

Ул беҙгә күберәк йәй килә, килгән көндәре байрам төҫөн ала, өйҙә ниндәйҙер күтәренкелек, күңелле һөйләшеүҙәр, ҡунаҡ күрһәтеүҙәр башлана. Әсәйем тарафынан да, атайым тарафынан да уға иғтибар ҙур: береһе ағай тип өҙөлә, икенсеһе ҡайнаға тип өтәләнә. Өҫтәлдән самауыр төшмәй, кистәрен бал балы ултыртыла. Бабайым балыҡ ярата, шуға ла уның был йомшаҡлығын яҡшы белгән атайым көн дә тиерлек бер биҙрә балыҡ алып ҡайта (ул саҡта ау менән балыҡты ауылда бер Мәүлимбирҙе бабай ғына тота торғайны, бөгөнгө һымаҡ бер кем дә йылым менән йөрөмәне, шуға ла ауыл эргәһенән генә аҡҡан Еҙемдә балыҡ күп ине. Атайым эшкә киткәндә Мәүлимбирҙе бабайға балыҡ кәрәк икәнен әйтеп китә, кисен алып ҡайта). Әсәйем йәшелсә баҡсаһындағы ҡойо эргәһендәге тәпәш өҫтәлдә таҙарта. Бер өлөшөн, бөгөнгө кис һыйын, ҙур табала ҡыҙҙыра, икенсеһен, күберәген, икмәк һала торған оло мейескә ут яға ла, күмерен тартып, суйын сөгөнгә тултырып, төнгөлөккә ултырта. Уныһы – иртәнге ризыҡ. Һөйәктәренә тиклем майҙа ҡурылып бешкән ул балыҡтың тәмлелеге! Бабайым ҡәнәғәт, маҡтай-маҡтай ашай, үҙе ихлас, күңелсәк, шаян.
Үҫә төшөп, уҡырға барғас, бабайым уҡыуым менән ҡыҙыҡһына, ҡайһы предметты яратыуым хаҡында һорай. Юғарыраҡ кластарҙа инде ниндәй китаптар уҡыуымды белешә, яҡшы уҡырға, ваҡытты бушҡа уҙғармаҫҡа, маҡсатлы йәшәргә, художестволы әҙәбиәт менән дуҫ булырға өндәй. Туғыҙ-унынсы кластарҙа мин уның билдәле яҙыусы икәнен белә инем, гәзит-журналдарҙа хикәйәләрен, хикәйәттәрен уҡыйым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәҙисә апай, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәрүә апайҙар йыш ҡына уның хикәйәләре, хикәйәттәре буйынса диктант, инша яҙҙыра, авторы — беҙҙең яҡташ, ошо класташығыҙҙың бабаһы, тип миңә күрһәтә. Бындай саҡтарҙа башым түбә таҡтаһына тейерҙәй булып ғорурланып ултырам...
Өфөләге фатирҙарында китаптарының күплегенә хайран ҡала торғайным. Унда башҡорт, рус, башҡа телдәрҙә туғандаш, донъя әҙәбиәте классиктарының томдары, әҙәби тәнҡит, фольклор, философия буйынса китаптар, сәйәсәт, театр, кино, һынлы сәнғәт, скульптура, рәссамдарҙың альбом-каталогтары, ҡалын-ҡалын энциклопедиялар, һүҙлектәр... Бындай миҡдарҙағы китаптар беҙҙең мәктәп китапханаһында ла булмағандыр.
Китапханаһына бәйле бер ваҡиға, дөрөҫөрәге, минең һорауыма уның яуабы иҫтә. Һигеҙенсе класта уҡығанда булһа кәрәк, атайым менән уларға килдек. Ҡышҡы каникул мәле ине. Ниндәйҙер яңы сыҡҡан әҙәби китапты кәштәнән һурып алып, ҡараштыра башланым. Шул мәл әбейем сәй эсергә саҡырҙы. Мин китапты диванға һалдым да ванна бүлмәһенә ҡул йыуырға йүнәлдем. Бабайым минең арттан: “Китапты урынына ҡуй!” – тине ҡәтғи тауыш менән. Мин йәһәт кенә боролоп әлеге китапты алған еремә тыҡтым. – “Бында алты меңдән ашыу китап, килгән һәр кем алған китаптың урынын бутаһа, мин үҙемә кәрәген нисек табам? Мин уларҙың ҡайһыһы ҡайҙа тороуын ятлап бөткәнмен. Алғанһың икән, урынына ҡуйырға ғәҙәтлән”.
– Һалып ҡына торҙом бит, сәйҙән һуң алыр инем, – тип мөңгөрҙәнем. Ғүмерлек һабаҡ булды ул һүҙҙәр минең өсөн, китапты ғына түгел, ғөмүмән, алған, ҡулланған, тотонған һәр әйберҙе урынына һала барырға өйрәтте...
Икенсе килгәнемдә, нисектер ҡыйыуланып: “Был китаптарҙың барыһын да уҡыныңмы?” – тип һораным. “Үҙемә кәрәген уҡыным”, – тине. “Алты меңдән нисәүһе кәрәк булды инде?” – тип ныҡышам. “Бөтәһе лә”, – тине бабайым. Мин ошоға тиклем дә, аҙаҡ та бындай бай китапхананы бүтән бер кемдә лә күргәнем булманы.
Юғары уҡыу йортонда математика факультетын тамамлаһам да, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныу, бөтә буш ваҡытта художестволы китап уҡыу – уның йоғонтоһолор тип уйлайым – ғүмерлек ғәҙәткә әйләнде. Алты мең үк булмаһа ла, байтаҡ китап йыйылды. Һатып алып уҡый барам, кәштәгә теҙә барам...
Бабайым илле йәшен тултырғас та фажиғәле рәүештә һәләк булып ҡуйғас (юл аша туҡталышҡа сыҡҡанда машина бәреп китә), китапханаһын улы менән ҡыҙы бүлешеп алды. Әйткәндәй, уларға ла китап ене ҡағылғайны – аталарының өлгөһө. Күп өлөшөн үҙҙәре уҡыған мәктәптәргә бүләк иттеләр. Ә бына ҡулъяҙмаларын – архивын үҙемә алдым. Уларҙы яйлап барлап, танышып, төрлө йыйынтыҡтарҙа, альманахтарҙа донъя күргәндәрен бер яҡҡа, сыҡмағандарын бер ерҙә туплап барҙым. Ул бер нисә көндә генә тамамлана торған эш түгел, байтаҡҡа – айҙарға, йылдарға һуҙылды. Хәйер, үҙем дә әллә ни ҡабаланманым. Һөҙөмтәлә бер-бер артлы өс китабын – хикәйәләр, повестар, шиғырҙар, әҙәби тәнҡит мәҡәләләрен нәшер итеп булды. Ваҡыт-ваҡыт ҡалын папкаларҙы, дөйөм дәфтәрҙәрҙе, гәзиттәргә төрөлгән ҡулъяҙмаларҙы аҡтара торғас, яңы әҫәрҙәре лә килеп сыға тора, башланғандары, ташланғандары, герой-персонаждар теҙмәһе, уҡтар менән сыбарланған биттәр (сюжет-композиция ҡоролмаһы, әҫәрҙәрҙең график кәүҙәләнешелер инде) осрай. Шул ваҡытҡа тамамларға тейешмен, эш бара, ҡәнәғәтмен, йәки бармай, оҙаҡ тотона алманым, тигән үкенесле яҙмалар ҙа бар... Шуныһы шатлыҡлы, әҙәби тәнҡит “ҡуҙғалды”: уның дөйөм ижады, донъя күргән әлеге әҫәрҙәре хаҡында матбуғатта мәҡәләләр, рецензиялар, иҫтәлектәр, хәтирәләр, тора-бара күләмле монографиялар яҙыла башланы. Ҡәләм оҫтаһының яңынан тыуыуы ине был, уның әҙәби-ғилми мираҫын яңы күҙлектән барлау, баһалау ине. Үкенескә, һуңлабыраҡ ҡайттыҡ был ижадҡа, үҙе күрә алманы, ғәҙел баһа ишетә алманы...
Бөгөн мин әҙәбиәт һөйөүселәргә бабайымдың ҡулъяҙмалары араһынан табылған хикәйәһен (әҫәр бәлки повесть булараҡ уйланғандыр ҙа) тәҡдим итәм. Ул мин туплап сығарған йыйынтыҡҡа эләкмәне, һуңыраҡ таптым. Уҡып сыҡҡас әҫәрҙе ... тамамланмағандай тойҙом. Герой өйөнән сыға, әммә тәғәйен еренә барып етмәгән, һаман китеп бара һәм уның ҡасан барып етере билдәһеҙ. Үкенескә, ҡулъяҙманың артабанғы биттәрен, күпме эҙләһәм дә, таба алманым. Әллә өлөшләп-өлөшләп ташығанда берәй ерҙә төшөп ҡалған, әллә башҡа ҡағыҙҙары араһына инеп киткән. Икенсе уй ҙа килеп ҡуя башҡа: әҫәрҙе ослап өлгөрмәүе лә бар, яңынан ҡайтыу маҡсатында һалып ҡуйыуы ла ихтимал...
Йәнә шуны өҫтәргә кәрәктер: яҙыусының барлыҡ хикәйә, повестары реаль тормош ваҡиғаларына ҡоролһа, йәғни социалистик реализм методына нигеҙләнһә, был әҫәре бөтөнләй икенсе юҫыҡта. Әҙип ҡулланған алым тип әйтәйемме, форма тип әйтәйемме, бөгөнгө башҡорт прозаһында юҡ, һәр хәлдә күпме уҡып та әлегә тиклем ундайҙы осратҡаным булманы. Ул Франц Кафканың “Замок” һәм “Процесс”, Коба Абэның “Женщина в песках” романдарын хәтерләтә, һәр хәлдә, оҡшашлыҡ бар. Әлбиттә, һүҙ авторҙың яҙыу оҫталығы йәки юғары художество кимәле хаҡында бармай, ә геройҙың йәмғиәттә юғалыуы, ә йәмғиәттең уны аңламауы, тормоштоң абсурдлығы хаҡында. Кеше, тормошта әллә күпме кеше менән аралашып йәшәһә лә, ул барыбер ҙә япа-яңғыҙ, яҡлаусыһыҙ, һаҡлаусыһыҙ һәм, ҙурҙан ҡупҡанда, уның бер кемгә лә кәрәге юҡ. Хәйер, мин алғараҡ киттем, әҫәрҙе уҡыусы үҙе баһалар.
***
– Булалыр, тик бынан урау түгелме икән? – тип яуапланы водитель, Әсләмдең, район үҙәгенә барыр өсөн ошонда төшөргәме, тигән һорауына. – Ошо тирәлә икәнен пассажирҙарҙан ишеткәнем бар инде.
– Уның ҡайҙа икәнен теүәл генә белмәгәс, бынан ураулығын ҡайҙан беләһегеҙ һуң?
Водитель яурындарын һикертте лә, әллә уңайһыҙланып, әллә Әсләмдең һорауына йәне көйөп, ҡарашын ситкә алды. Ҡаҙҙыҡы ише оҙон муйыны буйлап күмәгәйе үтте, яҫы усы менән етеү сәстәрен һыпырҙы.
– Бында ҡалмаһаң, әйҙә, иптәш булып киләһе туҡталышҡа тиклем бар. Кем белә, бәлки унан яҡыныраҡтыр.
– Юҡ, ошонда төшәм, ошонда төшөргә тинеләр, – Әсләм йәнә туҡталыш исемен һораны водителдән, эйе, шул, тип ыңғай яуап алғас, рюкзагын арҡаһына ташланы. – Ошо маршрутта йөрөйһөгөҙ, ә район үҙәгенең ҡайҙа икәнен дә белмәйһегеҙ.
