Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
5 Октябрь 2023, 05:45

Бәшмәкселәр миҙгеле етте

Бәшмәк йыйыу шөғөлөн көтөп алыусылар өсөн бигерәк ҡулай мәл. Кемдер уларҙы һатып табыш алһа, ә бына Ҡырмыҫҡалы ауылынан Әнисә Богданова уларҙан ғаиләһе өсөн төрлө аҙыҡ хәстәрләй.

Бәшмәкселәр миҙгеле еттеБәшмәкселәр миҙгеле етте
Бәшмәкселәр миҙгеле етте

Бәшмәк йыйыу күңелле, мауыҡтырғыс һәм файҙалы шөғөл. Әле урман-ҡырҙарҙа бәшмәк йыйыу осоро бара. Ерҙе үҙенең һыуы менән туйҙырғансы яуған ямғырҙарҙан һуң бәшмәктәр ҡалҡып ҡына тора. Бәшмәк йыйыу шөғөлөн көтөп алыусылар өсөн бигерәк ҡулай мәл. Кемдер уларҙы һатып табыш алһа, ә бына Ҡырмыҫҡалы ауылынан Әнисә Богданова уларҙан ғаиләһе өсөн төрлө аҙыҡ хәстәрләй.

- Үҙемде оҫта бәшмәксе тип һанайым: бала саҡтан бәшмәк төрҙәрен айырам һәм әҙерләү серҙәрен дә яҡшы беләм. 6-сы кластан өлкәндәр менән бәшмәккә йөрөй торғайным. Ололарҙан ниндәй бәшмәктәр ашарға яраҡлы, ҡайһылары ашарға яраҡһыҙ, нисек йәшеренәләр, уларҙы нисек эҙләргә кәрәк икәнлеген өйрәндем. Шунан бирле бәшмәк йыйыуға ҡыҙыҡһыныуым артты. Алтын көҙҙөң йомарт байлығына бик рәхмәтлемен. Бәшмәк йыйыу – мауығыу ғына түгел, һаулыҡҡа ла яҡшы тәьҫораттары бар, сөнки саф һауа һулап күпмелер араны йәйәүләп үтәһең, тирә-яҡтағы көҙгө тәбиғәт менән һоҡланаһың, шул матурлыҡ күңелгә тыныслыҡ бирә. Бер ваҡытта ла өйгә бәшмәкһеҙ ҡайтырға тура килмәне. Һәр ваҡыт тәбиғәт үҙ емештәрен йомарт бүләк итә. Көнөнә ун-ун ике саҡрым араны үтәбеҙ. Бәшмәккә бер ҡасан да яңғыҙым бармайым, төркөм менән таныш урмандарға ғына йөрөйбөҙ. Күмәкләп күңеллерәк тә, ышаныслыраҡ та ялан-ҡырҙарҙа йөрөүе. Бәшмәктәрҙе ҡояш йылытҡансы, иртә таңдан йыялар. Был осраҡта уларҙы оҙағыраҡ һаҡларға мөмкин. Көнө буйына йөрөйбөҙ, арыттырмай ҙа ул. Бөтә бәшмәкте лә йыйырға яратам. Иң яратҡандарым - рядовка, вешенки, майлы, селтәр, уҫаҡ, ҡайын бәшмәктәре, аҡ бәшмәктәр. Үҙегеҙ белгән бәшмәктәрҙе генә йыйығыҙ. Ҡарт, артыҡ өлгөргән йәки билдәләре асыҡ күренмәгән үтә йәш, шулай уҡ машина юлдарына яҡын үҫкәндәрен йыймағыҙ. Бәшмәктәрҙе зыян килтермәй һаҡ ҡына ҡырҡырға кәрәк. Кейемгә килгәндә, ул миҙгелгә бәйле еңел, тығыҙ, оҙон еңле булырға тейеш. Баш кейемен дә оноторға ярамай. Әлбиттә, тағы ла уңайлы, һыу үткәрмәй торған аяҡ кейеме кәрәк. Урманда бөжәктәр, талпандар барлығын иҫтә тотоғоҙ. Шулай уҡ үҙебеҙ менән мотлаҡ сәй һәм бутерброд алабыҙ, сөнки күпме ваҡыт бәшмәк эҙләргә тура киләсәге билдәһеҙ. Урман байлығынан табынға мул ризыҡ әҙерләйем. Уларҙы маринадлайым да, тоҙлайым да, киптерәм дә, - ти Әнисә Фәрит ҡыҙы. Бәшмәктәр – боронғо замандарҙан алып кешенең яратҡан тәмлекәстәренең береһе. Улар аҡһымдар сығанағы ла булып тора. Ә инде бәшмәкселәргә әйтер теләгебеҙ - урман һеҙгә мәрхәмәтле булһын, бәшмәкле ҙур аҡланда мул уңыш теләйбеҙ, урманға һәм кирегә юл һәр ваҡыт еңел булһын.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас