

- Бөгөнгө сара район үҙәк дауаханаһы тарафынан район хакимиәте менән берлектә “Сәләмәтлеккә ун мең аҙым” Бөтә Рәсәй акцияһы һәм Бөтә донъя йөрәк көнө сиктәрендә ойошторолдо. Акцияның маҡсаты – халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү. Бынан тыш, был сараға күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты ла йәлеп ителгән. Беҙҙең мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. График буйынса күсмә эш алып барыла. Бөгөн мөмкинлектән файҙаланып, һәр кем диспансеризация үтә ала, - тине район үҙәк дауаханаһының баш табибы Азамат Ғәлиев. Әйткәндәй, һаулыҡ маршрутын үткән ваҡытта сарала ҡатнашыусылар Азамат Әмирйән улына райондың һаулыҡ һаҡлау системаһы эшмәкәрлеге тураһында һорауҙар бирҙе һәм бөгөнгө акция өсөн рәхмәт әйтте.
- 25 йыл газ-сервис йәмғиәтендә эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Киҙеүгә ҡаршы прививка эшләттек, ҡан баҫымын үлсәттек, бында шулай уҡ вакцина ла эшләтергә була. Скандинав таяҡтары менән атлайбыҙ. Бөгөнгө сараны ойошторғандары өсөн рәхмәтлебеҙ. Бындай саралар халыҡ өсөн бик кәрәкле тип иҫәпләйем. Табиптар шундай мөләйем, аралашыусандар, бөтөнөһөн аңлатып, мәғлүмәт тә биреп торалар,- ти Флүр Нәҙершин.
- Күсмә фельдшер-акушерлыҡ пунктының эше һәм бөгөнгө сара менән бик ҡәнәғәтбеҙ. Бик уңайлы, дауаханаларға барғансы, бында килеп сәләмәтлекте тикшертеп алырға була. Район мәғариф бүлегендә эшләп пенсияға сыҡтым. Мин үҙем скандинав таяҡтары менән оҙаҡ ваҡыт йөрөйөм, төрлө ярыштарҙа ла ҡатнашып, беренсе урындар алам. Был спорт төрө миңә бик оҡшай,- тип һүҙгә ҡушылды Гөлзимә Нәҙершина.
Эйе, был көндө “Аҡкүл” паркында күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты ла эшләне. Унда һәр кем мөмкинлектән файҙаланып диспансерлаштырыу үтте, гриптан прививка эшләтте, ҡан баҫымын үлсәтте, анализдар тапшырҙы. Илтуған фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Гүзәл Хәсәнова менән Һыуыҡ Шишмә фельдшер-акушерлыҡ пункты акушеры Влада Сутягина граждандарҙы ҡабул итте. Сарала ҡатнашыусыларға улар барлыҡ процедураларҙы үткәреп, сәләмәтлекте һаҡлау буйынса кәңәштәрен бирҙе. Акцияла ҡатнашыусылар Ҡырмыҫҡалы физкультурасәләмәтләндереү комплексының тренер-уҡытыусыһы Роза Юнысова менән бергәләп музыка аҫтында физик күнегеүҙәр яһанылар. Артабан кемдер атлап, кемдер скандинав таяҡтары менән шат, күтәренке кәйефтә Аҡкүл буйлап бер нисә саҡрым үтте. Финишта һәр ҡатнашыусыға ун мең аҙым дистанция үтеүе тураһында сертификат тапшырылды.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.