– Мин бит тик ошо маршрутта ғына йөрөйөм, ул яҡҡа сыҡҡаным юҡ.
Әсләм өндәшмәне. Төшһөн, нишләп “водителгә иптәш” булып барырға тейеш һуң әле? Бараһы еренә бөгөн барып етергә тейеш тә. Иртәгә уны район үҙәгендә мөһим эш көтә.
Водитель, ярай, мәйелең, тигәндәй, йәнә яурындарын һикертте, оҙон муйыны буйлап йәнә күмәгәйе күтәрелде һәм артабан һүҙ ҡуйыртып тормай ҡуҙғалып та китте.
Туҡталышта Әсләмдән башҡа берәү ҙә төшмәне. Хәйер, кем төшһөн, һуңғы өсмө, дүртме туҡталышты япа-яңғыҙы ғына килде бит. Водитель автовокзалда уҡ, кеше аҙ, биш-алты пассажир өсөн маршрутҡа сыҡмайым, тип юлға ҡуҙғалмаҫҡа ла ниәтләнгәйне, урта йәштәрҙәге бер уҫал, ирҙәрсә ҡалын тауышлы тәтәй ҡатын менән таяҡҡа таянған телдәр ҡарсыҡ ҡырталашып, билет алғанбыҙ, алып барырға тейешһең, юҡһа начальнигыңа инәбеҙ, тигәс кенә сигенде. Бәлки инәлтеп баһаһын күтәрергә генә теләгәндер. Ә теге ике бисә әллә ни алыҫ китмәне, бер нисә туҡталыштан һуң төшөп тә ҡалды. Был яҡҡараҡ килһәләр, Әсләм район үҙәгенә алып барған юлды, әлбиттә, уларҙан һорашыр ине. Төшкәстәре һорамағанына үкенде лә бит, тик һуң ине. Моғайын да, ауылдаштарылыр, әммә Әсләм уларҙы танымай. Күрше ауылдыҡылар булыуы ла ихтимал.
Туҡталышта кеше юҡ. Аптыраны Әсләм. Ярай, унан башҡа төшөп ҡалыусы булманы, ти, ә теге яҡҡа ултырып китеүсе лә юҡ бит. Белеүенсә, автобус ары киткән һайын ауылдар йышая, унан ҡалалар башлана, кешеләрҙең дә барып-ҡайтыу-йөрөүҙәре артырға тейеш. Ә юҡ...
Өс яғы бетон коробка-ҡоролманың эсе бысраҡ, һейеп, хатта оло ярау яһап, стеналарына оятһыҙ һүҙҙәр яҙып, шәрә ҡатын-ҡыҙ һындары төшөрөп бөткәндәр. Ул һындар ҙа кеше анатомияһын бөтөнләй боҙоп, дөрөҫөрәге, белмәй, үтә примитив һәм тупаҫ яһалған. Башланғыс синыф балаһы ла шулай төшөрмәҫ. Хәйер, йәштәре оло булһа ла аңдары шул башланғыс синыфтан ары китмәгәндер инде. Һыйыр, аттар ҙа кергән – тиҙәктәре өйөлөшөп ята. Ямғыр, ҡар яуһа, ел, буран булһа нисек кереп ышыҡланалар икән һуң был хәшәрәткә, тип аптыраны Әсләм. Нишләйһең, беҙҙең ысынбарлыҡ шулай инде, тип уйланы йәнә, үҙешмәкәр рәссамдарҙың ижад өлгөләрен күҙҙән үткәргәс. Ҡайҙалыр, нимәлер яҙырға, төшөрөргә беҙҙең ҡул ҡысып ҡына тора, һәр ерҙә үҙебеҙҙең барлыҡты теркәп китергә өйрәнгәнбеҙ. Уның башҡаларға кәрәкме, юҡмы, уның яҡшымы, насармы икәнен уйлау юҡ.
Ҡағыҙҙар ҙа йәбештерелгән ҡоролма стенаһына. Һыҙылып, мөйөштәре йыртылып, яндырылып бөткән төрлө ҙурлыҡтағы ул ҡағыҙҙарҙың йөкмәткеһе: һыйыр, башмаҡ, ат, тай юғалған, шуларҙы табырға ярҙам һорайҙар, малдарының йәшен, төҫөн, башҡа билдәләрен, ауылдар исемен, үҙҙәренең исем-фамилияларын яҙғандар. Йәштәр бер-береһенә сәләм ҡалдыра, үҙенең ауылға шул көндә ҡайтасағын белдерә, ир-ат исемдәре менән ҡатын-ҡыҙ исемдәре араһына ҡушыу билдәләре ҡуйылып тигеҙ була мөхәббәт тигән яҙыуҙар ҙа әллә күпме. Һәм уларҙың һәр ҡайһыһына һыу буйы аңлатма, шарж, һүрәт-һындар...
