Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
5 Октябрь 2023, 05:20

Мәҙәни тормошто байытты

Йәнә алтын көҙ беҙҙе танылған рус яҙыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, әҙәби һәм театр тәнҡитсеһе, иҫ киткес һүҙ рәссамы Сергей Тимофеевич Аксаковҡа арналған яҡты байрамға саҡырҙы.

Мәҙәни тормошто байыттыМәҙәни тормошто байытты
Мәҙәни тормошто байытты

Быйыл ул 33-сө тапҡыр ойошторолдо һәм күренекле рус яҙыусыһы Сергей Аксаковтың тыуыуына 232 йыл тулыуға арналды. Халыҡ-ара Аксаков байрамы тыуған ерен яратҡан, хөрмәтле яҡташыбыҙ, күренекле яҙыусы Сергей Тимофеевич Аксаковтың яҡты иҫтәлегенә бер мәҙхиә булараҡ билдәләнә. Быйыл да бөйөк шәхескә арналған байрам шаулап-гөрләп үтеп, райондың мәҙәни тормошон байытты. Тантаналы сарала Вице-адмирал, РФ Дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән хеҙмәткәре, Аксаков фонды Попечителлек советы ағзаһы Ульян Байзерт, контр-адмирал, техник фәндәр кандидаты, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты, Аксаков фондының Попечителлек советы ағзаһы Николай Коваленко, Рәсәй контр-адмиралы, Рәсәй Хәрби фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы Батыргәрәй Зөлҡәрнәев, Башҡортостан Республикаһының «Халыҡтар дуҫлығы йорто» директоры урынбаҫары Рифат Бикҡолов, Аксаковтар нәҫеле, гидролог, спелеолог, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең геология институты ғилми хеҙмәткәре Юрий Соколов, С.Т.Аксаков мемориаль йорт-музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре, музей фондының төп һаҡлаусыһы Галина Иванова, РФ Журналистар союзы ағзаһы, крайҙы өйрәнеүсе, тарихсы Владимир Агте һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты. Мәртәбәле ҡунаҡтар юлды данлыҡлы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге күргәҙмә залында булыу һәм генерал Шайморатов хаҡында документаль фильм ҡарау менән башланы. Сарала ҡатнашыусылар крайҙы өйрәнеүсе-тикшеренеүсе Резеда Әхтәмованың Миңлеғәле Шайморатовтың бала һәм үҫмер сағы тураһында һөйләгәндәрен ҡыҙыҡһынып тыңланы. Артабан сарала ҡатнашыусылар легендар яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды. Һуңынан делегация Ҡарлыман ауылында урынлашҡан Шәриф Бикҡолдоң йорт-музейына сәфәр ҡылды. Ҡунаҡтар Ҡырмыҫҡалы ауылында ла булып китте. Еңеү паркында улар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы һәм СВО барышында һәләк булған яугирҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алды. Байрам саралары Сергей Аксаковтың бала сағы үткән Иҫке Ҡыйышҡы ауылында дауам итте. Унда уларҙы район һөнәрселәре, ҡул эштәре оҫталары, ауыл халҡы, мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары ҡаршы алды. Ҡунаҡтар тормош-көнкүреш әйберҙәренән торған күргәҙмә менән танышты, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, “Рәсәйҙең әкиәти картаһы” әҙәби-туристик проекты менән танышты. Ә инде мәктәп уҡыусылары билдәле яҙыусының әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерҙе. Әйткәндәй, Сергей Тимофеевич Аксаков ғүмере буйына тыуған тәбиғәте менән айырылғыһыҙ бәйләнгән була. Бала сағы ошо ауылда үтә. Сергеевка бала сағымдың иң тәүге хәтирәләрендә иң яҡты урындарҙың береһен биләй, тип яҙған ул. Мәртәбәле ҡунаҡтар Сергей Аксаков бюстына сәскәләр һалды һәм митингта ҡатнашты. Улар бөйөк яҙыусы тураһында һөйләне, уны иҫкә алды һәм яҙыусының ижады, уның тураһында яҡты хәтирәләр халыҡ хәтерендә мәңгелек булыуы тураһында әйтте. - Аксаков байрамы йыл һайын ҙур күләмдә үтә. Был байрамда йәштәрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Ауыл биләмәһе хакимиәтенә, уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға байрам ойошторғанығыҙ, Аксаков фондына ярҙам иткәнегеҙ һәм яҡташтарығыҙҙы хәтерләгәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, - тине Вице-адмирал, Аксаков фонды Попечителлек советы ағзаһы Ульян Байзерт. - Сарала ҡатнашыусыларҙы Сережа Аксаковтың тәүге бала сағы үткән йорт-музейына саҡырам. Сергей Аксаковтың ғаиләһе ҙур була. Уның вариҫтары Минскиҙа һәм Мәскәүҙә йәшәй. Беҙ улар менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ,- тине С.Т.Аксаков мемориаль йорт-музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре Галина Иванова һәм Сергей Тимофеевичтың туғаны Юрий Соколов менән таныштырҙы. Юрий Викторович сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, уның студент саҡтары Иҫке Ҡыйышҡы ауылы менән бәйле булыуын әйтеп үтте. - Был ауыл менән таныш булыуыма, студент йылдарым Иҫке Ҡыйышҡы ауылы менән бәйләнгәненә бик шатмын. Беҙ был ауыл янында 1970-1971 йылдарҙа геодезия, геоморфология буйынса практика үтә инек. Ул ваҡытта Иҫке Ҡыйышҡы бәләкәй генә ауыл ине, уның уртаһында урынлашҡан клубҡа бөтәһе һигеҙ кеше сыға торғайны. Беҙ студенттар улар менән танышырға шул клубҡа киләбеҙ. Ә хәҙер был ауыл ҙур матур ауылға әүерелгән. 2000 йылда беҙ бында сираттағы байрам ваҡытында аллея булдырҙыҡ. Матур осрашыу үткәргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм,- тине Юрий Соколов. Яҙыусы үҙе һәм уның вариҫтары үҙ өлгөһөндә бәләкәй Ватанды яратырға, уның матурлығын күрергә, ғаилә ҡиммәттәрен аңларға өйрәтә. Бөгөнгө тынғыһыҙ ваҡытта ошондай яҡшы, изгелекле өлгө бик тә кәрәк, тине үҙ сығышында РФ Журналистар союзы ағзаһы, крайҙы өйрәнеүсе, тарихсы Владимир Агте. Һуңынан ҡунаҡтар Аксаков исемендәге әҙәби залда рус классигының ижадына һәм тормош юлына бағышланған экспозициялар менән танышты. Байрамда олоһо ла, кесеһе лә ихлас ҡатнашып, яҡташ яҙыусының исеме мәңгелек икәнлеген йәнә дәлилләне.

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор фотолары.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас