсаһында емеш-еләктәре лә мул уңыш бирә. Хәлиҙә инәй әйтмешләй, ауылда һыу юҡ, әллә нисә саҡрым Ҡыҙыл яр шишмәһенә барып көйәнтәләп ташып алып ҡайтып, ҡырҙан утын әҙерләп ташып, еҙ самауырҙы ҡайнатып сәй эсеүҙәре үҙе бер кинәнес. Хәлиҙә инәй ҡояш менән бергә уянып һауылған һөтөн айыртып, майын бешә, мейестә ҡабарып бешкән икмәге менән ғаиләһен һыйлай. Өйҙәге эшен бөтөрөп, тоҡсайына сәйен-икмәген, йомортҡаһын тултырып, иртә менән сөгөлдөр баҫыуына юллана. Дүртәр гектар ерҙе ҡара тупраҡҡа тиклем бер сүбен дә ҡалдырмайынса утап сыға. Ҡулдан килгәнсә балалары ла әсәләренә ярҙамлаша. Көҙгө һыуыҡтар башланғас, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, ҡарлы сөгөлдөр өҫтөнә ултырып таҙартып, тракторға тейәп ебәрәләр. Шундай ауыр эштәрҙә эшләһәләр ҙә, ауыл халҡы көрһөнөп ултырмаған, күңелле итеп йәшәргә тырышҡан. Байрамдар ойошторғандар, ҡунаҡтарға саҡырышып, йырлап-бейеп йәшәгәндәр. Хәлитовтар алты балаға ғүмер, тәрбиә биреп, имен-һау үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Балалары башлы-күҙле булып, матур итеп донъя көтә, үҙ эшен, үҙ урынын тапҡандар. Хәлиҙә инәйгә артабанғы тормошонда күңел күтәренкелеге, ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.