Ҡарай-тикшерә торғас Әсләмдең күҙе бер иғланға туҡталды. Ул хатта иғлан да, белдереү ҙә түгел, ә судҡа саҡырыу ине. Шунса йылдың шунса айы, шунса көнөндә (Әсләм уҡыуҙан туҡтап бөгөнгө числоны иҫенә төшөрҙө лә судтың бынан ай элек үк үткәнен иҫәпләп сығарҙы), район үҙәгендә суд буласағы һәм Әсләмдең (фамилияһы, исеме, атаһының исеме, ауылы исеме, урамы, йорт һаны тулыһынса бар) ошо судҡа саҡырылыуы, килмәй ҡалһа, суд ултырышы унһыҙ ғына үтәсәге хаҡында яҙылғайны. Аптырау ғына түгел, иҫе китте Әсләмдең, тамағы кибеп, быуындары хәлһеҙләнде хатта. Ай элек үк саҡырғандар, ә ул саҡ китеп бара. Алманы ул бер ниндәй ҙә ҡағыҙ. Юлда юғалдымы, әллә почтала ятамы икән ни повесткалары? Әллә алып, әсәһе йәшереп ҡуйҙымы? Улай тиһәң, бар, белешеп ҡайт, нишләп һаман саҡыртмайҙар, теге хәлгә байтаҡ ваҡыт үтте, һинһеҙ генә һине ғәйепләп ҡуймаһындар, тип үҙе ебәрҙе. Ә ниңә бында элгәндәр? Аңлауынса, повестканы бит килтереп ҡулына тотторорға ла, тапшырыуҙары тураһында ҡултамғаһын алырға тейештәр ине. Телефоны ла бар – һис юғы шылтыратырға мөмкин. Нишләргә? Кире боролорғамы? Ай элек үткән судҡа нимә тип китеп бара инде? Суд ҡарары сыҡты, һуңланығыҙ, йөрөмәгеҙ, тип кенә әйтәсәктәр. Юҡ, бер сыҡҡас барып етергә, инергә, асыҡларға, повестканы алмауы хаҡында белдерергә кәрәктер. Юҡһа, килмәне, күренмәне, саҡырыуҙы инҡар итте, тип ғәйепләүҙәре ихтимал. Иртәме, һуңмы барыбер саҡырасаҡтар, унан йәнә юлға сығырға тура киләсәк. Эйе, бында еткәс кире боролоп булмай инде.
Әсләм ҡағыҙҙы һаҡ ҡына ҡуптарып алып түш кеҫәһенә тыҡты ла, бетон ҡоролманың артына сыҡты. Тапалып ятҡан юл юҡ, һирәк-һаяҡ үткән һуҡмаҡ ҡына төҫмөрләнә. Әллә мал йөрөгән, әллә кеше аяғы. Тәрән көрһөндө, тирә-яғына ҡараш йүгертеп үҙен оҙон юлға әҙерләне, баш осондағы ҡояшҡа ҡарап алды, рюкзагының ҡайышын нығыраҡ ҡыҫты. Яҡты күҙҙә барып етергә тейеш, әсәһенең әйтеүенсә, ун – ун ике саҡрым ара инде. Ауылда етенсеме, һигеҙенсеме класта уҡыған саҡта бер генә барғайны район үҙәгенә. Хәрби комиссариатҡа, медицина тикшереүенә. Унда ла мәктәпме, әллә колхозмы автобусына тейәп йөрөтөп алып ҡайттылар. Шунан бирле барғаны юҡ. Нисектер тура килмәне. Армияла йөрөп ҡайтты, уҡырға керҙе, ә бына район үҙәгенә башҡаса бер ҙә барырға форсат сыҡманы. Бына нисә йылдан һуң саҡ китеп барыуы. Был юлы бөтөнләй икенсе маҡсат менән.
Атлай торғас йәнә бер уй башына килә Әсләмдең. Туҡталышта, ғәҙәттә, ауыл була, дөрөҫөрәге, ауыл эргәһенә яһайҙар туҡталышты. Унда йәшәгән халыҡ юлға сығып, үҙенә кәрәк тарафҡа юлланыр, барған еренән ауылына әйләнеп ҡайтыу өсөн. Ә бында ауыл юҡ, һәр хәлдә Әсләм һаман күрмәй. Алда төҫмөрләнгән урман артында йәки эсендә генә булмаһа. Кеше көн итмәгән ергә туҡталыш ҡороп ҡуйғандар булып сыға түгелме? Улай тиһәң, был яҙыу-һыҙыуҙар ҡайҙан? Уларҙы кем йәбештергән? Йәштәрҙең бетон будка эсенә кереп теләһә нәмә яҙып, төрлө һүрәттәр төшөрөүен нисек аңларға? Яҡын-тирәлә ауыл булмағас уларҙы кем ҡалдырған? Әсләмгә тәғәйенләнгән иғлан-саҡырыуҙы ла кемдер килтереп элгән бит район үҙәгендә урынлашҡан суд бинаһынан. Тик кем? Суд хеҙмәткәре түгел бит инде. Улар халҡы бындай түбәнлеккә төшә буламы? Тимәк, ауыл бар, мал-тыуар эҙе лә булғас, ул йыраҡ түгел – мал ауылдан йыраҡ китмәй.
Ауылдың икенсе осона сығып еткәнсе, көтөүсе әйткән кәзә һуҡмағын урамда осрағандарҙан һорай-белешә атлаһа ла, барыбер ҙә теүәл белеүсе булманы. Берәүҙәр, шул тирәлә инде, тип урман яғына иҙәне, икенселәр, ат юлынан башҡа юл юҡ ул, тип иҫбатланы, өсөнсөләр, тәүгә ишетәмсе, тип яурын йыйырҙы, дүртенселәр бөтөнләй өндәшмәне, хатта туҡтаманы ла. Белмәүҙәренә иҫе китә Әсләмдең, ышанмай, иҫәрҙер былар, бөгөн, егерме беренсе быуат башында, шундай кешеләр ҙә булыр икән, тип аптырай. Әйтерһең дә, урыҫ староверҙары һымаҡ ил сигендәге тайгала йәшәп яталар. Уның ҡайҙа китеп барыуын ошо ауыл көтөүсеһе лә белгәс, былар ҙа беләлер, шуға һөйләшкеләре килмәй, тип тә уйлай. Ә күрше ауылды, үҙҙәренең район үҙәген, нисек белмәҫкә мөмкин икән һуң? Бынау заманда бер ҡайҙа сыҡмай, йөрөмәй, ҡыҙыҡһынмай, хәбәрҙар булмай үҙ ауылдарында ғына бикләнеп йәшәргә буламы икән ни?
Алты-ете саҡрым тиһә лә, ғәжәп, ара көтөүсе әйткәндән яҡыныраҡ булып сыҡты. Әммә ул иртәрәк шатланған: ауылға ингәс тәүге осраған кеше – әбейҙән ауылдың исемен белешкәйне, юҡсы, нишләп улай булһын, беҙҙең ауыл шулай тип аталасы, тип бөтөнләй икенсе атаманы әйтте ҡуйҙы! Саҡ йығылып китмәне Әсләм. Ниһайәт, килеп еттем, тип нисек шатланғайны! Ә шул район үҙәге ҡайҙа һуң, бынан йыраҡмы, тигәнгә, бәй, белмәйемсе, тәүгегә ишетәм, был тирәлә ундай үҙәк юҡ, беҙҙең икенсе район, тип һалмаһынмы! Мөғжизә, тек мөғжизә. Ниңә, ул исемдәге ауыл бөтөнләй юҡмы әллә? Һәм ул бушҡа эҙләп йөрөй булып сығамы?
Артабан нишләргә икән һуң, район үҙәген эҙләп һаман барырғамы, әллә кире боролорғамы? Эҙләһәң, табылырына бер ышаныс юҡ, ҡайҙа барып төртөлһәң дә белмәйемдән һалдырасаҡтар, кирегә боролһаң – юлды хәтерләмәй, аҙашасаҡ. Шунан йөрө ҡара урмандан сыға алмай.
Ҡапыл ҡайҙандыр бер йәш егет пәйҙә булды ла иҫәнләшеп тә тормай:
– Эй, тартырға бир әле! – тип өндәште.
– Тартмайым, – тип яуапланы Әсләм, көлөмһөрәп. – Һиңә лә шуны теләйем.
– Миңә һинең теләгең кәрәкмәй, миңә тәмәке кәрәк, – тине егет дорфа ғына. Унан ҡулдарын кеҫәһенә тығып бөршәйҙе. – Тартҡы килә, баш та сатнай. Тәмәкең юҡ икән, давай яртылыҡ аҡса бир. Кисә артығыраҡ тейәлгән, срошны төҙәтер кәрәк.
– Тек һиңә тәмәке кәрәкме, әллә яртылыҡ аҡсамы?
– Икеһе лә.Тәмәкең юҡ, уныһын әйттең, давай, аҡса. Уныһы бар.
Әсләм уйға ҡалды. Әлбиттә, аҡсаһы бар, юлға аҡсаһыҙ сығамы кеше, тик бынау оятһыҙ бәндәгә нишләп бирергә тейеш һуң әле?
– Ниңә өндәшмәйһең? Аҡсаң юҡмы әллә? Воопще, һин кем ул? Бер ҙә беҙҙең яҡ кешеһенә оҡшамағанһың, – егет ишараты ҡулдарын кеҫәһенән сығарҙы, күҙҙәрендә асыу шәйләнде. – Аҡса, тим! Ниңә аңшайҙың? Йәһәт бул! Юҡһа, иптәштәрҙе саҡырам. Бер һыҙғырыуым етә. Улар минең һымаҡ һорап тормаясаҡ, аҡыртып талап аласаҡ.
Егет шаярмай ине. Бәләһенән баш аяҡ, тип уйланы ла Әсләм, салбар кеҫәһенән ике йөҙ һумды сығарып, һондо. Егет рәхмәт тә әйтмәй дуға кеүек кәкре аяҡтары менән өйрәк ише алпан-толпан баҫып китеп тә барҙы.
Әсләм бараһы ерен ҡарай-ҡарай килә ине, ауыл осона ла килеп сыҡты. Теүәл генә береһе лә әйтә алманы район үҙәгенең ҡайһы тарафта икәнен. Ғәжәп ине ауыл халҡының уны белмәүе. Ошо район биләмәһендә йәшәйҙәр, ә үҙәкте әйтә алмайҙар. Йомош-фәләнгә юлдары төшмәйме икән ни? Әйтәйек, магазин, справка, туған-тыумаса. Автобус бәйләнеше лә тойолмай, кеше лә осрамай. Үҙ өйөңдән сыҡмай, кеше менән аралашмай көн ит инде ошо заманда...
Арба юлынан атлап ташландыҡ ырҙынға еткәйне, туҡта, эй, туҡта, тип һөрәнләгән тауыштар ишетеп артына боролдо. Боролғайны, өс егеттең кемуҙарҙан үҙенә ҡарай йүгереүен күрҙе. Ҡул болғайҙар, һөрлөгөп йығылып та китәләр, ҡалҡынып йәнә йүгерәләр. Аҡса алған егеттең этлеге. Тимәк, барыбер ҙә өлкәнерәк иптәштәрен ҡотортоп ебәргән! Әсләм аҙымдарын ҡыҙыулатты, әммә арыған, туфлиҙары аяуһыҙ ҡыҫҡан аяҡтарын һөйрәп шәп китә алманы – йөҙ-йөҙ илле метр үтә алдымы, юҡмы, иҫерек егеттәр уны ҡыуып та етте.
– Ҡайҙа ҡасаһың? – тине береһе, бышлыға-бышлыға. – Кем һин?
Күлдәге салбары тышына сыҡҡан, сәстәре тирләгән маңлайына йәбешкән, кәм тигәндә аҙна самаһы ҡырынмаған был кешенән мәрхәмәт көтөрлөк түгел. Эсеүҙән йөҙө кәкрәйеп, салышайып бөткән.
Әсләм өндәшмәне. Нимә тиһен? Ҡурҡыта алмай, иргәшә алмай, һуғыша алмай. Былар өсәү, ул бер үҙе. Шул ауылдан, эш менән район үҙәгенә китеп барам, тине.
– Ҡайҙа? – тип хихылданы егеттәрҙең береһе, аптырағандай итеп.
– Ниңә алдайһың? Был тирәлә ундай район үҙәге юҡ. Беҙҙең район үҙәгенең исеме шулай. – Егеттәрҙең икенсеһе исем атаны. – Ул бөтөнләй икенсе яҡта.
– Нисек... икенсе яҡта? Миңә ошо юлды өйрәттеләр, – хәҙер Әсләм аптырай.
– Алдағандар. Был тирәлә ундай ауыл юҡ.
– Ә ҡайҙа һуң? – Әсләм йәнә район үҙәгенең исемен атаны. Ғәжәпләнеүенең сиге юҡ ине.
– Давай, һин беҙгә допрос ойошторма. Ҡайҙа китеп барыуың беҙгә кәрәкмәй, хет Ҡаф тауҙары аръяғына кит, беҙгә яртылыҡ аҡса бир. Юҡ, тимә, барлығын беләбеҙ, – егет ҡәнәғәт көлдө, әйтерһең дә, оло серҙе асҡан күрәҙәсе. Үҙе ярамһаҡланып иптәштәренә ҡараны.
Вәт, сволочь, теге алкаш егет ҡотортоп ебәргән, ысынлап та. Бирмәһә, барыбер талап аласаҡтар. Нишләһен, ҡалған аҡсаһын һонорға мәжбүр булды.
– Бүтән юҡ, бөтә аҡса шул, берәүегеҙгә биргәйнем бит инде. Шул етмәнеме ни?
– Беҙ уны күрмәнек, беҙ үҙебеҙ башҡа, – егет ҡулындағыһын һананы. – Бында күпме?
– Яртыға етә, – тип яуапланы Әсләм. – Һеҙгә бит эсергә кәрәк.
– Эсергә түгел, баш төҙәтергә, – тип бүлдерҙе бәләкәй кәүҙәле юлбаҫар.
– Барыбер инде.
– Барыбер түгел шул, барыбер булһа бармаҡ менән эшләрҙәр ине, – егет хихылдап көлдө, йәнәһе, осҡор хәбәр әйтте.
– Ике яртылыҡ аҡса менән юлға сыҡмайҙар. Район үҙәгендәге ашханала итһеҙ кәбеҫтә өйрәһе генә лә шул хаҡ тора, – быныһын таҡыр баш әйтте.
– Тентейемме? – тип әтәсләнде теге бәләкәй, Әсләм яғына ынтылып-ынтылып.
– Ҡырағайланма, бында ике шешәгә етә, ысынлап та, – тип яуапланы таҡыр баш ҡәтғи генә. Намыҫы ҡуҙғалды, ахыры, – булмаған район үҙәгенә китһен әйҙә.
Егеттәр бер-береһенә серле генә һирпелде лә еңеүсе ҡиәфәтендә ашыҡмай ғына китеп барҙы. Әсләм улар артынан байтаҡ ҡарап торҙо, үҙенең меҫкенлегенә, көсһөҙлөгөнә, ҡаршылашмай-нитмәй күҙ асып күҙ йомған арала ике тапҡыр таланыуына йәне көйҙө. Бирмәй ҙә булмай ине шул – туҡмауҙары бик ихтимал ине. Өсәүгә яңғыҙы нисек ҡаршы торһон? Имгәтеп-нитеп ҡуйһалар, судъяларға нисек күренә? Улар бит бер ғәйепһеҙгә юлбаҫарҙарҙан туҡмалған, аҡсаһын алдырған тип түгел, килгәндә ҡайҙалыр, кемдәр менәндер һуғышып йөрөгән, тимәк, үҙе һуғыш суҡмары, тип ҡабул итәсәк. Улай уйлауҙары Әсләмгә һис кәрәкмәй, был уның файҙаһына түгел, һөйләшеүҙәренә ныҡ ҡамасаулаясаҡ – төп эшен асыҡлайһы урынға, быныһына бәйләнеп йонсотасаҡтар. Төшөрөп ҡалдырманыммы, тип Әсләм туҡталыш будкаһынан йолҡоп алған ҡағыҙҙы тотоп ҡараны. Урынында, әммә лыс һыу ине ҡағыҙ, гәзиткә йәки полиэтиленға төрөп һалырға башы етмәгән.
Нишләргә белмәй, берсә урманға, берсә ауыл яғына ҡарап аптырап торған арала талаусы егеттәрҙең туҡтағанын һәм ҡулдарын һелтәй-һелтәй бер-береһе менән бәхәсләшкән, ҡысҡырышҡандарын шәйләне. Тәүҙә, быларға аҡса етмәне, ахыры, йәнә миңә килергә ниәтләнәләр, тип уйлағайны ла, береһе, таҡыр башлыһы, уның яғына ишаралап, нимәлер ҡысҡыра, һөрәнләй башлағас бәхәстең сәбәбе аҡсала түгеллеген аңланы. Әлеге егет Әсләмгә ҡулы менән, туҡта, китмәй тор, тигән ишара яһаны ла ҡабаланмай ғына уның яғына атланы. Ҡасыуҙан мәғәнә юҡ, бараһы юлын асыҡ ҡына белмәй, аҡсаһы ла ҡалманы, шуға уны тыныс ҡына көтөргә булды.
– Ҡарале, иптәш, һинең унда барыуыңдан мәғәнә юҡ, – тине таҡыр баш Әсләм янына килеп еткәс. Ҡапыл әйтмәне, көттөрөп әйтте, Әсләмгә берауыҡ һынсыл ҡарап торғандан һуң ғына әйтте. – Кире әйлән лутсы. Үҙеңдең ғәйепһеҙ икәнеңде барыбер иҫбатлай алмаясаҡһың.
Әсләм тәүҙә бер нәмә лә аңламаны, хәбәренең мәғәнәһе аңына барып еткәс тамам шаңҡыны – бөтөнләй таныш булмаған эскесе егет уның ҡайҙа, ниндәй йомош менән китеп барыуын белә! Баш етмәҫлек хәл, торғаны бер мөғжизә! Был да көтөүсе ҡарт әйткәнде ҡабатлап тора.
– Ҡайҙа барыуҙан?
– Ҡайҙа-ҡайҙа? – егет шырпы һымаҡ ҡапыл тоҡанып китте. – Ниндәй маҡсат менән китеп барыуыңды беләм, бәй.
– Ҡайҙан беләһең? Мин бер кемгә лә һөйләп йөрөгәнем юҡ та.
– Уны бөтәһе лә белә, һинең һөйләп йөрөүең кәрәкмәй ҙә.
– Ҡайҙан белгәндәр һуң?
– Кеше йөрөп ята, телефон бар, башҡаһы.
– Улайһа бөтәһе лә мине ғәйепле тип иҫәпләйме?
Әсләм өндәшмәне. Ризалашып башын ҡаҡты ла тәнен, ҡулбаштарын тотҡоланы, аяҡтарына күҙ һалды. Калуштары юҡ, салбар балаҡтары һыу. Күрәләтә алдашыуынан уңайһыҙлыҡ кисерҙе – ҡайҙалыр китеп барған ерҙәренән туҡтаған һәм ярҙам итергә тырышҡан кешеләргә ялғанлап тора. Эш түгел был, әҙәмсә түгел. Хәйер, туҡмап киттеләр тип тә әйтә алмай инде. Хәбәр оҙонға китәсәк, мең һорау бирәсәктәр, әлеге мәлдә уларҙың ҡыҙыҡһыныуы һис кәрәкмәй Әсләмгә. Ваҡыт йәл.
– Ярай, имен-аман булһаң, улым, беҙ ҡуҙғалайыҡ. Юлдағыларҙың юлда булыуы яҡшы. Байтаҡ атлайһы бар әле. Ә һин үҙең атлай алаһыңмы һуң? – Үҙе биргән һорауына яуап та көтмәй хәбәрен дауам итте. – Бына ейәнсәрем килде лә, әсәйем сирләп китте тип үҙҙәренә алып ҡайтып бара.
– Район үҙәгенәме? – Әсләм ҡабаланып һорай һалды.
– Эйе, районда торалар.
– Ошо юл районға барамы?
– Эйе, ошо юл инде, бүтәне юҡ.
– Бынан нисә саҡрым?
– Әллә тағы? Алты-ете генә барҙыр, күберәк булмаһа. Һин дә районға китеп бараңмы ни?
– Эйе.
– Атлай алаһыңмы һуң? – өләсәй яңынан һораны.
– Алам.
Ябай ғына кейенгән ауыл әбейе менән орсоҡ ейәнсәр ҡуҙғалды. Улар боролмаға инеп юғалғансы Әсләм улар артынан ҡарап торҙо. ”Уятыуҙарына” еңел генә ҡалҡынһа ла атлап китеүе ҡыйын ине уға: эсе ауырта, биле һыҙлай. Әллә ҡабырғалары ла һынған? Кире боролорға ла ҡуйырғамы? Улай тиһә, әбей һүҙҙәренә ҡарағанда, ете-һигеҙ саҡрым ара ҡалған. Сәғәт ярым-ике сәғәтлек юл. Нисек тә үтер әле. Ауылына ҡарағанда барыбер ҙә күпкә яҡыныраҡ. Хәйер, нисек атлайһың бит. Әсәһе автобус туҡталышынан ун ике самаһы тигәйне. Әсләм шуның яртыһын ике көн буйы саҡ үтте. Был яғын да ике көн барырға тейеш буламы?
Байтаҡ икеләнеп баҫып торғандан һуң юлын шулай ҙа дауам итергә булды. Урманды үтте, оло юлға төштө. Ауылдар хәҙер, моғайын да, осрамаҫ. Аяҡтары иҫән-һау, зыян килмәгән, атларға була. Һыуһауҙан, асығыуҙан үлмәҫ, тик һаман эсе ебәрмәй.
Һурылып осҡан бер калушын канауҙағы һыу эсенән тапты, икенсеһен, күпме эҙләһә лә, таба алманы һәм аҡһай-туҡһай һыңар аяҡ кейемендә атлап китте.
Китеп бара әкрен генә, уйлап китеп бара. Район үҙәгендәге ул суд бинаһы бер килке Әсләмгә ғүмерҙә лә барып етә алмаҫлыҡ ифрат алыҫ булып тойола башлай.Өсөнсө көн килә, ә һис яҡынаймай, кемдән һораһаң да, шунса-шунса тип яуаплай, тик унан ҡаса ғына һымаҡ. Ул серле, барып тапһаң да керә алмаҫһың төҫлө. Уратып йөрөр ҙә йөрөр, ишеген таба алмай йонсор, тапҡас астыра алмай этләнер. Уның ҡалын ауыр ишектәре тик оло түрәләр, ҙур аҡсалы кешеләр өсөн генә асылыр һымаҡ. Әсләмгә осраған кешеләрҙең юлды белмәүе, ҡарт көтөүсенең, эскесе егеттәрҙең уның ниндәй маҡсат менән китеп барыуын белгәс эштең уның файҙаһына хәл ителмәйәсәген иҫкәртеүҙәренә ҡарағанда, тап шулай килеп сығыр ҙа. Бына бит бөтөнләй ғәйебе булмаған, һәр хәлдә Әсләм шулай иҫәпләй, арбағыс йылан ауыҙына инеп бара. Юҡҡа сыҡтым, тип икеләнә-икеләнә ниндәйҙер ҡеүәтле көскә ҡаршы тора алмай китеп бара. Ул уны магнит һымаҡ тарта, уйлау һәләтен юғалттыра – әлеге ябырылыуҙа аңды томалау, ҡәҙимге тормоштан айырыу һәләте бар. Ул хәс тә сөңгөл – өйөрөлтөп-өйөрөлтөп һыу төбөнә тартыуын белә.
Ағас тейәгән өс йөк машинаһы, теге көн тап булған телһеҙ урмансылар ташыйҙыр инде, даңғырҙап бер нисә буш машина, бер нисә еңел машина үтте. Әсләм ҡул күтәреп ҡараһа ла, береһе лә туҡтаманы. Өҫтөндәге кейеменә, тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап берәй хәйерсе тип уйлайҙарҙыр. Ә хәйерсенең кеҫәһендә аҡсаһы булмай. Аҡсаһы булмағас ниңә алырға? Буштың атаһы үлгән. Һыуһаны, асыҡты. Берәй шишмә-фәлән осрамаҫмы, тип юл ситенә күҙ һала-һала килһә лә уныһы ла күренмәне. Ә юл һис ҡыҫҡармаған, киреһенсә алыҫайған, район үҙәге унан хатта ҡаса һымаҡ тойола.
Бына бер мәл артында көлөшкән тауыштар ишетелде. Тауыш, Әсләм яй барғанлыҡтан, тиҙ яҡынлашты, йәштәр ни, шәп тә атлайҙыр, һәм бер төркөм ҡыҙ, бер егет уны сираттағы боролмала ҡыуып та етте. Үҙенең ҡиәфәтенән ныҡ уңайһыҙлыҡ кисерҙе Әсләм, үҙен меҫкен байғош итеп тойҙо. Йәштәр, юғары кластарҙа уҡыған балаларҙыр, күп булһа. Һонтор егет ҡыҙҙарҙың бер алдына, бер артына сығып нимәлер һөйләй, ҡыҙҙар тегенең хәбәренән ҡыҙыҡ табып түгелеп көлгән була. Бәхетле саҡтары, бер ниндәй ҙә проблемалары юҡ, суд та кәрәкмәй, кинәнеп көлөшәләр, шатлыҡтары эстәренә һыймай. Әсләм урман эсенә кереп ҡалырға уйлағайны ла, өлгөрмәне, егет уны алыҫтан шәйләп:
– Эй, ағай, ҡасма, тартырға бир әле! – тип һөрәнләне.
Әсләм туҡтаны, шунан яй ғына артына боролдо ла:
– Тартмайым, – тине.
– Өләсәйем әйтмешләй, эсең һау булһын, – тип яуапланы егет ишараты дорфа ғына.
Ҡыҙҙар йәнә сырҡылдашты. Нимәнән мәҙәк тапҡандарҙыр, Әсләм аңламаны.
Төркөм Әсләм менән тиңләште һәм барыһы ла аҙымдарын әкренәйтеп уға текәлде. Ятһыныу, аңламау, хатта ниндәйҙер ерәнеү сатҡылары бар ине ҡараштарында. Нишләйһең, ҡиәфәте бигүк шәптән түгел шул ҡәҙимге кеше күҙенә.
Төркөм үҙен уҙып, илле-алтмыш аҙым тирәһе китеү менән, буш йөк машинаһы ҡыуып етте лә былар тапҡырына туҡтаны. Барыһы ла кемуҙарҙан шау-гөр килеп машина башына күтәрелде. Әсләм, мин дә эләгәйем әле, тип аҙымдарын ҡыҙыулатып ҡарағайны ла, өлгөрә алманы. Водитель күрмәнеме, күрһә лә күрмәмешкә һалыштымы, әйтеүе ҡыйын, ә йәштәр уны иҫкәртеүҙе ниңәлер кәрәк тапманы.
Төш етте, көн кискә ауышты. Әсләм һаман атлай. Атлауы аҙым һайын әкренәйә бара. Байтаҡ машина үтте, әммә береһе лә туҡтаманы. Уларҙың туҡтамаҫын белгәс, хәҙер артына боролмай ҙа, ҡулын да күтәрмәй, туҡтағандарын да теләмәй Әсләм. Оҙаҡламай етәмдер, етәмдер, тип атлауын белә. Юл барған һайын күтәрелә, текәләнә бара, килә-килә ул яйлап тау рәүешен дә ала башланы. Юлды күтәргәндәр тиһәң, юл ғына түгел, бөтә тирә-яҡ шулай таулы. Таулы һәм ваҡ ылыҫлы урманлы.
Күҙ алдары ҡараңғылана башлаған Әсләм туҡтаны. Саҡ ҡына булһа ла хәл алыу ине ниәте. Бер нисә минут ҡына торғандыр, ҡаршыһында йәғни район үҙәге яғынан, ҡара йылтыр машина күренде. Ап-аруҡ шәп килгән машина Әсләмгә яҡынайған һайын тиҙлеген кәметкәндән-кәметте, тапҡырына еткәс тә шып түҡтаны. Былар кем булыр, ниңә туҡтанылар һуң әле, тип аптырап та, хафаланып та ҡарап көтөп торҙо Әсләм. Әллә берәй таныш-тоношомо? Әммә кабинанан төшөргә ҡабаланманылар, дөм ҡара тәҙрә быялалары аша йөҙҙәре лә күренмәне. Ҡыҙылға ҡаныҡҡан үгеҙ һымаҡ тексәйеп ҡарап ике минут самаһы ғына торғандыр машина. Әсләм дә ни уйларға, ни ҡылырға белмәй уға бағып тора бирҙе һәм ҡапыл мейеһен ярып башына уй килде: “Был бит теге машина! Тимәк, мине районға ебәрмәҫ өсөн теге йыуан бәндә кире әйләнеп килгән. Тикшереп йөрөй. Ауына барыбер ҙә эләктермәксе. Хәҙер тапата, йәки ата...”
Һәм бына машина ҡуҙғалды ла Әсләм яғына боролдо, Боролдо һәм тиҙлеген ҡапыл арттырып бар көсөнә Әсләмде төкөнө. Бер ни аңларға өлгөрмәгән Әсләм юл ситенә осто...
Машина артҡа сигенде, унан шыйылдығы сығып урынында тигәндәй район яғына ҡарап, боролоп ултырҙы, кабинанан ҡурҡаҡ хәрәкәтле, бесәй һымаҡ йомшаҡ баҫып, тоҡос ҡына кәүҙәле кеше сыҡты ла Әсләм янына килде. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына уның йәнһеҙ кәүҙәһенә ҡарап торҙо, аяҡ осо менән эткеләп ҡараны, шунан ҡабаланып машинаһына инеп ултырҙы.
Быуар йыландай йыуан ҡара тәгәрмәстәр аҫтынан ваҡ ҡом-таш атылып, туҙан ғына аҫылынып ҡалды ...
Сығанаҡ: хикәйәләр төркөмө